Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Октября , 09:02

Иғтибар һәм ярҙам мөһим

Муниципаль район хакимиәте мобилизацияланған яҡташтарҙың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итеү буйынса системалы эште дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар һәм ярҙам мөһимИғтибар һәм ярҙам мөһим
Иғтибар һәм ярҙам мөһим

- Беҙҙең адресҡа мобилизацияланған яугирҙың ҡатынынан мөрәжәғәт килде. Ғаилә башлығы 2022 йылдан махсус хәрби операция зонаһында Ватан именлеге мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итә, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин. - Яугирҙың ғаиләһе хужалыҡта физик ярҙамға мохтаж. Уның ҡатыны йорт янындағы сүп-сарҙы сығарырға һәм тирә-яҡты баҫҡан ҡыуаҡтарҙы киҫергә, үҫентеләрҙе йолҡорға ярҙам итеүҙе һораны.

Рәмил Миңлеәхмәт улы билдәләүенсә, был йәһәттән барлыҡ кәрәкле эштәр ҙә башҡарылған.

- Шуныһы мөһим: һәр һалдат та уның йорто һәм яҡындары ышаныслы һаҡ аҫтында икәнлеген белергә тейеш, - тип белдерҙе етәксе.

 

Иғтибар һәм ярҙам мөһим
Иғтибар һәм ярҙам мөһим
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас