Был ҡарар бик дөрөҫ, сөнки һәр беребеҙҙең тыуған иле, көс биргән урыны бар. Ул шунда тыуған, тәү башлап аяҡ баҫҡан, үҫкән, ата-әсәһенең һәм ата-бабаларының һуңғы төйәге булған ер. Һәр беребеҙ үҙ ауылына, ҡалаһына әҙ генә булһа ла ярҙам итергә бурыслы.
Тыуған ере, халҡы өсөн янып йәшәгән кешеләрҙең береһе - Биксән ауылынан Ренат Тәлғәт улы Кириев. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлаған, мәҙәниәт йортона түңәрәккә йөрөгән.
Атайсал, йәнтөйәгебеҙ һәр кемдең күңелендә йәшәйҙер ул. Ренат Тәлғәт улы Биксән мәҙәниәт йортона аппаратура бүләк итте. Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уға эшендә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, иҫәнлҽк-һаулыҡ теләйбеҙ!