Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Август 2023, 13:00

Ауылдаштар ҡыуанһын өсөн

“Атайсал” проекты яңы технологиялар заманында районыбыҙ ауылдары үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

Ауылдаштар ҡыуанһын өсөн
Ауылдаштар ҡыуанһын өсөн

Бағыусы Илфат Ниғмәтуллин ошо проектта ҡатнашып, ауылдаштары – Йәнырыҫ халҡы өсөн ҙур ярҙам күрһәтте.

- Яҡташыбыҙ Илфат Әнүәр улы ике проектта ҡатнашты. Тәүгеһендә ул фельдшеракушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре өсөн принтер һатып алды. ФАП-тарҙың уңышлы эшмәкәрлеге заманса технологияларҙан тора. Был ҡорамал халыҡҡа документтарҙы һәм рецептарҙы баҫтырып сығарыу өсөн кәрәк, - тип уртаҡлашты Йәнырыҫ ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Кирәева. – Икенсе проект буйынса бағыусыбыҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм ауыл мәҙәниәт йортон видеокүҙәтеү камералары менән тәьмин итте.

Гөлнур Мансур ҡыҙы белдереүенсә, ауыл мәҙәниәт йортонда был ҡорамалдар бөтә периметр буйынса ҡуйылған. ФАП-тың да эске бүлмәләре һәм тышҡы территорияһы күҙәтелә. Был күмәк кеше ҡатнашлығында үткән саралар ваҡытында тирә-яҡты контролдә тотоу өсөн бик уңайлы. Йәнырыҫ халҡы, ауыл мәҙәниәт йорто һәм ФАП хеҙмәткәрҙәре бағыусы Илфат Әнүәр улына оло рәхмәтен еткерә, эшендә ҙур уңыштар теләп ҡала.

 

Фото: Йәнырыҫ ауыл мәҙәниәт йорто архивынан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: