

Яҡташтарыбыҙ Йәмилә Мусина, Айгөл Иҫәнғолова һәм Гөлсара Әминова йәйгән туҡмас яугирҙарға тыуған яҡтың йылыһын еткерәсәк. Миңлегөл һәм Мәжит Ямаловтар ебәргән бал — ир-егеттәрҙе тыуған яҡта һәр саҡ иҫкә алыуҙарының һәм өҙөлөп көтөүҙәренең матур бер сағылышы булып тора.
Бындай ярҙам шым ғына башҡарылған, әммә ысынлап та оло батырлыҡҡа тиң эш. Шундай берҙәм һәм ярҙамсыл яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Розалиә Төхвәтуллина.