

Һирәкләп булһа ла, ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтып ғаиләһен, туғандарын, район халҡын һөйөндөрөп тора. Кем һуң ул, «Шаман» тиерһегеҙ? Ябай кеше, ауыл малайы. Марат Нәбиуллин Ишембай районының Бәләкәй Байыҡ ауылында 1977 йылда күп балалы ғаиләлә тыуа. Тыуған ауылында 3-сө класты тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға керә. 9-сы класты тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған үҫмер, артабан техникумда уҡырға ниәтләй. Ҡала
тормошон үҙһенмәгән егет ауылға яңы комбайн ҡайтҡан тигән хәбәрҙе ишетеү менән, бар донъяһын онота, тыуған колхозына эшкә килә, көҙгә тиклем баҫыу киңлектәрен иңләй. Көҙ көнө күрше ауылға уҡырға бара, шунда 11-се класты тамамлай. Егет 1995 йылда армия хеҙмәтенә алына. Алыҫ Көнсығышта элемтәсе булып хеҙмәт итә, сержант дәрәжәһендә ауылға ҡайта. Ауылда һәүетемсә генә малтыуар аҫырап, ҡатыны һәм өс балаһы менән бик бәхетле йәшәп ятҡан яҡташыбыҙҙың биш йыл эсендә йәшәү барышы ғына түгел, күңел торошо ла үҙгәрә. Яуаплылыҡ тойғоһо көсәйҙе ти, ул.
Был юлы яҡташ яугирыбыҙ менән
Ишембайҙағы Волга буйы федераль
округының А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында осраштыҡ. Үрге
Этҡол ауылы егете Дамир Ниғмәтуллин
«Шаман» менән бергә мобилизациялана,
һалдат ҡаласын да яҡташы менән бергә ауыҙ
итә, үлем менән күҙгә-күҙ осраша, һалҡын
окоптарҙа төн үткәрә. Ана шул ваҡытта ике
яугир бер-береһен ташламаҫҡа һүҙ бирә. Дамирҙы, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, тыуған яҡтарына ҡайтаралар, әммә ул махсус хәрби
операция биләмәһендә ҡалған яуҙаштарын
онотмай, уларға ярҙам итеп тора. Бер нисә тапҡыр гуманитар ылау менән Донецк
яҡтарында булып ҡайта. Хәҙерге ваҡытта
йәш кадеттарҙы тәртипкә генә түгел, тормош сынығыуын үтергә, нисек йәшәргә өйрәтә.
Форсаттан файҙаланып, окопташ дуҫын
«Батырлыҡ дәресе»нә саҡыра. 8 класс кадеттары яугирҙы йотлоғоп тыңланы, ихлас итеп
һорауҙарын бирҙе. Бик күптәренең атайҙары
әлеге ваҡытта махсус хәрби операция
биләмәһендә Тыуған ил алдында изге бурыстарын үтәй. Ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙам
итеү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек
төшөнсәләр әңгәмә барышында тулыһынса
асылды. Кадеттар, үҙ сиратында, яҡшы уҡырға, маҡсатлы, тәртипле булып үҫергә һүҙ
бирҙе. Хәҙер инде яуҙа сыныҡҡан, тормош
һынауҙарын лайыҡлы үтә белгән яугирҙың
һөйләр һүҙҙәре, әйтер теләктәре лә күп ине
йәш быуынға. Бик ябай, үтемле итеп үҙенең
хеҙмәте тураһында һөйләне. Кешелеклелек,
кеселеклелек, бер-береңә хыянат итмәү...
Ошондай матур сифаттарҙы яҡташыбыҙ
хәрби махсус операция барышында ла һаҡлап
ҡала. Тағы ла һүҙ уны оҙатып ҡалған һөйөклө
ҡатыны, балалары, туғандары, күршеләре,
махсус хәрби операциялағы яҡташтары
алдындағы изге бурысы тураһында барҙы.
«Шаманды» һәр ауылда һәйбәт беләләр,
яраталар. Шуға ла тиҙ арала гуманитар ярҙам
әҙерләп, яугирҙың ҡулына тапшырҙылар.
Ваҡыты бик тығыҙ булһа ла, Марат Нәбиуллин
һәр ҡайҙа өлгөрөргә тырышты. Ял көнө
булыуға ҡарамаҫтан, Үрге Этҡол ауылының иң
әүҙем ирекмәндәре менән осрашты. Ҡыҫҡа
ғына ваҡыт эсендә нимәләр генә әҙерләмәгән
улар: маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым,
тыуған яҡ яландарында үҫкән шифалы
үләндәрҙән яһалған сәйҙәр, тәм-томдар.
«Шаман» Уразбай, Этҡол ауылы, Иҫке Ишембай халҡына, ирекмән Резеда Ғәлимоваға
рәхмәтле. Ул – махсус хәрби операция
башланғандан алып тәүгеләрҙән булып яҡташ
егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороусы
ла, алғы һыҙыҡҡа алып барып тапшырыусы
ла. Был юлы ул «Шаман»ға үҙ ҡулдары менән
теккән йылы кейемдәр тапшырҙы.
Таң менән юлға сығырға тейеш яугир яуҙа
батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең
яҡындары, туғандары менән осрашырға ла
өлгөрҙө. Үрге Этҡол ауылынан махсус хәрби
операция башланыу менән, 26 егет Тыуған
илен һаҡларға китә. Уларҙың туғыҙы яу яландарында ятып ҡала. «Шаман» ҡушаматлы
яҡташыбыҙ уларҙың барыһы менән дә һәйбәт
таныш, улар менән бергә Пенза ҡалаһында
хәрби әҙерлек үткән.
Ике йыл элек Айнур Байназаров хәбәрһеҙ
юғала. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, 2022 йылда әсәһе уны махсус хәрби операцияға оҙатып
ҡала. Марат Нәбиуллин ялға ҡайтҡан һайын
ошо йортҡа һуғылмай китмәй. Айнурҙың
әсәһенең хәлен белешә, дуҫы менән бергә
булған ваҡыттарҙы хәтерләп, иҫкә төшөрөп
ала. Зәкирә Байназарова улын һаман көтә,
уның иҫән булыуына өмөтләнә.
Махсус хәрби операцияның тәүге
көндәрендә үк батырҙарса һәләк булған
Тәлғәт Кинйәбуҙовтың әсәһе лә «Шаман»ды
күреп ҡалырға ашыҡты. Ике әсә был юлы ла
изге теләктәрен теләп, хәйер-фатихаларын
биреп, яугирҙы оҙатып ҡалды. Яҡташыбыҙ
һәр ваҡыттағыса иҫән-имен, еңеү менән
ҡайтырға һүҙ бирҙе. Ҡыҫҡа ғына ял үтеп тә
китте. «Шаман» иптәштәре янына ашыҡты.
«Шаман» беҙҙең ижади төркөм уның менән
хушлашҡанда шаяртып:
- Сирен сәскә атҡас та ҡайтып етермен, -
тине.
Еңеү менән тиҙерәк ҡайт, яугир!
Хәнә МӘҠСҮТОВА.
Автор һәм шәхси архив фотолары.