Ауылға ингән ерҙә урынлашҡан "Енле ҡойо" шишмәһенә күптәр һыуға йөрөй, һыуының сифатын белгестәр ҙә юғары баһалай. Һәр нәмә ҡарап тәрбиәләп тороуҙы талап итә.
29 май көндө уразбайҙар шишмә тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса өмәгә сыҡты.
Маҡар урман хужалығы бүрәнә һәм таҡталыҡ ағас материалдары бүлһә, урмансы Ихсанов Рауил таҡта итеп ярып килтереп бирҙе.
Өмәгә Мәхмутов Айрат, Янбаев Фәреүәр, Ғәйнуллин Рушат, Сабитов Филарет, Ғумәров Рамил, Абдрахманов Марат, Шәрифуллин Марсель, Абдрахманов Ишморат, Ямалетдинов Рәүеф, Ямилов Фәнис, Иҫәнғолова Римма, Сөләймәнова Разалия, Айүпова Роза, Хәсәнова Лилиә, Хәйбуллин Азамат, Заһиҙуллина Айһылыу сыҡты. Шишмә тирә яғы сүп-сарҙан таҙартылып, кәртәләп алынды.
Үҙен тәбиғәт менән бер бөтөн һанаған ата-бабаларыбыҙ тирә-яҡ мөхиткә бик һаҡсыл ҡараған һәм уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, бысратыуға, әләф-тәләф итеүгә юл ҡуймаған. Беҙ ҙә уларҙан мираҫ булып ҡалған ер-һыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек.
Фото: https://vk.com/urazbay