- Тырыш хужабикәләр йыл һайын ауыл клубында төрлө сәскә үҫентеләрен ултыртып, үҫтереп, һатыу итә. Быйыл беҙ ғинуар аҙағында уҡ петуния, виола, бархатцы, остеоспермум сәскәләрен күпләп ултырттыҡ. Бөтәһе 22 мең һумлыҡ килем алыуға өлгәштек. Буяуҙар һатып алып, балалар майҙансығында ҡорамалдарҙы төрлө төҫтәргә буяп ҡуйҙыҡ. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы советы ҡарары менән 15 мең һум аҡсаға ауыл клубына проектор һәм стенаға эленмәле экран һатып алыуҙы хәл иттек. Был уйҙы йәһәт кенә тормошҡа ашырып та ҡуйҙыҡ, - тип уртаҡлашты Ләйсән Һөйәрғолова.
Әйткәндәй, уҙған йыл сәскә һатып эшләгән аҡсаға клуб өсөн портатив колонка, ә унан алдағы йыл “Гөрләүек” ансамбле өсөн матур милли күлдәктәр һатып алынған.
Алаҡайҙар шулай бәләкәй ватандарын күркәмләндереү өсөн берҙәм тырыша!