Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Октябрь 2023, 13:00

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

“Атайсал” республика проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған изге эштәр ярҙамында ауылдар төҙөкләндерелә, тыуған еребеҙ йәмләнә, тәбиғәтебеҙ яңы һулыш ала.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Ошо проект буйынса ауылдашыбыҙ, билдәле эшҡыуар Радик Ирек улы Солтанов Маҡар ауылы зыяратын төҙөкләндереү маҡсатында эш башлап ебәргәйне. Ошоғаса был изге урында күп кенә эштәр башҡарылды. Шулай ҙа аҙағына еткереп ҡуйыу өсөн күмәк көс талап ителә ине. Һәм башлаған эште тамамлап ҡуйыу маҡсатында ошо көндәрҙә Маҡар ауылы зыяратында өмә ойошторолдо.

Билдәләнгән ваҡытҡа ир-егеттәр йыйыла ла башланы. Эш башлар алдынан ауылыбыҙҙың имам-хатибы Юлай ағай Йомағужин Ҡөрьән сүрәләрен уҡып доға ҡылды. Ә райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, билдәле шәхесебеҙ, ауылдашыбыҙ Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова Ғәрәбстандағы Мәҙинә ҡалаһына ҡылған сәфәренән алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуын тәмләтеп, изге эшкә фатихаһын бирҙе.

Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Эльвира Риф ҡыҙы Иманғолова ауылдаштарына күрһәткән ҙур ярҙамы, изге эше өсөн Радик Солтановҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Ир-егеттәребеҙ дәррәү эшкә тотоноп, зыярат эсендәге эре ағастарҙы бысып, машиналарға тейәне, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яҡындары ятҡан ҡәберлектәрҙе сүпсарҙан таҙартты. «Күмәкләгән - яу ҡайтарған», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр: эш тиҙ генә башҡарылып та ҡуйҙы. Ә был ваҡытта мәсеттә ҡатын-ҡыҙҙар өмәселәр өсөн аш-һыу әҙерләне. Ҡөрьән ашы әҙерләүҙә Мәрйәм Солтанова менән Шәрифә Юлғотлина ҙур ярҙам күрһәтте.

Ошо өмә үткәреүҙә, ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре ирешһен, ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ һәм бәрәкәттәрен насип итһен.


Автор фотолары.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА.
Читайте нас: