Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Апрель 2023, 15:00

Уҡыусыларға - премия

“Торатау” гәзите биттәрендә “Атайсал” проектында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Уҡыусыларға - премия
Уҡыусыларға - премия

2021 йылдың 1 мартында старт алған был проект ике йыл эсендә үҙ маҡсатына тулыһынса иреште: тиҫтәләгән яҡташтарҙы берләштерҙе.

Проектта ҡатнашыусылар йышыраҡ шишмә, зыяраттар, һәйкәлдәрҙе кәртәләй, төҙөкләндерә, мәсет-сиркәүҙәр төҙөргә ярҙам итә. Ә бына Маҡар ауылында, мәҫәлән, яҡташтарыбыҙ йәш быуынды дәртләндереп, артабанғы үҫеш өсөн ҡанаттар ҡуя, яңы бейеклектәргә әйҙәй. Маҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе, билдәле булыуынса, райондың ғына түгел, республиканың иң боронғо уҡыу йорттарының береһе. Ул 1872 йылда өс йыллыҡ рус һәм башҡорт училищеһы булараҡ асыла. 150 йыл тарихы булған уҡыу йорто мәртәбәле уҡытыусылары менән дә, оло шәхес булып киткән уҡыусылары менән дә ғорурлана. Маҡарҙар хөрмәт һәм йылы һүҙ менән фронтовик-уҡытыусы Фәтҡелислам Нуриман улы Мөхәмәтовты ла иҫкә ала. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә хәрби әҙерлек һәм физкультура дәрестәрен алып бара. Шәхестең улдары Исфар менән Алик Мөхәмәтовтар атайҙары исемен мәңгеләштереү уй-ниәтенән 2005 йылда мәктәп уҡыусылары өсөн Фәтҡелислам Мөхәмәтов исемендәге премия булдыра.

Йыл һайын май айында “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында спортта уңыштар ҡаҙанған, мәктәп, ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға был премия тапшырыла килә. Ағалы-ҡустылы Исфар менән Алик Мөхәмәтовтар Өфөлә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, йыл да үҙҙәре был тантаналы ваҡиғала ҡатнашырға тырыша.

- 1938 йылда элекке Маҡар районында (хәҙерге Ишембай районы) тәүге хәрби комиссариат булдырыла һәм беҙҙең атай беренсе хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың ноябрендә ул Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа алына һәм тыуған йортҡа тик 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Уны ҡабаттан район үҙәгенә эшкә саҡырһалар ҙа, атайыбыҙ Маҡар ауылы мәктәбендә физкультура һәм хәрби әҙерлек дәрестәрен уҡыта башлай. Тап шуның өсөн беҙ спорттағы ҡаҙаныштары өсөн уҡыусыларҙы дәртләндерергә булдыҡ, - тип аңлата Исфар Мөхәмәтов.

Әйткәндәй, Маҡар мәктәбе уҡыусылары элекэлектән районда үткәрелгән барлыҡ спорт ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Теге йәки был спорт төрөндә иң яҡшылары булып, күп тапҡыр республика кимәлендә район данын да яҡларға тура килә. Бигерәк тә уҡыусылар мини-футбол, мини-лапта, баскетбол менән физкультура уҡытыусыһы Лилиә Андрияновна Семенова етәкселегендә яратып шөғөлләнә. Йыл һайын премия өс ҡыҙ һәм өс малайға тапшырыла. Әммә унан да күберәк, 10-12 балаға премия бирелгән йылдар бар. Һис шикһеҙ, был премия ҡыҙҙар-малайҙар өсөн дәртләндереүсе, ҡанатландырыусы этәргес булып торһа, уҡытыусы-фронтовик Фәтҡелислам Нуриман улы Мөхәмәтов тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү сараһы ла.

Үткән йылды Маҡар ауылы мәктәбе үҙенең 150 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә Исфар Мөхәмәтов уҡыу йорто иҫәбенә 100 мең һум аҡса ла күсерә. Бынан тыш Мөхәмәтовтар ауыл тормошо менән дә ҡыҙыҡһына: ауылдаштарына тирә-яҡты, зыяратты төҙөкләндерергә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙа.

 

Фото: Маҡар ауылы мәктәбе архивынан.

Уҡыусыларға - премия
Уҡыусыларға - премия
Уҡыусыларға - премия
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: