Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Апрель 2023, 17:00

АУЫЛ ӨСӨН ТЫРЫШАЛАР

19 апрелдә Уразбай ауылы клубында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә “Изге эштәр Ватанға” тип аталған ҙур сара уҙҙы. 

АУЫЛ ӨСӨН ТЫРЫШАЛАР
АУЫЛ ӨСӨН ТЫРЫШАЛАР

Кисәгә ауылда һәм унан ситтә эшләп, хаҡлы ялдағы ветерандар - колхозсылар, нефтселәр, уҡытыусылар саҡырылды. Ҡунаҡтар араһында оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл Урал” колхозында эшләп, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған Сабир Бибаков, ветерандар советы рәйесе Мөҡәддәс Иҙрисов, яҙыусы Мөхтәр Сабитов һәм башҡалар булды. Тап улар ауылым тип янып йәшәгән, бар булмышын бәләкәй ватандарын үҫтереүгә бағышлаған шәхестәр. Бөгөн дә был ветерандар ауылдаштарына ярҙам ҡулын һуҙып, матур итеп тормош көтәләр.

Сара бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ҡурайҙа Фарат Ямалетдинов, гармунда Зинур Үмәрбаев, Дамир Латыпов уйнап ишеттерһә, Зөлфиә Вәлиева, Әлфиә Насырова, Рәфҡәт Бикбиров моңло йырҙарын, Әнисә Ишмырҙина, Римма Үзбәкова, Разалия Халиҡова бейеү бүләк итте. Тәнзилә Нәбиуллина үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылын уразбайҙар дәррәү күтәреп алды. Изге Рамаҙан айы алдынан берҙәм тырышлыҡ менән мәсеткә ремонт яһалды. Ошо көндәрҙә ауылдаштар зыяратҡа өмәгә сығырға, шишмәләрҙе төҙөкләндереп, эргә-тирәһен йыйыштырырға йыйына.

Бөйөк Еңеү байрамын да ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки 7 май көндө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар хөрмәтенә Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте
ярҙамы менән эшләнгән яңы стела асыласаҡ.

Автор:Разалия СӨЛӘЙМӘНОВА, Уразбай клубы мөдире.
Читайте нас: