Үткән шәмбе, 26 август, Иҫкесәк ауылы зыяратында өмә уҙҙы. Ир-егеттәр күмәкләгән тырышлыҡ менән кәрәк-яраҡ әйберҙәр туплау өсөн йорт төҙөнө. Бура алдан уҡ әҙерләнгән ине.
Әйткәндәй, үткән йылда ауылдаштар Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып, ауыл зыяраты кәртәһен яңыртҡайны. Төҙөкләндереү эштәре артабан да дауам итәсәк.