Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2021, 15:39

Нефть үткәреүселәр модернизациялауҙы дауам итә

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Саҡмағош районындағы «Саҡмағош» линиялы етештереү-диспетчерлыҡ станцияһында (ЛПДС) нефть һаҡлау өсөн резервуарҙы техник яҡтан яңыртыуҙы тамамланы.

5 мең кубометр нефть һаҡлауға иҫәпләнгән резервуарҙа уратып алған һәм резервуар төбөнә беркетелгән табаҡтар, шахта баҫҡысы һәм түбәлә хеҙмәт күрһәтеү майҙансыҡтары өлөштәре алмаштырылған. Ҡорос понтон урынына ҡалҡыуысһыҙ тулы ялғанмалы блоклы алюминийлыһы урынлаштырылған, был нефттең парға әйләнеү мөмкинлеген тулыһынса тиерлек юҡҡа сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Төпкә ултырған ҡалдыҡтарҙы йыуҙырыу өсөн яҡшы «Диоген» ҡорамалы урынлаштырылған, 140 метрҙан ашыу технологик торбаүткәргес һалынған.

Резервуарҙы хәүефһеҙ хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелгән: янғын һүндереү һәм һыу һыуытыу системалары тулыһынса алмаштырылған, шул иҫәптән ҡатламлы янғын һүндереү системаһы урынлаштырылған, резервуар майҙансығында нефттең тупраҡҡа һәм ер аҫты һыуҙарына эләгеүенә юл ҡуймаусы фильтрлау экраны түшәлгән.  Газлылыҡ датчиктарын монтажлау һәм резервуар майҙансығы сиктәрендәге ҡойоларҙа газдан бысраныу асыҡланғанда эшләп китеүсе автоматик электр приводлы биктәр (задвижкалар) урынлаштырыу менән берлектә ямғыр һәм ҡар һыуҙарын бүлеү системаһы алыштырылған. Көс һәм күҙәтеү системаһы кабелдәрен һуҙыу менән бер рәттән биктәрҙе электр менән тәьмин итеү системаһы, катодлы һаҡлау станциялары һәм башҡа ҡоролмалар яңыртылған, йәшендән һаҡлау ҡоролмаһы һәм хәүефһеҙлек буйынса ер менән тоташтырыу сымы үткәрелгән. Резервуар йыһаздар менән дистанцион һәм автоматик рәүештә идара итеүҙе көйләүсе автоматлаштырыу системаһына тоташтырылған.

Яҡын тирәләге биләмә лә төҙөкләндерелгән: транспорт, механизмдар, янғынға ҡаршы көрәш техникаһы урынлаштырыу өсөн майҙансыҡтар ойошторолған, махсус валдар аша сығыу урындары, шулай уҡ персоналдың резервуарға хәүефһеҙ үтеүе өсөн йәйәүлеләр юлдары эшләнгән.

Нефтте һаҡлау өсөн һауыттарҙы техник яҡтан яңыртыу «Саҡмағош» станцияһының резервуар паркын модернизациялау буйынса эштең дауамы булып тора: 2020 йылдың ноябрендә станцияла тағы бер резервуар реконструкцияланған ине.

Читайте нас: