Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Август 2023, 14:00

Яратҡан шөғөл ялҡытмай

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Яҡташыбыҙ Тимур Фазлетдин улы Ғарифуллин был һүҙҙәрҙе үҙ миҫалында иҫбатлай. Уҡып алған һөнәре буйынса ул иретеп йәбештереүсе булһа, күңел тартыуы буйынса - ағастан төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы.

Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай

Ҡолғона ауылы мәктәбен тамамлаған Тимур оҙаҡ уйланып тормай, документтарын ҡалабыҙҙың 76-сы һөнәрселек училищеһына (хәҙер Ишембай һөнәрселек колледжы) тапшыра. Хеҙмәт юлын 2010 йылда Себерҙә вахта ысулы менән башлай. Өс йыл тыуған яҡтан алыҫта эшләгәндән һуң, Ишембайға ҡайта.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынамын тигән эшсән, егәрле ир-егеттәребеҙ аҡса тип сит яҡта эшләп йөрөргә мәжбүр. Ғаиләләре менән булырға ваҡыттары ла аҙ ҡала, балаларының нисек үҫкәнен дә күреп өлгөрмәйҙәр. Дөрөҫөн әйткәндә, тырышһаң - Себер аҡсаһын бында ла эшләргә була, - тип иҫәпләй Тимур. – Иптәш егет менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙ эшебеҙҙе башлап, тимерҙән ишектәр эшләргә тотондоҡ. Аҙаҡ бер туған ағайым Марат менән заказ буйынса кешеләргә йорт-мунса төҙөнөк.

Геройыбыҙ һүҙҙәренсә, ул бер ваҡытта ла тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмай: ниндәй эш бар – шуға тотона. Халҡыбыҙҙа “Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнен үҙең өсөн”, тигән әйтем дә бар. Тимур ҙа ҡайҙа ғына эшләһә лә яңы һөнәрҙәр үҙләштереп, үҙ оҫталығын байыта ғына бара. Күптән түгел ул ике ярҙамсы алып, Ишембайҙа ағас эшкәртеү цехын асып ебәрҙе.

- Иҫке Һәйет ауылында күптәр һалабаш һалып, ҡышын киста бәйләйҙәр. Аҙаҡ йүкә ағасы күпләп ҡулланылмай тороп ҡала. Шулай итеп мин Иҫке Һәйет халҡынан йүкә ағасын һатып алып, үҙемдең Газель машинамда ташый башланым. Яңы Ивановка ауылында оҫтахана булдырып, ағас эшкәртеүсе станоктар алып, йорт йыһаздары, өй
кәрәк-яраҡтары эшләргә тотондом. Дөрөҫөн әйткәндә, электән ағас менән эшләргә хыяллана инем. Миңә уны эшкәртеүе, төрлө әйберҙәр эшләүе оҡшай, - ти Тимур.

Күңел тартыуы ла буштан түгел: ике олатаһының да балта оҫтаһы булыуы уға мираҫ булып ҡалған. Тимур – арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ноғман Мусиндың ейәне. 

- Ноғман олатайым урман яратты. Йортон да ул үҙе төҙөп ултыртты. Атайымдың атаһы – Сөләймән олатайым иһә Ҡолғонала иң беренсе булып йөрөгән балта оҫтаһы ине. Заманында ауылдағы табип амбулаторияһын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан. Ауылдаштары уны әле лә хөрмәтләп иҫкә ала. Ул эшләгән тәҙрә рамдары, ҡапҡастары һаман да күптәрҙең йорттарын биҙәй. Миңә “олатайҙарыңа оҡшап оҫтаһың”, тиҙәр. Тик мин уларҙан кәмерәкмен әле, сөнки бөгөн уңайлы эш өсөн ниндәй генә техника, ҡорамал юҡ. Ә олатайымдар үҙ дәүерендә барыһын да бер-ике инструмент менән генә ҡулдан эшләгән, - тип иҫәпләй Тимур.

Төрлө идеяларҙы ул интернет селтәренән ҡарай. Оҫта тураһында һүҙ “сарафан радио”һы буйлап тиҙ тарала. Йәйен таҡтаға заказдар күберәк булһа, Тимур ҡышын төрлө әйберҙәр эшләү өсөн әле үк үҙенә йүкә ағасын киптереп әҙерләп бара.

Һөнәрсене бөтә яҡлап та ҡатыны Эльвира Вәкил ҡыҙы илһамландыра һәм ярҙам итә, уның эшен хуплай. Йәштәр 2015 йылда ғаилә ҡороп, Айлита, Регина һәм Аиша исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Киләсәктә Ғарифуллиндар йорт һалып сығырға ниәтләй.

Ғаиләһен хәстәрләү һәм үҙенең төп эшенән тыш, Тимурҙың әсәһе, Нурсилә апай, бер туған ағайҙары менән Ноғман Мусиндың исемен мәңгелләштереү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡара.

- Ҡолғона ауылы мәктәбе Ноғман Мусин исемен йөрөтә. Шуға ла мәктәпкә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе үҙебеҙҙең изге бурыс тип иҫәпләйбеҙ. Директор һәм уҡытыусылар менән һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ. Күптән түгел мәктәпкә колонка менән микрофон тапшырҙыҡ. Быйыл Ҡолғона мәктәбен алты 11-се класс уҡыусыһы тамамланы. Һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, уҡыусылар туғыҙынсы кластан һуң ҡалмай торғайны. Шуға ла ун беренселәрҙең булыуы мәктәп өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Йәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ тип уларға ла иҫтәлекле бүләктәр бирҙек. Артабан да сығарылыш класс уҡыусыларын һәм беренсе класҡа уҡырға килеүсе кескәйҙәрҙе дәртләндереп торасаҡбыҙ. Берҙәм тырышлыҡ менән мәктәптә олатайым иҫтәлегенә бәләкәй генә музей ҙа булдырҙыҡ. “Ҡайҙа эшләһәң дә, улым, кеше булып ҡал” - тигән нәсихәттәрен әйтеп ҡалдырҙы миңә Ноғман олатайым. Шул һүҙҙәрҙе һәр саҡ хәтерҙә тотам. Ул үҙе лә шундай бейеклеккә күтәрелеп, һәр ваҡыт кешелекле булып ҡалды. Быйыл уның ҡәберенә таҡтаташ ҡуясаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты Тимур.

Киләсәктә ул үҙе асып ебәргән цехты тағы ла киңәйтеп, яҡташтары өсөн яңы эш урындары булдырырға теләй. Эҙләнеүҙәр аша яратҡан шөғөлөнә килгән оҫтаға артабан да ҡулынан һөйөнөп, эшендә уңыштар теләйбеҙ!


Фото Тимур Ғарифуллиндың шәхси архивынан.

Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: