Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Уҙған йылдың сентябрь айында илебеҙҙең вайымһыҙ булмаған халҡы мобилизацияланған хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн берләште. Беҙҙең районда ла миһырбанлы кешеләр бихисап. «Һөт продукттары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш бухгалтеры Зөлфиә Ишдәүләтова мобилизацияланған һалдаттарға ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып бара.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

- Буш ваҡыттарымда бәйләм менән шөғөлләнергә яратам. Шулай бер, осраҡлы рәүештә интернет селтәрендә «Беҙҙең һалдаттарға ярҙам» сайтын күреп ҡалдым. Унда хәрбиҙәргә бәйләнгән әйберҙәр йыялар ине. Төркөмдө ойоштороусыларҙан минең ҡул эштәрем кәрәкме-юҡмы икәнен белештем. Һуңынан, мин дә был изге эшкә өлөш индерә алам бит әле тип уйланым. Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка райондарындағы таныштарҙан беҙҙең һалдаттарға ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләүселәр тураһында һораштым. Оҫталар күп булып сыҡты. Мәләүез районы хакимиәте аҡсалата ярҙам күрһәтте. Шулай итеп «Йән йылыһы - һалдаттарға» тип аталған төркөм булдырҙым. Яйлап командала 200-ҙән ашыу кеше булып китте. Күптәрҙең ярҙам итергә теләүҙәре ҡыуаныслы. Һәр кем үҙенең өлөшөн индерергә тырыша. Кемдер ойоҡбаш, бейәләй бәйләй, финанс ярҙамы күрһәтә, дарыуҙар һатып ала. Әммә йылы әйберҙәр генә йәнде һәм тәнде яҡшы йылыта алмай. Һалдаттарға яҙылған хаттар ҙа уларҙың күңелен күтәрә, тип уйлай беҙҙең активистар. Шуға күрә яугирҙарға арнап өсмөйөшлө хаттар ҙа яҙабыҙ, - тип һөйләй Зөлфиә Йәүҙәт ҡыҙы.

Зөлфиә Ишдәүләтова бының менән генә туҡталып ҡалмай. Ауылдарға сығып активистар эҙләй, клуб мөдирҙәренән, китапханасыларҙан бәйләргә яратыусылар тураһында һораша. Ауылдарҙағы оҫталарға бәйләү ептәрен ҡалдырып китә. Һуңынан әҙер әйберҙәрҙе килеп ала. Рәхмәт йөҙөнән иң әүҙемдәргә рәхмәт хаттары ла әҙерләй. Һөт заводында мобилизацияланған һалдаттарға тип ҡумта ла ҡуйылған. Унда хәрбиҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәр һәм аҡса йыйыла.

 

Автор фотоһы.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: