Ишембай районынан унда, мәҫәлән, 174 эш теркәлгән. Кинйәкәйҙәр иһә 13 проектты тормошҡа ашырып өлгөргән. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Вәлимә Йомағолова хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә улар мәҙәниәт йортона милли костюмдар һатып алған.
- Кинйәкәй ауылы халҡы 2021 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында уңышлы ҡатнашып, икенсе урынға сыҡты һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Ошо сертификаттың 20 мең һум аҡсаһына йәнә 4 мең өҫтәп, “Ынйылар” вокал ансамбле өсөн милли күлдәктәр һәм камзулдар һатып алынды. Бөтәһе һигеҙ кеше костюмлы булды. Халҡыбыҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре мәңге йәшәһен тигән теләктәбеҙ, - ти Вәлимә Ишбулды ҡыҙы.
Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко белдереүенсә, Скворчиха, Алаҡай, Кинйәкәй ауылдарында кесе ватанға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
- Проект яңыраҡ ғәмәлгә инһә лә, кинйәкәйҙәр ошо йүнәлештә күптән уңышлы эш алып бара. Күп эште улар өмә ойоштороп, бергә башҡарырға күнеккән. Ауылдаштар ике-өс шәхси тракторҙарында өмәләргә сығып, урамдар буйлап сүп-сар йыя, ҡороған ағастарҙы ҡырҡа, зыярат һәм йылға буйҙарын тәртипкә килтерә, балалар спорт майҙансығын, мәсет урамын һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргә-тирәһен йыйыштыра, - ти Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Артабан да гәзит биттәрендә “Атайсал” проектында ҡатнашып, үҙ ватанын үҫтереүгә өлөш индергән яҡташтар менән таныштырыуҙы дауам итербеҙ.
Фото Кинйәкәй мәҙәниәт йорто архивынан.