

Яугир Һайран ауылында Әсмә һәм Ғайса Яҡуповтар ғаиләһендә 1966 йылда туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән сая, сос малай, баҫҡан ерендә ут сығарыр егет булып өлгөрә. Мәктәп йылдарында еңел атлетика менән шөғөлләнгән Азамат Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Совет армияһына алынғас, Германияла мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итеп, офицер дәрәжәһенә етә. Артабан еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат исемен алыуға өлгәшә. Егет студент йылдарында ғашиҡ булған Әлфиә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Хеҙмәт юлын икеһе лә Түбәнге Әрмет ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Әлфиә ингиз теленән уҡытһа, Азамат физкультуранан дәрес бирә. Бер нисә йылдан улар Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылына йәшәргә күсә. Уҡытыусылыҡ эшен ошонда дауам итәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, Әлфиә мәрхүмә булып ҡала, улдары Айнурҙың да ғүмере ҡыҫҡа була. Яҡындарын юғалтҡан Азамат оҙаҡ күңеленә урын тапмай.
2022 йылда илдә өлөшләтә мобилизация башланғас, ул үҙенең алғы һыҙыҡтағы егеттәргә терәк булырға тейешлеген яҡшы аңлай. Спорт менән дуҫ булыуы, физик культура өлкәһендә ярайһы уҡ тәжрибә туплауы уға ныҡлы ҡарарға килергә этәргес була. 2024 йылдың октябрендә Азамат хәрби контракт төҙөп, Донбасҡа хеҙмәт итергә юллана. Ул бында тап атаһының, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайса Яҡуповтың, үткән юлынан йөрөй. Яҡыны Украина ерен фашистарҙан һаҡлап, Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан була. Азамат Яҡупов хеҙмәт иткән “Центр” төркөмөнөң мотоуҡсылары йөҙәрләгән кешенең ғүмерен хәстәрләп, көн дә Донбасс юлдарын дошман һөжүменән һаҡлай. Трассала тап уларҙың пулемётлы пикаптарын осратырға була. Ә юл ситтәрендә һауа күҙәтеүе постары һаҡта тора. Улар янында тормош үҙ яйы менән бара: ябай халыҡ еңел машиналарҙа йөрөй, комбайнсылар һәм тракторсылар баҫыуҙарҙа уңыш йыя. Көндәрҙең береһендә “Центр” төркөмө 51-се армияһының 1-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт иткән Азамат Яҡупов тракторсыға һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппаратын атып төшөрә.
- Был хәл ошо ерҙән 150-200 метр алыҫлыҡта булды. Дрон туп-тура тракторсыға осоп килә ине. Уның йөҙө, ҡобараһы осоп, ап-аҡ булғайны, аҙаҡ оҙаҡ ҡына һөйләшә алмай торҙо, - тип һөйләне Азамат хәрби хәбәрсе Валентин Трушнинға. Был көндә пост хәрбиҙәре барлығы дүрт “ҡошсоҡ”то атып төшөрә. Дүртенсеһе баш остарынан ғына осоп үтә. Ысынында, унар килограмлы шартлатҡыстар менән осҡан дрондарҙы осратыу ҡурҡыныс. Тоҫҡап атҡанда ла, уның эргәңә генә килеп төшөүе ихтимал, тип белдерҙе яугирҙар.
Һәр мобиль ут төркөмө үҙҙәре атып төшөргән дрондарҙың иҫәбен алып бара. Был, әлбиттә, дошманға йөҙәр мең долларлап зыян килтерә. Иң мөһиме – мотоуҡсылар ҡотҡарған кешеләрҙең ғүмере. Азамат Яҡупов махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Хеҙмәт осоронда атып төшөргән пилотһыҙ осоу аппараттарының иҫәбен ул үҙе лә иҫләмәй. Бик күп улар. Яҡташыбыҙға именлек һәм уңыштар юлдаш булһын.
Фото шәхси архивтан.