Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
4 Ноябрь 2023, 13:00

Йорт йылыһын тойһондар

Байғужа ауылының ағинәйҙәр төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам ойошторҙо. Ошо көндәрҙә улар “А.З. Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Александр Приваловҡа ярҙам һорап, ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Йорт йылыһын тойһондар
Йорт йылыһын тойһондар

- Беҙ шундай ҙур ярҙамға өмөтләнмәгәйнек. Александр Зиновьевич беҙҙе ихлас, алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Ярар, был һорауҙы тиҙ арала хәл итербеҙ, тип, ғаризаға ҡул ҡуйҙы. Оҙаҡ та үтмәй ул бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, - тип уртаҡлашты ағинәйҙәр төркөмө етәксеһе Раҡия Хәбил ҡыҙы Шәрипова. - Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе беҙгә махсус тоҡсайҙарға тултырылған әҙер итле ҡарабойҙай бутҡаһы тапшырҙы. Барыһы - 50 тоҡсай. Бындай ысул менән тултырылған ризыҡ боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана. Уларҙы махсус хәрби операция зонаһындағы Ишембай егеттәренә оҙаттыҡ.

Байғужа ауылы ағинәйҙәре гуманитар ярҙам ойоштороуҙа беренсе тапҡыр ҡатнашмай.

- Быға тиклем ауыл халҡы менән ойоҡбаштар бәйләнек. Сентябрь айында йылы трикотаж нәскиҙәр һатып алып ебәрҙек. Адреслы посылкалар ебәреүҙе лә планлаштырғанбыҙ , - ти ағинәйҙәр төркөмө ағзаһы Гөлимә Ғүмәр ҡыҙы Хәкимова. - Иң мөһиме, ауыл халҡы ихлас ҡатнаша. Ә Александр Приваловҡа айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да изге ғәмәлдәрҙе бергә башҡарырға яҙһын.

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: