Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Февраль 2023, 19:45

Тарихыбыҙҙы өйрәнәбеҙ

Күптән түгел Маҡар ауыл мәҙәниәт йортонда Ишембай районы имамдары ауыл халҡы менән осрашты.

Сараның тәүге маҡсаты имамдарҙың халыҡҡа, бигерәк тә үҫеп килеүсе быуынға өгөт-нәсихәт биреү, рухтарын нығытыу, имандарын ҡеүәтләү булһа, икенсеһе - кесе Ватаныбыҙ – Атайсалыбыҙҙың тарихын, халҡыбыҙҙың үткәндәрен һәм көнкүрешен белеү, өйрәнеү ине.
Имамдарҙың бер төркөмө - мәктәпкә, икенсеһе мәҙәниәт йортона йүнәлде.
Беренсе төркөмдө етәкләгән Рощинский ҡасабаһы мәсетенең имам-хатибы Нәзирулла хәҙрәт мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән әңгәмә ҡорҙо. Кешенең ғүмер юлы иң элек ата-әсә тәрбиәһенән башлана, балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, ғүмеребеҙҙең дауамы. «Ата-әсәнең үҙ балаһына биргән иң хәйерле бүләге - күркәм холоҡ» - тигән пәйғәмбәребеҙ. Үҫә килә бала мәктәпкә уҡырға бара, унда иһә уҡытыусылар уҡыусыларға ошо фани донъяла уңышлы йәшәү өсөн белем бирә.
Октябрь революцияһына тиклем мәҙрәсәләр булған, унда әле мәктәптә уҡытылған фәндәрҙән тыш, дини ғилемдәр ҙә бирелгән. Совет осоронда бындай ғилем төшөрөп ҡалдырылған, һөҙөмтәлә Аллаһының ғәҙел хөкөмөнән ҡурҡмау сәбәпле аҙғынлыҡ, насар ғәҙәттәр күбәйгән.
Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә дин дәрестәрен алып барыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар: мәҙрәсәлә уҡып сыҡҡан, уҡытыусы һөнәрен алған остазыбыҙ ҙа бар. Уҡыусыларыбыҙҙы был ғилемдән мәхрүм итмәйек.
Икенсе төркөмдәге имамдар мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы менән осрашты. Сараны Ишембай районының «Аҡһаҡалдар» ойошмаһы етәксеһе, Маҡар ауылының имам-хатибы Юлай хәҙрәт Йомағужин «Фатиха» сүрәһен уҡыуҙан башлап ебәрҙе. Артабан нимә ул дин һәм ни өсөн кәрәклеген аңлатып үтте. Дин - ул аҡылы сәләмәт кешенең үҙ теләге һәм ихтыяры менән ике донъя рәхәтлегенә ирештерә торған илаһи бер ҡанун, тип һүҙен йомғаҡланы Юлай хәҙрәт.
Артабан ошо фаразды Ишембай районы мөхтәсибе урынбаҫары Рәсүл хәҙрәт, Йәнырыҫ ауылының имам-хатибы Рәшит хәҙрәт дауам итте. Улар был донъяның беҙгә ваҡытлыса - һынау, имтихан өсөн генә бирелгәнен һәм шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәү кәрәклеген әйтте.
Сараның икенсе өлөшө, ауылыбыҙҙың тарихына байҡау яһап, уны өйрәнеү ине. Был теманы Маҡар ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың тарихын яҙған китап авторы, билдәле журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужин алып барҙы. Үҙенең “Дүрт данлы быуат” тигән китабына нигеҙләнеп Фаяз Фуат улы залда ултырыусыларға ауылдың бай тарихы тураһында һөйләне. Был китапты яҙыуҙа ул Мәскәү, Өфө һәм Ырымбур архивтарында байтаҡ ҡына эҙләнеүҙәрен әйтеп үтте. Шулай уҡ ауылдаштарыбыҙҙың хәтирәләре һәм биргән фотолары, бигерәк тә ауылыбыҙҙың өлкән кешеһе Азат Ишҡоловтың ярҙамы ныҡ булыуын билдәләне, рәхмәттәрен еткерҙе.
Тарих беҙҙе элекке быуындарҙың хәйерле эштәренән үрнәк алып йәшәргә, ә кәмселектәренән ары торорға өйрәтә.
Был сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ауыл биләмәһе, мәҙәниәт йорто һәм мәктәп етәкселәренә рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас: