Төҙөлөштө Мәләүездә йәшәүсе эшҡыуар, «Башкапиталлогистик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Азамат Муллабаев финанслай. Бынан тыш, ауыл халҡы ла аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Иҫкесәк һәм күрше ауылдар халҡы намаҙҙарға йөрөһөн өсөн яңы иман йортонда бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ. «Шәрифә» мәсетенең подвалында хужалыҡ блогы, тәһәрәт алыу бүлмәләре бүленгән. Белеүебеҙсә, Иҫкесәккә газ үтмәгән, шуға ла бинаны йылытыу өсөн заманса ҡоролма – пиролизлы ҡаҙан файҙаланыласаҡ. Ә һыу менән иркен ҡулланыу өсөн скважина ҡаҙыла.
- Районыбыҙҙа иң матур мәсеттәрҙең береһен төҙөп ултыртыу тигән теләк күптән йөрөй ине. Быйыл уның нигеҙе һалыныуына ике йыл да булып китте. Йәштәрҙең ауылға ҡайтып төпләнеүҙәре, дин менән ҡыҙыҡһыныуҙары ҡыуандыра. Теләк шул: киләсәктә ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, ә көн һайын асыҡ булһын, ололар ҙа, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарына яуап алһын, сөнки мәсет - Аллаһы Тәғәлә менән
аралашыу йорто, - тигән теләген еткерҙе иҫкесәктәргә Азамат Альберт улы.
Иҫкесәк ауылында йәшәүсе Миңлегөл Садрисамова ауылда иман йорто төҙөлөү шатлығы менән уртаҡлашты.
- Мин ошо ауылда тыуып үҫтем, хаҡлы ялға сыҡҡас бында өй һалып индек. Ауылды тергеҙеү өсөн күп эштәр башҡарыла. Йәштәр ауылға ҡайтып йорттар һала. Бер нисә йыл элек бөйөк Ватан һуғышында вафат булған һалдаттарға арнап мемориаль таҡта ҡуйылды, зыяратыбыҙ кәртәләнде, һыу үтте. Мәсет беҙгә бик кәрәк ине. Азамат Альберт улына ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти ул.
Ошо уҡ ауылдан Наил Шәрипов әйтеүенсә, ауылдаштары ҡулдарынан килгәнсә донъя көтөргә тырыша, баҡса ҡарай, мал аҫрай. Мәсеттең асылыуын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә.
Төҙөлөп бөткәс, йыраҡтан балҡып торған «Шәрифә» мәсете манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып торор. Һәр йома көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек булыр. “Ауылыбыҙҙың мәсетенән аҙан тауышы яңғырағанда, аҡҡан шишмәләр ҙә туҡтап тороп, аҙан тауыштарынан үҙенә илаһи көс туплап, үҙ ағыштарын көсәйткән”, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит.
Автор фотоһы.