Хоҙай Тәғәләгә маҡтау, рәхмәт һүҙен хәҙер тыуған төйәгебеҙгә ҡайтҡанда ла, киткәндә лә ҡабатлайбыҙ! Был эште ойоштороп, ҡаланан яҙыуҙы матур итеп яҙҙыртып алып ҡайтҡан Илдар Хәсәнов, ҡустыһы Илшат һәм ауыл советы депутаты Ирек Мирасов менән ҙур сауаплы эш башҡарҙы - оло рәхмәт уларға.
Уйлыларға – уй, тигәндәй, үҙебеҙҙән алда изге ғәмәлдәребеҙ, ниәттәребеҙ йөрөһөн. Әлхәмдулиллаһ, таяныр ир-егеттәр бар, ауылыбыҙ өсөн тырышып, бергә-бергә татыу йәшәйбеҙ.