Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яҡташлыҡ көсө» форумының пленар ултырышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн быуындар бәйләнешен һаҡлау, ныҡ һәм берҙәм булыу бик мөһим.
Тотош республика яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтә, ошо ваҡыт эсендә Донбасҡа һәм махсус хәрби операция зонаһына 71 гуманитар ылау ебәрелде, тип билдәләне Радий Хәбиров. Көн һайын кешеләр башҡорт батальондары егеттәре һәм мобилизацияланғандар өсөн тепловизорҙар, коптерҙар, окоп шәмдәре, рациялар, бал, шоколад килтерә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ улар өсөн кейемдәр тегә, маскировка селтәрҙәре үрә.
«Ошо гуманитар йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлемен.
«Башнефтегеофизика» предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Йәүҙәт улы Әҙиевҡа айырым рәхмәт әйткем килә. Ул тәүге көндәрҙән үк беҙҙең батальондарға ярҙам итеү эшенә ҡушылды, уларға тиҫтәләгән йәшәү өсөн мөһим техника ебәрҙе.
Севастополдә йәшәгән яҡташыбыҙ Алина Радик ҡыҙы Марьинаны ла билдәләп үткем килә. Ул тәүгеләрҙән булып күңел ҡушыуы буйынса яралы яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы, хәҙер госпиталдәрҙә ысын терәк булып тора. Аҡса күсергән, яугирҙәргә УАЗик һатып алған, буржуйка мейестәр тапшырған һәр кемгә рәхмәт. Был иһә беҙҙең дөйөм еңеүгә индергән өлөшөбөҙ. Һеҙгә махсус хәрби операция зонаһында аяғын юғалтҡан прапорщик Артур Ғәлиев тураһында ла һөйләргә теләйем. Яңыраҡ осрашҡанда ул гуманитар ярҙам йыйыу өсөн сайт һәм махсус чат булдырыуын әйтте. Ҡарап тороуға сибек кенә егет, ләкин ул герой, 21 йәшендә күпте күреп өлгөргән», - тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, «Атайсал» проекты беҙҙең ихлас илһөйәрлекте күрһәтте - яҡташтарыбыҙҙың тормошон һүҙҙә генә яҡшыртып ҡалманыҡ, ә эш менән дә иҫбатланыҡ.
«Беҙ һеҙҙең менән яҡшыраҡ һәм көслөрәк була барабыҙ, геройҙар ваҡытында йәшәүебеҙ менән ғорурланасаҡбыҙ. Атайсал минең өсөн - тыуған Башҡортостаным», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Атайсал» проектының әүҙем ҡатнашыусыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: Олег Яровиков