Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Февраль 2023, 14:00

Йүнселдең эше лә уң

“Атайсал” республика проектында ҡатнашыусыларҙың тағы ла береһе – Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Азамат Ибраһимов. Уның ябай ғына мауығыуы үҙ эшен асыуға килтергән. 2021 йылдан алып Азамат Наил улы “Алға” реклама агентлығын етәкләй.

Йүнселдең эше лә уң
Йүнселдең эше лә уң

Азамат Ибраһимов табличкалар, стендтар, баннерҙар, ҡулланыусылар мөйөшө, класс мөйөшө кеүек әйберҙәр эшләү менән мәшғүл. Был тауарҙарға заказ биреүселәр күп. Төп заказсылар - Ишембай ҡалаһы һәм районынан, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да һатып алыусылар бар. Хаҡтар ҙа башҡа реклама агентлыҡтары менән сағыштырғанда осһоҙораҡ.

- 2008-2009 йылдарҙа Илшат хәҙрәттә типографияла эшләнем. Шул йылдарҙа нәшриәт менән ныҡлы ҡыҙыҡһына башланым. Яйлап брелоктар, календарҙар, баннерҙар эшләп оҫталығымды арттырҙым. Башта кредитка ҡорамалдар, станоктар һатып алып, фатирымда эшемде дауам иттем. Былтыр бина арендалап, әле заказдарҙы шунда эшләйем. Дизайнды ла тулыһынса үҙем башҡарам, - ти Азамат Наил улы.

Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә эшҡыуар Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында яңы күрһәткестәр ҡуйған.

- Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин шылтыратып “Атайсал” республика проектында ҡатнашырға теләгем тураһында һорашты. Мин, әлбиттә, риза булдым. Шулай итеп, ЯрБишҡаҙаҡ ауылына урамдар исеме менән дүрт адреслы табличка ҡуйҙым, - тип һөйләй эшҡыуар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ике йылға яҡын “Атайсал” проекты ғәмәлгә ашырыла. Уны 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе. Проект ауыл һәм ҡалаларҙа тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ошо йылдар эсендә “Атайсал” әһәмиәтен ярайһы уҡ арттырҙы һәм республикала күләмле эшкә әүерелде.

Киләсәккә хыялы тураһында һорашҡас, Азамат Ибраһимов йылмайып: “Клиенттар базаһын ҙурайтырға, эш күләмен арттырырға һәм Ишембай баҙарын тулыһынса яулап алырға”, - тине.

Һәр кем кесе Ватанының үҫешенә һәм сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә ала. Бында ҙур финанс һалыуҙар кәрәкмәй, иң мөһиме – теләк кенә булһын.


Фото Азамат Ибраһимовтың шәхси архивынан.

Йүнселдең эше лә уң
Йүнселдең эше лә уң
Йүнселдең эше лә уң
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: