

Махсус хәрби операция геройы Линар Ғарипов тураһында 2022 йылдың мартында уның бабайы – ҡалабыҙҙың 2-се спорт мәктәбендә грек-рим көрәше буйынса тренер булып эшләгән Заһир Ғарипов аша ишетеп белдем. Заһир ағай һөйләүенсә, Линарҙы яҡындары яңыраҡ ҡына ер ҡуйынына тапшырғайны. Яугирҙы һуңғы юлға оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгән, ата-әсәһенең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашҡан. Заһир ағай күрһәткән фотолағы һыу һөлөгөндәй егеттең янып торған ҡарашы һәм ихлас йылмауы аша физик түгел, ә тап рухи ныҡлыҡ тойолдо. Ошо мәлдән алып уның исеме хәтеремә мәңгегә уйылып ҡалды.
Хәрбиҙәр династияһы ҡайҙан башланғыс ала?
Был хәлгә дүрт йыл да үтеп киткән. Быйыл 8 майҙа, Ишембай ҡалаһындағы төп парадтан бер көн алда, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһендә үткән Еңеү парадында ҡатнашырға тура килде. Абруйлы ҡунаҡтар араһында Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Марат Ғарипов исемле хәрби ветеран да бар ине. Мәҡәлә өсөн фекер уртаҡлашырға тип мөрәжәғәт иткәндә Марат ағайҙың тап Линар Ғариповтың атаһы булыуы асыҡланды. Уның менән шунда уҡ дуҫтарса йылы мөнәсәбәт булдырылды. Хәләл ефете Альбина Малик ҡыҙы менән “Торатау” гәзитенең 25 йыллыҡ юбилейына ла килеп ҡайттылар.
Улар икеһе лә, үҙ эшенең оҫтаһы һәм махсус хәрби операция яугирының ата-әсәһе булараҡ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ғариповтар ғаиләһенең быйылғы йәйе лә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән ялһыҙ үтте, тиһәң дә була.
Башҡортостандың көнбайышында тыуып, уның көньяҡ мөхитен үҙ иткән Марат Ғәли улының тормош һәм хеҙмәт
юлы ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла. Уның
нәҫел тамырының бер тармағы Туймазы районының Аҙнағол ауылына барып
тоташа. Олатаһы Ғәзиз Ғарифулла улы
Ғарифуллин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғәзиздең бер туған ағаһы Нурғәли
Ғарифуллин һәм бер туған ҡустыһы Нурулла Дәүләтшин дә фронтта алышҡан.
Фамилияларға килгәндә, улар бер документта – Ғарифуллин, икенсеһендә
Дәүләтшин булып килә.
Ғарифуллиндарҙың олоһо, Нурғәли,
1903 йылда тыуған. Фронтҡа 1942 йылда
алынған. Туймазы районының хәтер китабына ҡарағанда, ул 1942 йылдың июнендә
хәбәрһеҙ юғалған.
Марат ағайҙың олатаһы Ғәзиз - 1906
йылғы. Баҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың 8
ғинуарында фронтҡа ебәрелә. Һалдат
һуғыш тамамланғансы хеҙмәт итә, тыуған
яғына сержант дәрәжәһендә әйләнеп
ҡайта. Яуҙағы батырлығы өсөн III дәрәжә
Дан ордены менән наградлана (награда
документы 1946 йылдың 6 авгусы менән
раҫланған). Ғәзиз Ғарифуллин һуғыштан
һуң тыныс тормошҡа ҡайта, балалар
үҫтереп, матур итеп донъя көтә.
Төпсөктәре Нурулла 1908 йылда донъяға килгән. Ҡыҙыл армиялағы
хеҙмәтен һуғышҡа тиклем 1934 йылда уҡ
башлай. 1945 йылда “Хәрби ҡаҙаныштар
өсөн” миҙалы менән бүләкләнә (документы 1945 йылдың 19 ғинуары
менән раҫланған). Һуғыштан һуң Нурулла Дәүләтшин тәүҙә – НКВД-ла, артабан КГБ-ла хеҙмәт итә. Уның хәрби
дәрәжәләренә килгәндә, 1936 йылда – дәүләт хәүефһеҙлеге сержанты,
1939 йылда лейтенант була. Хеҙмәтен
1956 йылда майор дәрәжәһендә тамамлай. Тап Нурулла Ғарифулла улы дәүләт
хәүефһеҙлегендә хеҙмәт итеү йолаһын
киләсәк быуынға тапшыра.
Шулай итеп өс бер туған Ғарифуллиндар
Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур көс һала.
Чернобыль АЭС-ы фажиғәһенән ФСБ-лағы хеҙмәткә тиклем
Марат Ғарипов Баҡалы районының
Баҡалы ауылында 1960 йылдың 23
ноябрендә тыуған. 1978 йылда мәктәпте
тамамлағас, һөнәрселек училищеһына
уҡырға инә һәм водитель һөнәрен
үҙләштерә. Совет армияһында хеҙмәт
итеп ҡайтҡас, Нефтекама нефть техникумында “Автомобилдәрҙе техник
хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау” белгеслеге буйынса уҡый. Хеҙмәт юлын Октябрьский ҡалаһында технологик транспорт
идаралығында водитель булып башлай.
Ағиҙел ҡалаһына күскәс, Башҡортостан
атом электр станцияһы төҙөлөшө (1990
йылда туҡтатыла) идаралығындағы автотранспорт предприятиеһында водитель
булып эшләй.
Марат Ғарипов 1986 йылдың авгусында Украина ССР-ы Киев өлкәһе Вышгород районында урынлашҡан Чернобыль атом электр станцияһының авария
эҙемтәләрен юҡ итеү буйынса дәүләт
йөкләмәһен үтәргә ебәрелә. Ул фажиғә
зонаһында 1986 йылдың 8 авгусынан
28-енә тиклем эшләй. Марат Ғәли улы
6 августа сыҡҡан 363-сө приказ менән
Чернобыль АЭС-ның автотранспорт
предприятиеһы идаралығының эксплуатация буйынса автотранспорт начальнигы урынбаҫары булып тәғәйенләнгән
була. Ул 30 километрға һуҙылған ябыҡ
зонала авария эҙемтәләрен юҡ итеү өсөн
бетон һәм башҡа материалдар ташыған
водителдәрҙе һәм автотранспорттарҙы
контролдә тота.
Кешелек тарихында иң ҙур техноген
һәләкәттәрҙең береһе булған Чернобыль
атом электр станцияһында эшләгәндә
Марат ағайға ни бары 25 йәш кенә була.
- Ағиҙел ҡалаһында Башҡорт АЭС-ы
төҙөлөшөндә эшләп йөрөгән саҡ. Бер
саҡ беҙгә, юлға йыйынырға ике сәғәт, тип
фарман бирҙеләр. Артыҡ һорау бирергә
ярамай. 20-45 йәштәрҙәге 10 водителдән
торған беҙҙең команда шартлаған
дүртенсе энергоблокҡа барырға тейеш ине. Мин уларҙың һәр береһе өсөн
ныҡ борсолдом. Аҙаҡ тегендә, Марат, һин беҙгә атай кеүек, тип шаярта
торғайнылар, - тип иҫкә алды Марат Ғәли
улы. – Юл оҙаҡҡа һуҙылды. Самолеттар,
томан, бер транспорттан икенсеһенә
күсеп ултырыуҙар... Билдәләнгән зонаға
барып еткәндә беҙҙе тынлыҡ ҡаршы
алды. Ә үҙенсәлекле металл еҫе аҙаҡ
оҙаҡ хәтерҙән сыҡманы. Ерән төҫтәге урманды йыш иҫкә төшөрәм. Ҡарағайҙар
сағыу ерән төҫтә ине. Тирә-яҡ көҙҙө
хәтерләтә. Матурмы? Ләкин был – әжәл
матурлығы ине. Радиация ағастарҙың
төҫөн үҙгәрткән. Ул бөтә ерҙә. Иң
ҡыҙғанысы, уны күреп тә, еҫкәп тойоп та
булмай. Ни бары приборҙар ғына ҡайҙа
йөрөргә ярағанлығын күрһәтә ине.
Марат ағайҙың командаһына дозиметрҙар бирәләр, улар тәүлек әйләнәһе
сменалап эшләй. Ир-егеттәрҙең бурысы – саркофаг төҙөлөшө өсөн бетон, металл конструкциялар ташыу. Йөк ташыу
машиналарының кабиналарын ҡурғаш
пластиналар менән көпләйҙәр, шулай
радиация дозаһын бер ни тиклем кәметеп
була. Ә иң төп хәүефһеҙлек ысулы башта – насар нәмәләр тураһында уйларға,
ҡурҡырға ярамай.
- Бер саҡ төшкө аш мәлендә шундай
күренешкә тап булдым. Бер егет алма
өҙөп алды, йыуҙы. Прибор тыштан норма
күрһәтте. Уны ярғас ҡына эстән зарарлы булыуы күренде. Бына ошолай күҙгә
күренмәгән хәүефте танырға өйрәндек, -
тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем.
Эш күп була. Саркофаг төҙөгәндә
эшселәр бетонды емерелгән блоктың
стенаһы аҫтына ташый. Кешеләр һәм техника өсөн яуаплы Марат Ғарипов көн дә
кәңәшмәләрҙә ҡатнаша, отчеттар төҙөй.
- Иң хәтерҙә ҡалғаны – “ятаҡ”ҡа ҡайтҡан
саҡтар. Был ниндәйҙер уҡыу йортоноң
бинаһы. Инеү урынында ҡулдарына прибор тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар тора, беҙҙең
аяҡ кейемдәрен тикшерәләр. Кемдер бер
һүҙ ҙә өндәшмәй, кемдер көлгән була,
кемдер төнгө ауыр сменанан иртәнге
ашҡа тора алмай... Ләкин бер кем дә
был эштән баш тартып, дуҫтарын ташлап ҡасманы. Сөнки беҙ бер хаҡиҡәтте
белә инек – беҙҙең артта тотош ил тора.
Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр ине?, - тине
Марат ағай. – Тәүге көндәрҙең береһе
ныҡ хәтерҙә уйылып ҡалған. Тимер-бетон
участкаһына юлланғанда шартламаған
снарядҡа тап булдым. Һуғыш бында
1941-1945 йылдарҙа үтһә лә, беҙгә үҙе
тураһында 1986 йылда иҫкә төшөрҙө.
Мин шул саҡта: “Шулай ҙа була икән –
үткән менән бөгөнгө бер урында осраша,
ә беҙ унан ҡотола алмайбыҙ”, - тип уйлап
ҡуйғайным.
Был кеше ғүмере өсөн хәүефле зонала
эшләү осоронда Марат Ғариповты Чернобыль АЭС-ы төҙөлөшө етәкселеге ике
тапҡыр рәхмәт хаты менән билдәләй. Ә
иң юғары награда – уларҙың үҙ эшен тамамлауы. Саркофаг төҙөлә!
Чернобыль фажиғәһенең эҙемтәләрен
бөтөрөүҙә ҡаҙаныштар күрһәткән Марат
Ғариповтың тормош юлы ҡырҡа икенсе
яҡҡа үҙгәрә. Уны дәүләт хәүефһеҙлеге
органдарына хеҙмәткә саҡыралар. Дөйөм
алғанда, Марат Ғәли улы был хеҙмәткә 20
йыл (1987-2007 йй.) ғүмерен бағышлай.
Тәүҙә КГБ-ла, артабан ФСБ-ла эшләй.
Уның хәрби һәм ведомство наградалары күп, ләкин иң мөһиме – уҙаман бурыс
төшөнсәһен балаларына лайыҡлы тапшыра ала.
Марат Ғарипов Ватан алдындағы
намыҫлы хеҙмәте өсөн “Һәләкәткә
осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби
хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәсәй
офицерҙары”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”,
“Ватан һаҡсыһы атаһы” миҙалдары һәм
башҡа наградалар менән баһаланған.
Марат Ғәли улы Салауат ҡалаһының
“Чернобыль” союзы” йәмәғәт ойошмаһында 1993 йылдан тора. Бөгөн хаҡлы
ялда булыуға ҡарамаҫтан, ул йәмәғәт
эштәрендә әүҙем ҡатнаша, йәш быуынды
тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, Салауатта,
Ишембайҙа хәтер митингыларына сыға.
2026 йылдың июнь айында Марат Ғариповҡв республиканың юғары
наградаһы – Салауат Юлаев ордены тапшырыла.
Хәрбиҙәр тылы – ныҡлы ғаилә
Һәр уңышлы эш, карьера һәм
ҡаҙаныштар артында ҡатын-ҡыҙ тора.
Хәрбиҙәргә бигерәк тә икенсе яртыһының
ярҙамы, еңел булмаған хеҙмәтен аңлап
ҡабул итеүе, төплө кәңәштәр биреүе, фатихалары менән оҙатып ҡалыуы кәрәк.
Марат Ғариповтың тормош юлдашы Альбина Малик ҡыҙы Ишембай
районының Этҡол ауылында 1965 йылдың
7 ноябрендә тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт
педагогия институтында уҡып, уҡытыусы
һөнәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта Салауат ҡалаһының 18-се мәктәбендә башҡорт
теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ғүмерен
педагогияға бағышлаған яҡташыбыҙҙың
эшенең төп принцибы булып һәр саҡ
балаларҙа үҙ тамырҙарыңа хөрмәт, ғаилә
һәм ил тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү
тора.
Альбина Малик ҡыҙы етәкселегендә
уҡыусылар “Минең шәжәрәм”, “Фамилиям нисек барлыҡҡа килгән?”,
“Нәҫелемдең билдәле кешеләре”,
“Ҡаламдың арҙаҡлы кешеләре”, “Олатайым – Бөйөк һуғыш ветераны” һәм башҡа
тәрбиәүи темаларға ғилми эштәр яҙалар.
Педагогтың тәрбиәләнеүселәре ҡала, район һәм республика конкурстарында еңеүҙәр яулай.
Уның фиҙаҡәр хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, ғилми һәм тәрбиәүи эше гәзитжурнал биттәрендә яҡтыртылып бара.
Альбина һәм Марат Ғариповтар ике ул тәрбиәләп
үҫтерәләр. Икеһе лә – илдең лайыҡлы улдары,
илһөйәрҙәр. Оло улдары әсәһе юлынан китеп, педагог
һөнәрен һайлай. Ул Силәбе ҡалаһында спорт институтын
тамамлай, дзюдо буйынса спорт мастерлығына кандидат. Әлеге мәлдә себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Ғариповтарҙың кесе улдары – Линар, киләһе һүҙ тап
уның тураһында барасаҡ.
Атаһы юлынан ғорур атлап үтте...
Линар Ғарипов 1999 йылдың 20 майында донъяға килә.
Бәләкәйҙән тырыш, яуаплы, сәмсел һәм күҙәтеүсән
булып үҫә. Ҡаланың 2-се гимназияһын тик яҡшы
билдәләргә генә тамамлай.
Альбина Малик ҡыҙы иҫкә алыуынса, Линар ҡайҙа ғына
бармаһын – шифаханалар, пионер лагерҙары, спорт
ярыштары булһынмы – ата-әсәһенә яҡшы тәрбиә өсөн
бирелгән рәхмәт хаттары алып ҡайта. Әлбиттә, ата-әсә
ғәзиз улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.
Мәктәп йылдарында Линар әсәһе менән бергә “Мин
– илһөйәр” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Шул
саҡта уларға Рәсәй Президентының туғаны Путиндар ғаиләһенең шәжәрә китабын бүләк итә. Был бүләк
Ғариповтар ғаиләһе өсөн символға әйләнә.
2017 йылда мәктәпте тамамлағас, кесе Ғарипов Ҡазан
юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. 2021 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл диплом һәм алтын миҙалға тамамлай. Егеттең фотоһы “Беҙ улар менән ғорурланабыҙ” тип яҙылған почет таҡтаһында урын ала.
Училищела уҡыу йылдарында Линар спорт һәм
ғилми эш менән әүҙем шөғөлләнә. Ул каратэ буйынса күнекмәләр үтеп, 2017 йылда Кёкусинкай стилендә
көрән билбау ала. Функциональ күпбәйге буйынса спорт
мастерлығына кандидат була. Уның маҡтау ҡағыҙҙары
ғилми-тикшеренеү эштәрендәге уңыштары тураһында
дәлил булып тора.
Ҡазан юғары танк команда училищеһын
тамамлағандан һуң, Линар Ғарипов Ырымбур өлкәһе
Тоцкое хәрби ҡаласығында урынлашҡан 12128-се хәрби
часҡа хеҙмәткә ебәрелә.
Әсәһе улынан, ни өсөн хәрби һөнәрҙе һайланың, тип
һорағанда Линар бер һөйләм менән генә етди яуап
ҡайтара:
- Әсәй, шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау.
Ошонан һуң Альбина Малик ҡыҙы улына башҡа
һорауҙар бирмәй.
- Иҫемдә тағы шундай күренеш һаҡланып ҡалған...
Водитель танытмаһы алғанға тиклем үк Линар машина,
хатта танк менән ҡыйыу идара итә ине. Барыһы ла бала
саҡта уҡ башланды, уны бәләкәй генә булған сағында
машина йөрөтөргә өйрәттем. Беҙ ҡала ситенә сығып,
баҫыуҙа йөрөргә өйрәндек, - тип һөйләне уның әсәһе.
– 2021 йылда Линар водитель танытмаһы алырға булды. Ул саҡта COVID-19 пандемияһы туҡтамағайны әле,
юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса имтиханға яҙылыуы
ҡатмарлы ине. Линар үҙе Ҡазанда уҡый, ә имтиханды Салауатта тапшырырға кәрәк. Отпускы ла ҡыҫҡа,
ҡағиҙәләрҙе уҡырға ваҡыт етмәй. Ләкин улым уларҙы ике
сәғәт эсендә ятлап та ҡуйҙы. Уның белемен ирем менән
икәүләп билеттар буйынса тикшерҙек. Ул һорауҙарға
тапҡыр итеп яуап бирҙе. Шул саҡта Линарҙың хәтеренә
һәм талантына һоҡланып бөтә алманыҡ. Ул бәләкәйҙән
ныҡ ҡыҙыҡһыныусан ине, бөтә нәмәне шунда уҡ өйрәнеп,
иҫендә ҡалдырып бара торғайны.
Махсус хәрби операцияла Линар ысын офицерҙарса
көрәшә. Егет һалдаттар артына йәшенмәй, һәр саҡ алда
була. Уның танкы әллә нисә тапҡыр янған була, Ғарипов
уттан ҡурҡмай, һәр янғынды һүндерә.
Хәрби йөкләмәләрҙе үтәгәндән һуң яугирҙар үҙ позицияларына ҡайтып килгән була. Танк зыян күрһә лә,
йөрөрлөк хәлдә. Экипажды нисек булһа ла имен алып
ҡайтып еткерергә кәрәк. Линар, юлдың хәүефһеҙ булыуын күреү өсөн, люктан башын сығарып ҡарай. Ошо саҡта
уң сикәһенә дошман уты тейә... Экипаж иҫән ҡала, сөнки
Линар үлемде үҙенә ала.
Гвардия лейтенанты Линар Марат улы 2022 йылдың 18
мартында махсус хәрби операцияла хәрби йөкләмәләр
үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Офицер Ғарипов махсус хәрби операцияла күрһәткән
батырлығы өсөн үлгәндән һуң генерал Шайморатов
ордены менән наградлана. Салауат ҡалаһының 2-се
гимназияһында уның яҡты иҫтәлегенә QR-кодтар менән
Герой партаһы асылған. Уларҙың береһе Линарҙың
ҡыҫҡаса биографияһы бирелгән “Халыҡ хәтере”
сәхифәһенә алып бара. Икенсеһе “Бәйләнештә” социаль
селтәрендәге “Линар Ғарипов” төркөмөн күрһәтә.
Улын юғалтҡандан һуң Альбина Малик ҡыҙы үҙ
ҡайғыһына батып ҡалмай, артабан йәшәргә көс таба.
Ул Линарҙың һәм башҡа һәләк булған яугирҙарҙың
хәтерҙәрен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып бара,
улдарын юғалтҡан әсәләргә ярҙам итә.
- Үҙең янып бөтөп барғанда ла башҡаларға юл яҡтырт, тиҙәр. Был һүҙҙәр тап Линар тураһында. Ул бер нимәнән дә ҡурҡмайынса йәшәргә ашыҡты. Нимәгә генә тотонмаһын, барыһы ла ҡулынан килә торғайны, - тип уртаҡлашты Альбина апай. – Ул Гагарин һымаҡ нур бөркөп торған яҡты күңелле кеше булды. Ябай Совет балаһы ине. Бала сағында беҙгә ҡарап: “Әсәй, атай, һәр саҡ йәш булмаҫһығыҙ. Һеҙҙе кем яҡлар инде?” - тип һорай торғайны. Тик был һорауында балаларса бер ҡатлылыҡ юҡ ине. Был һүҙҙәрендә уның яҙмышы булған. Линар әсәһенең тыуған яғы Ишембайҙы ныҡ яратҡан була. Салауат ҡалаһына каникулға ҡайтҡанда ла изге Торатауҙы күрмәйенсә китмәй. Уның итәгендә өнһөҙ ҡалып, уйланып торорға яратҡан ул.
- Ошо ерҙән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һуғышҡа киткән.
Тау уларҙы оҙатып ҡалған һәм ҡаршы алған. Ул беҙҙең
шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла көндәребеҙҙең шаһиты, - тип
әйтер булған Линар.
Ниндәй генә герой ғашиҡ булмаған да, мөхәббәт
утында янмаған? Салауат батыр ҙа Линарҙың йәшендә
һөйгәненә шиғырҙар бағышлап сығарған, мөхәббәтенән
дәрт, ҡеүәт алып, яуҙарға сыҡҡан.
Йәрәшкән кәләше Аделия Ғәлиева менән Линар
2015 йылда Бөрө ҡалаһында урынлашҡан “Толпар”
шифаханаһында таныша. Ике үҫмер бер-береһен
оҡшатып өлгөрә. 16 йәшлек егет ҡыҙҙы мультфильмдағы
һыуһылыуҙың исеме менән Ариэль тип атай башлай.
Оҙаҡламай уларҙың юлдары айырыла, был күрешеүҙән
һуң арыу ғына ваҡыт үтә. Дүртөйлө һылыуы Аделия
9-сы кластан һуң Ҡазанға уҡырға киткән була. 2020
йылдың август айында ул ғаиләһе менән Ҡазанда ҡала
көнөнә сыға. Майҙансыҡтарҙың береһендә Ҡазан
танк училищеһының күргәҙмәһе лә урын ала. Ҡыҙҙың
иғтибарын тап ошо күргәҙмә йәлеп итә, ул шунда уҡ
хәрби формалағы егеттәр яғына ыңғайлай. Ә 1 ноябрҙә
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Аделияға Линарҙан
хәбәр килә. Баҡһаң, егет ҡыҙҙы ҡала көнөндә күргән,
тик янына килеп, һүҙ ҡушырға ҡыймаған. Ошонан һуң
ноябрь-декабрь айҙары мессенджерҙа яҙышыуҙар,
видеобәйләнеш аша һөйләшеүҙәр менән үтә. Декабрь
аҙағында Линар отпуск ала. Ике йәш йөрәк осрашырға
һүҙ ҡуйышып, кинофильмдағы һымаҡ бер-береһенә
ашҡынып йүгерә. Йәштәр бәхетле ғаилә ҡорорға, үҙҙәре
һымаҡ уҡ матур, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтерергә
хыяллана.
Һөйгәненә, мин командировкаға ғына киттем, тигән
Линар вафатынан алда Аделия менән видеобәйләнешкә
сыға. Шул саҡта ул: “Минең менән берәй хәл була ҡалһа,
артабан йәшәргә һүҙ бир. Ваҡыт үтер, үҙеңә һәйбәт
егет тап, бәхетле булырға тырыш”, - тип өндәшә. Аделия тынысланырға тырышып: “Һин ҡайтҡас, никах
уҡытырбыҙ. Никах күлдәген килтерҙеләр”, - тип яуап
ҡайтара.
16 мартта егет һөйгәненә һуңғы тапҡыр шылтырата...
Хәтер – мәңгелек!
- Быйыл Салауат ҡалаһында 9 Май парадының
“Үлемһеҙ полк” акцияһында Линарҙың портреты менән
ҡатнаштым. Күңелгә нисек ауыр булыуын һүҙҙәр менән
генә аңлатып булмай... Ләкин мин был юлды үтергә тейеш инем, - тип белдерҙе Марат Ғарипов. – Ҡулымдағы
портретты күреп, яныма әленән-әле махсус хәрби операция егеттәре һәм башҡа битараф булмаған кешеләр
килде. Улар Линарҙың портреты янында фотоға төштө.
Йөрәктәрегеҙҙә уның тураһында мәңгелек хәтер
һаҡлағанға барыһына ла оло рәхмәт белдерәм.
Әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияла тәүгеләрҙән
һәләк булған яугирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Белеүегеҙсә, Башҡортостан
Республикаһы музейы МХО-ла ҡатнашыусыларҙың – заман геройҙарының мемориаль комплексын ойошторҙо.
Уҙған йылда лейтенант Линар Ғариповтың шәхси әйберҙәре – фотолары, документтары, көн дә кейгән
формаһы, сумка-планшеты, бирсәткәләре, ботинкалары, танкист курткаһы республика музейына тапшырылды.
Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә, колледждарҙа,
китапханаларҙа үткән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа,
мәҙәни сараларҙа уның исеме телгә алына. Мәҫәлән,
быйыл Рәсәй геройы А.В. Достовалов исемендәге
Башҡорт кадет корпусында хәрби-патриотик
йүнәлештәге “Ватан” VII төбәк-ара конкурсы үтә. Сарала
11-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Тимур Йыһангиров
“Гвардия лейтенанты Линар Ғарипов иҫтәлегенә” проектын яҡлап сығыш яһай. Уҡыусы “Хәрби тарих – МХО”
номинацияһында лайыҡлы икенсе урын яулай.
Линар Ғарипов белем алған 2-се гимназияның фасадында – өс мемориаль таҡта. Уларҙың береһе Афған
һуғышында һәләк булған, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ
ордены менән наградланған Владимир Мельниковтың
яҡты иҫтәлегенә асылған. Икенсеһе – Чечен конфликтында ғүмере өҙөлгән, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән билдәләнгән Александр Чистяков тураһында
мәңгелек хәтер. Өсөнсө мемориаль таҡта – махсус
хәрби операция яугиры, гвардия лейтенанты Линар
Ғариповтыҡы.
- Мин Линарҙарҙың класын 7-се кластан физиканан
уҡыттым. 10-11-се кластарҙа класс етәксеһе булдым,
- тине Наталья Корнева. - Линар алсаҡ, йомарт, ипле
бала булды. Бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, һәр ҡушҡан
эште урынына еткереп башҡарҙы. Йәмәғәт эштәрендә
әүҙем ҡатнашты, үҙ фекерен әйтә белде, башҡаларҙы
ла маҡсаттарға, еңеүҙәргә дәртләндерҙе. Унда аналитик аҡыл көслө үҫешкәйне, донъяға киң ҡарашлы булды, телмәрен дөрөҫ ҡора белде. Аҡыл, эске һәм тышҡы
матурлыҡ - бер кешелә һирәк сағылған сифаттар.
Яугирҙың вафатынан дүрт йыл үтһә лә, класташтары
уны һағынып иҫкә ала. Ждан Климентьев һәм Николай
Бузаев Линар Ғарипов менән Салауат ҡалаһының 2-се
гимназияһында бергә уҡыған.
- Беҙ уның менән 3-сө класта дуҫлашып киттек. Үҙе
спорт менән шөғөлләнгәс, беҙҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Уның шулай кешене өгөтләй, ышандыра торған һәләте
бар ине, - тип уртаҡлашты Ждан. - Линар килгән ерҙә һәр
саҡ шатлыҡ, ҡыуаныс булды. Тыуған көндәр алкоголһеҙ
үтә торғайны, ул спиртлы эсемлектәр бөтөнләй
ҡулланманы һәм беҙҙе лә тыйҙы.
Ждан уҡыу йылдарындағы тағы бер хәлде иҫкә
төшөрҙө. Класта математиканан контроль эш башлана, ә
Климентьев өсөн был – һәләкәт, нимә яҙырға ла белмәй.
Бер нисә минуттан уға ҡағыҙ киҫәге тотторалар. Был запискала Линар: “Һинең ниндәй эштәр?” - тип һораған.
Бына шулай Ғарипов тәүҙә иптәштәренә ярҙам итә,
үҙенең эшен һуңынан ғына эшләй.
Аттестат алғандан һуң уның киләсәккә пландары, идеялары күп була. Хатта юрист булырға хыяллана, ләкин ул
хәрби һөнәр һайлай.
Һабаҡташтары иҫкә алыуынса, Линар туғандарын бик
хөрмәт итә, уларҙы хәстәрләп тора.
- Ҡазандан ҡайтҡанда туғандарының һәр береһенә
ярты сәғәткә генә булһа ла барып китер өсөн хатта график төҙөй торғайны. Бер кемде лә үпкәләтергә
теләмәне, - тип иҫкә алды Николай Бузаев. - Махсус
хәрби операцияға юлланғанда беҙгә ҡайҙа барғаны
тураһында әйтмәне. “Был хаҡта әйтә алмайым, әммә бик
йыраҡ китәм...” - тине. Дуҫым йәш булыуына ҡарамаҫтан,
беҙҙе күп нәмәләргә өйрәтә алды. Мин уны бер туған
ағайым һымаҡ яраттым һәм хөрмәт иттем.
Махсус хәрби операцияла Ватан алдында үҙ бурысын намыҫлы үтәп, батырҙарса һәләк булған Ҡазан
юғары танк команда училищеһының 88-се сығарылышы
офицерҙарының исемдәре уның гранит таҡтаһына
мәңгелеккә яҙылып ҡуйылған. Был ташҡа Линар
Ғариповтың, яҡты күңелле егеттең, исеме лә уйылған...
Фотолар шәхси архивтан.