*Бәләкәй буйлы тулыраҡ ҡатын-ҡыҙға ботильондар, балеткалар, ғөмүмән, йомро башлы, ҡыҫҡа ҡуныслы аяҡ кейемен кеймәҫкә кәңәш итә стилистар. Улар аяҡтарҙы тағы ла ҡыҫҡараҡ, кәүҙәне ауырыраҡ итеп күрһәтә икән. Йәйен осло башлы, нәҙек үксәле тән төҫөндәге нәзәкәтле туфлиҙар һайлау уңышлы, ә һалҡындарҙа колготки төҫөн ҡабатлаған итектәр кейеү аяҡтарҙы ла матурыраҡ, кәүҙәне лә һомғолораҡ итә.
*Оҙон буйлыларға инде бейек үксәһеҙ мюлиҙар, лоферҙар, кеды һәм ботинкалар кәңәш ителә.
*Нәҙек аяҡлылар тик нәзәкәтле аяҡ кейемдәрен һайлай ала.
Ә бына стилистарҙың фекеренсә, платформалағы бейек үксәле туфлиҙар берәүгә лә килешмәй һәм уларҙы гардеробтан бөтөнләй сығарып ташларға кәрәк. Ғөмүмән, аяҡ кейеменең нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла булғанын һайлаһағыҙ, отолмаҫһығыҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан