Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Март 2023, 11:00

Ауылдашыбыҙға рәхмәт

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортона ингән һәр кем уның сәхнә шаршауҙарының, тәҙрә пәрҙәләренең яңырыуына иғтибар иткәндер. Эйе, әҙәмде сепрәк биҙәй тигәндәй, бәләкәй генә шул үҙгәреш тә иҫке мәҙәниәт йортона үҙенсә бер йәм өҫтәне, йән өрҙө. Был үҙгәрештәрҙең хужаһы – Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ, Үрге Әрмет ауылыҡыҙы Гөлназ Бәҙретдинова.

Ауылдашыбыҙға рәхмәт
Ауылдашыбыҙға рәхмәт

- Тыуған яҡ, тыуған ауылым өсөн ниндәйҙер бер оло, сауаплы эш эшләгем килде. Үрге Әрмет мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә селтәре төркөмөндә үткәрелгән мәҙәни саралар тураһында ҡарап бара торғайным. Шунда сәхнә шаршауының, тәҙрә пәрҙәләренең түбән сифатлы тауарҙан тегелгәненә иғтибар иттем. Шуларҙы яңыртҡым килде. Иптәшем, балаларым менән кәңәшләштем дә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә индем. Тейешле үлсәмдәрҙе алғас ателье менән һөйләшеп, тектереп, бер ҡайтҡанымда ҡыҙҙарға алып барып тапшырҙым. Эй, уларҙың һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Кемгәлер файҙалы эш эшләүемдән минең күңелемә рәхәт, еңел булып ҡалды, - ти Гөлназ апай.

Гөлназ Бәҙретдинова (Ильясова) 1962 йылда Әрметбашында, Тимерғәле бабай менән Асия инәйҙең күп балалы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Һигеҙенсе класҡа тиклем Үрге Әрмет мәктәбендә белем ала, ҡалған ике йылын Түбәнге Әрметтә уҡый. 1979 йылда Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ярты йыл уҡығас ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Ишембай трикотаж фабрикаһында фасовкалаусы, сортировкалаусы булып эш башлай. 1985 йылдың аҙағында Сания апаһының саҡырыуы буйынса Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына килеп, иретеп ҡойоу заводына эшкә инә. 1987 йылда Татарстан егете Хәйҙәр Ғәйнетдин улы менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бербер артлы ҡыҙҙары Лилиә, улдары Руслан тыуа.

2000 йылда Бәҙретдиновтар үҙ эшен асып ебәрә. Гөлназ Тимерғәли ҡыҙы яҡшы сифатлы тәҙрә пәрҙәләре, селтәрҙәр алып ҡайтып һатыуға сығара. Үҙенең һатыу нөктәләре бар. Ун йыл инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ошо шөғөлөнән йәм табып, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй ауылдашыбыҙ. Һәр ваҡыт зауыҡ менән кейенгән, замана менән йәнәшә атлаған был ҡатынға, әсәй һәм өләсәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Әйткәндәй, Гөлназ апайҙың бала сағы, үҫмер йылдары сәхнәлә бейеп үткән. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҙур хөрмәт ҡаҙанған ауылдашыбыҙ Түрйән Вәлитов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән. Гөлназ Тимерғәле ҡыҙына телефон аша бер нисә һорау ҙа юлланыҡ.

- Гөлназ апай, һеҙ байтаҡ йылдар ситтә йәшәйһегеҙ. Тыуған яҡ, тыуған ауыл һағындырамы? Төшкә инәме?

- Әлбиттә! Йәш барған һайын һағындыра, йыш ҡайтаһы килә. Әлеге аҡылым булһа, мин ситкә сығып китмәгән булыр инем, ә яҡын-тирәләге берәй ҡалала йәшәр инем. Исмаһам, ауылға яҡын булыр ине.

- Йыш ҡайтыламы тыуған яҡҡа?

- Форсат сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Атай-әсәй, ағайҙарым рухына Ҡөрьән уҡытып, зыяратҡа барып ҡәберҙәрен таҙартып китәбеҙ. Көткән кеше булмаһа ла, ҡайтыр еребеҙ бар.

Ауылдашыбыҙға рәхмәт
Ауылдашыбыҙға рәхмәт
Автор:Фәрзәнә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: