Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Октябрь 2023, 13:00

Киләсәк быуынға мираҫ

Күптән түгел Маҡар ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы уникаль экспонат - Бөйөк Ватан һуғышына арналған стенд менән тулыланды. Уны ошо ауылда тыуған, хәҙер инде Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе, төбәктең почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужин эшләгән.

Киләсәк быуынға мираҫ
Киләсәк быуынға мираҫ

Фаяз Фуат улы – 16 китап авторы. Уларҙың күбеһе Стәрлетамаҡ һәм Маҡар ауылы тарихына арналған. Әңгәмә барышында Фаяз Йомағужин яңы экспонаттың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне.

- Тәүҙә мин атайыма һәм барлыҡ Йомағужиндарға – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стенд әҙерләргә уйлағайным, - тине ул. – Атайым Германияла Бреслау ҡалаһы өсөн (әле Польшаның Вроцлав ҡалаһы) алышта ҡатнашҡан. Үҙенең бик ҡаты, аяуһыҙ булыуы менән тарихсылар уны Сталинград, Будапешт, Кёнигсберг (Калининград) һәм Берлин өсөн алыш менән тиңләйҙәр. Бер ағайым Курск һуғышында ҡатнашҡан (пехотасы), икенсеһе - снайпер, өсөнсөһө артиллерист булған. Апайым зенитсы булып блокадалы Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан. Тағы ла бер ағайым 1942 йылда Воронеж эргәһендә хәбәрһеҙ юғалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Маҡар ауылынан барлығы 253 кеше фронтҡа киткән. Уларҙың 128-е һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Иҫәкәй ауылынан 181 яугир һуғышҡа алынып тик 66-һы, ә Зигановка ауылынан фронтҡа киткән 167 кешенән 36-һы ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан.

- Ә стендтағы ППШ автоматы, миномет минаһы ярсығы һәм башҡа экспонаттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?

- Был автомат түгел, ә унан ҡалған бер өлөшө генә. Стендты эшләгәндә мин Стәрлетамаҡтан Даян Мурзин исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Артур Рәжәпов менән таныштым. Отряд ярты йыл һайын Псков өлкәһенә 170-се Стәрлетамаҡ уҡсылар дивизияһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яуҙары булған урындарға бара. Артур Рәжәпов музей өсөн стенд әҙерләүемде белгәс, миңә ППШ автоматының фрагменттарын бүләк итте. Ә артабан стендты миномет минаһы ярсығы, ҡул гранатаһының кожухы, немец пулеметы таҫмаһы фрагменты, Дегтярев совет пулеметының дискыһы, совет винтовкаһының штыгы тулыландырҙы. Тағы ла бер уникаль экспонат – “Хаймарс” Америка ракетаһы ярсығы, эҙәрмәндәр уны Луганск Халыҡ Республикаһынан алып ҡайтҡан. Бындай экспонаттарҙы башҡа ауыл музейҙарында күреп булмай.

- Стенд бик һоҡланғыс килеп сыҡҡан. Уны үҙегеҙ эшләнегеҙме әллә заказ буйынса әҙерләндеме?

- Был да үҙенә күрә бер тарих. Беҙҙең редакцияла ремонт булды, уның барышында ябыҡ янғын һүндереү стендын алмаштырҙылар. Ул ағастан эшләнгән һәм быяла аҫтында тора ине. Мин мәғлүмәт үҙәге директорынан стендты һорап алдым да уны таҙартып, эсен ҡыҙыл тауар менән ҡаплап, макет эшләнем, уларҙы баҫтырып сығарҙым. Яҡтыртыу өсөн лампа һатып алдым. Һәм ысын музей стенды барлыҡҡа килде, - тип һөйләне әңгәмәсем.

Фаяз Йомағужин ауыл музейын экспонаттар менән тулыландырыуға тос өлөш индерә. Бер нисә йыл элек музейҙы янғындан һуң тергеҙеү эшендә лә ул әүҙем ҡатнаша, Маҡар ауылы тарихы буйынса тиҫтәләгән стенд әҙерләй. Мәҫәлән, ауылдың барлыҡҡа килеүе, маҡарҙарҙың XVII-XVIII быуаттарҙа, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары, Маҡар ауылы мәсеттәре тураһында, Маҡар дауаханаһына, мәктәбенә, мәҙәни тормошона арналған стендтар эшләй.

Музей экспонаттары араһында Фаяз Фуат улы төрлө йылдарҙа бүләк иткән ҡылыс, ағас орсоҡ, тәңкәләр һәм башҡа әйберҙәр бар. Һәм бына музейҙа тағы ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарҙың батырлығы тураһындағы яңы стенд барлыҡҡа килде.


Фотолар Фаяз Йомағужиндың шәхси архивынан.

Киләсәк быуынға мираҫ
Киләсәк быуынға мираҫ
Автор:Владимир Парфиров
Читайте нас: