Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Сентября , 08:00

Окоптан умарталыҡҡа тиклем

Махсус хәрби операция ветераны дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен башлап ебәрҙе

Окоптан умарталыҡҡа тиклемОкоптан умарталыҡҡа тиклем
Окоптан умарталыҡҡа тиклем

Социаль контракт — махсус хәрби операция ветерандарына “Ватанды һаҡлаусылар” фонды күрһәткән иң кәрәкле ярҙам сараларының береһе. Ул кисәге яугирҙарға дәүләттән аҡса алырға мөмкинлек бирә — был аҡсаны үҙ эшеңде асыуға йәки үҫтереүгә йүнәлтергә һәм тотороҡло килем алырға мөмкин. Рәсәй Президенты ҡарары арҡаһында 2026 йылдың 1 ғинуарынан махсус хәрби операция ветерандары өсөн социаль контракт механизмы киңәйтелде.

ЯРҘАМ ҺОРАП ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ

“Ватан һаҡлаусылар” фонды башланғысы менән социаль контракт төҙөү ябайлаштырылған схема буйынса бара. Хәҙер яугирҙар, шулай уҡ уларҙың ҡатындары (әгәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе I йәки II төркөм инвалиды тип танылһа), ғаиләнең йән башына тура килгән килеменә ҡарамайынса, социаль контракт төҙөй ала. Финанс ярҙамдың суммаһы 350 мең һумға тиклем тәшкил итә. Аҡса алыу өсөн йәшәгән урын буйынса “Ватан һаҡлаусылар” фонды филиалына йәки халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Махсус хәрби операция ветеранына фондтан тәҡдимнамә бирелә. Аҙаҡ уға бизнес-план әҙерләргә кәрәк. Уны төҙөүҙә “Минең бизнесым” төбәк үҙәктәре белгестәре ярҙам күрһәтә. Артабан документтарҙы рекомендация менән бергә халыҡты социаль яҡлау органдарына ебәрергә кәрәк һәм, теләк булһа, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә бушлай уҡырға мөмкин, – тип аңлатты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ишембай районындағы социаль координаторы Рита Ускова. Ишембай районында йәшәүсе Фәнис Яппаров тап ошо юлды үткән.

“МИН ҮҘЕМДЕ ҺЫНАП ҠАРАРҒА БУЛДЫМ”

Яҡташыбыҙ – запастағы офицер, ауыл хужалығы институтының хәрби кафедраһын тамамлаған. Фәнис махсус хәрби операцияға 2025 йылдың февралендә юлланған. Унда барырға ҡарар ҡабул итергә күп ваҡыт кәрәкмәгән. Бындай аҙымдарға нигеҙ мәктәп йылдарында уҡ һалынған. Тап унда хәрби етәксе Марат Әнүәр улы Әбдрәшитов Фәнис Яппаровҡа патриотик тәрбиә биргән.

- Иң беренсе үҙемде һынап ҡарарға булдым, – ти ул. – Тәүҙә офицерҙар йыйынына барҙым, яңынан уҡыу үттем. Күп тә үтмәй хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иттем һәм алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлау ниәтем тураһында белдерҙем. Хәрби комиссар миңә илдең хәрби армия резервына (БАРС) ҡушылырға тәҡдим итте,
шулай итеп мин Ростовтағы полигонға, ә унан һуң Луганск йүнәлешенә барып сыҡтым. Олатайым хөрмәтенә “Нур” ҡушаматын алдым.

Фәнис Яппаровтың хәрби бурысы булып яралыларҙы һуғыш яланынан эвакуациялау торған. Дошмандың бер туҡтауһыҙ тиерлек ут яуҙырыуы арҡаһында ҡайһы бер осраҡта был эште шунда уҡ башҡарып булмаған. Яҡташыбыҙ ундай мәлдәрҙә яугирҙарҙың һәр ниндәй һөҙөмтәгә лә рухи яҡтан әҙер булыуын белдерҙе. Бер аҙҙан һаулығы насарайыу сәбәпле, Фәнисте госпиталгә тикшеренеүгә ебәрәләр, ә унан һуң демобилизациялайҙар.

БИЗНЕС-ПЛАН ҺӘМ БАЛ

Махсус хәрби операция ветераны Ишембайға ҡайтҡас, нимә менән шөғөлләнергә икән тип уйлай. Геройҙың хеҙмәт биографияһы бай: колхозда эшләгән, унан һуң педагогик белем алып, ауыл мәктәбенә хеҙмәт уҡытыусыһы булып урынлашҡан, бер аҙҙан директор булған. Унан тыш, Ишембай технологик транспорт идаралығында слесарь һәм механик булып эшләгән, үҙенең пилорамын да асҡан. Бер саҡ бәләкәй сағындағы хәтирәләрҙән буласаҡ эше иҫенә төшә. Фәнистең атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, ул бала сағын умарталыҡта үткәргән.

— “Ватанды һаҡлаусылар” фонды аша мин Өфөлә бизнес алып барыу курстарында уҡыным, бизнес-план яҙҙым һәм яҡланым. Социаль контрактты майҙа уҡ алдым, умартасылыҡ өсөн бер аҙ һуң ине, шулай ҙа эш башларға тәүәккәлләнем. Урта Рәсәй тоҡомло 15 бал ҡорто ғаиләһе һатып алдым һәм эш башланды, - тип уртаҡлашты махсус хәрби операция ветераны.

Фәнис умарталарынан тәүге 15 банка бал алған. Файҙалы был тәмлекәсте таныштары араһынан һораусылар бар. Яҡташыбыҙ “санаһын йәйҙән әҙерләй” - умарталарын ҡышлатыу өсөн урын әҙерләй, киләһе миҙгелгә план төҙөй. Фәнис Яппаровтың тарихы – дәүләттең, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының оператив ярҙамы һәм шәхси башланғыс махсус хәрби операция ветерандарына тыныс тормошта үҙҙәрен табыу, яратҡан эшенә һәм тотороҡло килемгә эйә булыу
өлгөһө булып тора.

ТЫНЫС ТОРМОШҠА ҠАЙТАРАЛАР

Республикабыҙҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы алдынғы һыҙыҡтан ҡайтҡан меңдәрсә яугирға булышлыҡ итә. Йәй башында Фондтың эшмәкәрлеге тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ентекле һөйләне.

Өс йыл эсендә төбәктә фонд ярҙамында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарынан 115 мең кеше ярҙам алды. 135 мең мөрәжәғәт хәл ителде, бөтә республика буйынса 140 социаль координатор булдырылды. - Бөгөн фонд — махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙарҙың ғаиләләре менән эшләүҙә беҙҙең төп партнёрыбыҙ. Медицина реабилитацияһы, психологик ярҙам, юридик оҙатыу, эшкә урынлашыуҙа ярҙам, торлаҡты яраҡлаштырыу - быларҙың
барыһы ла егеттәргә тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән ғәмәлдәр. Шулай уҡ үҙеңде төрлө өлкәләрҙә тормошҡа ашырыу”, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, МХО ветерандарының ҡайһы берәүҙәре үҙен ижадта таба. Башҡалар, беҙҙең мәҡәлә геройы Фәнис Яппаров кеүек, күптән хыялланған үҙ эшен аса. 500-ҙән ашыу ветеран адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Тик 2025 йылда ғына улар өсөн 900-гә яҡын ярыш ойошторолған.

- Фондтың социаль координаторҙары өйҙәренә ҡайтҡан барлыҡ егеттәр менән бәйләнештә тора. Яугирҙарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам итә. Еңелдән булмаған, ҙур фиҙаҡәрлек талап иткән, бик мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ихлас рәхмәтемде белдерәм, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров фондтың Башҡортостан Республикаһындағы филиалы командаһын өс йыллыҡ юбилейы менән ҡотлағанда.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас