

Концерт алдынан фойела ирекмәндәр эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Шулай уҡ бында «Һалдатҡа хат» акцияһы барҙы. Ололар һәм балалар яугирҙарға үҙ теләктәрен яҙҙы.
Районыбыҙҙың үҙешмәкәр артистары һәм бейеү коллективтары сағыу сығыштар күрһәтте. Патриотик йырҙар һәм бейеүҙәр тамашасыларға бик оҡшаны.
Билеттарҙан йыйылған аҡсалар яугирҙарға ярҙам фондына ебәреләсәк. Ойоштороусылар ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерә. Йыйылған гуманитар ярҙам тиҙҙән фронтҡа оҙатыласаҡ.
Автор фотолары.