“Атайсал”ға ярашлы ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла? Кемдәр улар - йомарт һәм ярҙамсыл яҡташтар? Ярҙам көтмәйенсә, үҙҙәре ҙур эш башҡарғандар бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында изге эштәрҙе бойомға ашырған кешеләр менән яҡындан танышабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған проект нигеҙендә республикала бихисап изге эш башҡарыла. Улар беҙҙең Ишембай районында ла етерлек. Мәҫәлән, Скворчиха ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Кинйәкәй һәм Алаҡай ауылында башҡарылған саралар күптәргә өлгө булып тора.
Кинйәкәйҙә 240 кеше йәшәй. Уңған, эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ көн күрә бында. “Атайсал” улар өсөн бик ҙур хәйриә сараһы булып тора. Ауылда, ғөмүмән, изге эштәр уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, халыҡ көсө менән мәсет төҙөлгән. Уның өсөн йөҙәр меңләп аҡса күсергән кешеләр ҙә булған. Себерҙән таныш булмаған ир аҡса күсергән, уның исем-фамилияһы ла билдәле түгел. Яҙын ауыл халҡы өмәләр үткәрә, унда икешәр трактор арбаһы сүп-сар сығара, кипкән ағастарҙы киҫәләр, йылға буйын, балалар майҙансығын, ял паркын таҙарталар.
- Быйыл ауыл Советы менән берлектә зыяратты кәртәләп бөттөк, халыҡ үҙе алты метрлы кәртәне иретеп йәбештерҙе. Күптән түгел уны ауыл ҡатын-ҡыҙҙары буяп та ҡуйҙы. Ауыл уртаһынан аҡҡан Әсе йылғаһы аша үткән йәйәүлеләр өсөн күпер емерелеп бөткәйне. Ауылдың ир-егеттәре мәсет биләмәһенән плита алып килеп яңы күпер төҙөнө. Был эштә “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Александр Привалов экскаватор менән ярҙам итте, - тип һөйләй Скворчиха ауыл Советы башлығы Сәлимә Герасименко.
Кинйәкәйҙәр ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта беренсе һәм икенсе урындарға лайыҡ булған. Кинйәкәй ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөлгән. Унда заманса ҡорамалдар ҡуйылған, хәүефһеҙлек маҡсатында резина япма түшәлгән. Спорт зонаһында волейбол һәм баскетбол уйнау мөмкинлеге бар.
Шуны ла билдәләү мөһим, ауыл биләмәһендә урынлашҡан “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы йыл һайын “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашҡан ауылдарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
- Вокал ансамблгә йөрөгән үҙешмәкәр артистарыбыҙға күлдәктәр һатып алдыҡ. Былтыр Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге менән берлектә Ҡышҡы һабантуй үткәрҙек. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған был сараға Бөрйән районы вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Һуңынан улар ҙа беҙҙе үҙҙәренә саҡырҙы. Был үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолдо. Унда спорт сараһында ҡатнашып, өсөнсө урын алдыҡ һәм өс мең һум аҡса менән бүләкләндек. Был аҡсаға клуб кейемдәре алынды. Кинйәкәй мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бик әүҙемдәр, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Мәҫәлән, районда уҙғарылған КВН-да ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындарға өлгәшәбеҙ. Көҙгө уңыш, Шәжәрә байрамдары даими уҙғарылып тора, - тип һөйләй Кинйәкәй мәҙәниәт йорто мөдире Вәлимә Ишбулды ҡыҙы.
Бынан тыш, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусылар өсөн мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауылдың гүзәл заттары, апай-инәйҙәр башалтайҙар бәйләгән. Аҙыҡ-түлек менән дә ярҙам итеүселәр бар.
Ауыл халҡының тағы бер изге эштәренең береһе - Йәмилә шишмәһе хаҡында яҙып үтмәй булмай. Кинйәкәй халҡы ауыл эргәһендәге шишмәне иғтибарҙан өҙмәй. Бар ауылды тәмле, шифалы һыуы менән һыйлаған шишмә кинйәкәйҙәр өсөн үтә лә ҡәҙерле. Күптән түгел улар тағы ла ҙур ғына төҙөкләндереү эштәрен башҡарған. Кәртәләп алынған шишмәнең башына исемен семәрләп яҙып элгәс, был урын тағы ла күркәмләнеп ҡалған. Ул электән үк Йәмилә шишмәһе, тип йөрөтөлгән, ти ауыл халҡы. Шишмәгә барыуы ла хәҙер уңайлы. Йәнтөйәктәре өсөн яныпкөйөп йөрөгән ауылдың бер төркөм ир-егеттәре үҙҙәренең шәхси тракторҙарында ҡом-таш түшәп юл һалған. Шишмә биләмәһен үләндән сабып та тәртипкә килтергәндәр. Шишмәләрен матурлап, киләсәген хәстәрләй замандаштарыбыҙ.
Тик шулай ҙа Кинйәкәйҙәрҙе борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Ул да булһа - эсәр һыу мәсьәләһе. Сәлимә Герасименко әйтеүенсә, әле ауыл осонда һыу ағыҙыу алдынан һынау скважиналарын быраулау разведкаһы башҡарылған, хәҙер быраулау эштәре ҡалған. Артабан һыу анализға алынасаҡ. Насос, шлангтар әҙер. Һыу станцияһы өсөн скважина ере рәсмилләштерелә башлаған.
Алаҡай ауылы халҡының тырышлығын да билдәләмәү мөмкин түгел. “Атайсал” проекты был ауылда ла уңышлы алып барыла. Ауылға кергән урында “Ер йөҙөндә һәр
кешегә үтә ғәзиз тыуған ер, йәннәткә тиң Алаҡайым минең өсөн берҙән-бер” тигән шиғри юлдар менән баннер эленеп ҡуйылған. Шулай уҡ “Мин Алаҡайҙы яратам” һүҙҙәре менән стелла ҡуйылған. Былар ауыл халҡы көсө һәм аҡсаһы менән эшләнгән. Бынан тыш, ауыл зыяраты төҙөкләндерелгән, ундағы будка эшләнгән. Алаҡайҙа ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 31 ветеран иҫтәлегенә арналған обелискка 76 мең аҡса киткән. Быйыл иһә Геройҙар аллеяһы өсөн 80 ағас үҫентеһе ултыртылған, емеш-еләк баҡсаһы булдырылған. Аллея биләмәһенә плиталар түшәлгән. Клуб янында балалар баҡсаһы эшләнгән. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашып, ҡорамалдар алынған. Бынан тыш, әүһәләй, беседка ҡуйылған, балаларға уйнау өсөн ҡом түшәлгән.
Скворчиха ауыл Советы биләмәһе халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙамдары тураһында ла ишетеп беләбеҙ.
- Эйе, был йәһәттән дә эш туҡталғаны юҡ. Ҡыш буйы һарыҡ йөнөн иләп, тетеп ойоҡбаштар бәйләнек. Был йәһәттән Скворчиха, Алаҡай, Кинйәкәй халҡы әүҙем ҡатнашты. Маскировка селтәрҙәрен бәйләргә оҫтарҙыҡ. Халыҡ аҡса йыйып, күстәнәс, кәрәк-яраҡ алып, егеттәргә оҙаттыҡ. Операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыу уҙғарыла. Скворчиханың ир-егеттәре үтенесе буйынса рациялар һатып алып, махсус хәрби операция зонаһына оҙаттыҡ. Кинйәкәй ауылы егетенә маскировка селтәрҙәре биреп ебәрҙек. Яугирҙарҙың яҡындарына бесән, утын менән ярҙам итәбеҙ, - ти Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Алаҡайҙар алты маскировка селтәре үргән. Балалар, оло инәйҙәр, йөн иләп ойоҡтар бәйләгән.
Халыҡ ауыл зыяратын да тәртиптә тоторға тырыша. Яңыраҡ зыяратҡа будка, бәҙрәф эшләп ҡуйғандар. Ауылда йәшәүсе ирҙең экскаваторы менән селек баҫҡан ер таҙартылған.
Мәҙәниәт йорто янында балалар майҙансығына 35 мең һумға ҡом менән уйнау урындары ҡуйылған. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сәскә үҫентеләре үрсетеп, уны һатыу менән дә шөғөлләнә. Быйыл 22 мең һумға, үткән йыл 25 мең һумға үҫенте һатылған. Килгән табышҡа портатив колонка, проектор һәм стена экраны алынған.
Территориаль йәмәғәт үҙ идаралығы рәйесе урынбаҫары, ауыл биләмәһе депутаты, Алаҡай һәм Кинйәкәй ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Ләйсән Һөйәрғолова әйтеүенсә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулаған һәм сәскәләр һатҡан аҡсаға үҙҙәренең көстәре менән милли күлдәктәр, камзулдар, һалдат костюмдары, микрофондар һатып алынған.
Эйе, яҡташтарыбыҙ “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша, башҡарған эштәренә артабан да һаҡсыл ҡарай, төҙөкләндереп тора. Алаҡайҙар “Айыҡ ауыл” конкурсы бәйгеһендә район буйынса Гран-при алып 100 мең һум аҡса менән бүләкләнгәндәр. Был суммаға клуб ҡыйығы өсөн профнастил алынған. 2022 йылда районда “Яңы йыл биҙәлеше” конкурсында ауылдар араһында беренсе урынға сығып 18 мең һум, шулай уҡ ике йыл рәттән “Иң яҡшы аҙ халыҡлы пункт” конкурсы еңеүсеһе булып 5 һәм 13 мең һум аҡса менән бүләкләнгәндәр. Конкурс аҡсаһына өҫтәп тағы ла профнастил алынған.
Ысынлап та, “Атайсал” проекты халыҡты берләштергән көс булып тора, тип икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин.
Автор һәм Атайсал проекты сайты фотолары.