Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Август 2023, 11:00

Изге эш башҡара смаҡайҙар

Смаҡай халҡы ауыл зыяратына өмә үткәреп, уны таҙартып, үләндәрен сабып тора.

- Өмәләр яҙ көнө үк башлана, - ти “Смаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе Әнүәр Шәнгәрәев. - Апрель айында ғына биш тапҡыр өмәгә сығып, зыяратты сүп-сарҙан таҙарттыҡ. 12, 19 июндә Смаҡайҙың ҙур зыяратының ҡоймаларын буяныҡ. Изге эштә иллегә яҡын ҡатын-ҡыҙ, ир-ат ҡатнашты. Ҡоймаһы ағастан булғанға күрә уны буяп торорға кәрәк. 8 июлдә ойошторолған өмәлә зыяраттың үләне сабылды. Унда ҡырҡлап кеше триммер, күптәре салғылар менән сыҡҡайны.

Смаҡай зыяраты боронғоларҙан һанала. 1930 йылдарҙағы индустриализациялау осоронда уның таштарын Ишембай төҙөлөштәре өсөн алғандар. Шуға күрә ул 20 йыл тирәһе кәртәһеҙ торған. Был хаҡта ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Әмир ағай Фәйзуллин һөйләне. Бөгөнгө көндә ауыл халҡы зыяратты тәртиптә тота. Уның мәңгелек урын икәнен яҡшы аңлайҙар. Һәр кем өмәләрҙә ҡатнашырға тырыша, яҡындарының ҡәберҙәрен таҙартып, үләндәрен сығарып торалар, - ти Әнүәр Хөснулла улы.

Смаҡай зыяраты алдында һуғышта ҡатнашыусылар, тыл ветерандары иҫтәлегенә арнап һәйкәл ҡуйылған. Барлыҡ изге байрамдарҙың ошо һәйкәл алдында уҙғарылыуын да билдәләне “Смаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе.


Фотолар “Смаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы архивынан.

Автор:Р. РӘХИМОВА.
Читайте нас: