Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Августа , 08:00

«Гроза» - штурмлау взводы командиры

Яҡташтарыбыҙ көн һайын махсус хәрби операция зонаһында алғы һыҙыҡта тотороҡлоҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - МХО-ла ҡатнашыусы, яңыраҡ ҡына тыуған яғына ялға ҡайтҡан Руслан Даян улы Исхаҡов. Беҙ уның менән фронттағы хәрби туғанлыҡ, ҡәҙимге ҡиммәттәрҙең нисек үҙгәреүе, киләсәккә пландары тураһында әңгәмәләштек.

«Гроза» - штурмлау взводы командиры«Гроза» - штурмлау взводы командиры
«Гроза» - штурмлау взводы командиры

Ишембайҙан алып алғы һыҙыҡҡа тиклем

Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла штурмлау взводы командиры булып хеҙмәт итә. Быға тиклем дә ул ҡатмарлы тормош һынауы үткән, унда гражданлыҡ бурысы һәр саҡ Тыуған илде һаҡлау менән сиратлашып килгән.

Руслан Даян улының хәрби сынығыуы Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән осоронда башлана. Демобилизациянан һуң Ишембай нефть колледжына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Биш йылға яҡын урындағы трикотаж фабрикаһында коммерция агенты булып эшләй, артабан «Башнефть» берекмәһендә һәм Себер тарафтарында нефть өлкәһендә хеҙмәт итә.

2021 йылда яҡташыбыҙ «БАРС» проекты буйынса контракт төҙөй. Хеҙмәте тамамланыуға дүрт ай ҡалғас, Тыуған ил үҙенең һаҡсыларын махсус хәрби операцияға саҡыра. Яугир һис икеләнмәй Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөй. Тоцк-2 полигонында әҙерлек үткәндә лидерлыҡ сифаттарын күрһәтә, шуға ла уны штурмлау взводы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Өйҙә яҡын кешеләрең көткәндә бындай мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүе еңелдән түгел. Туғандарын артыҡ борсолоуҙан һаҡлау өсөн, яугир бөтәһен дә сер итеп һаҡлай һәм уларға юлға сығыр алдынан ғына дөрөҫөн әйтә.

«Гроза» хәрби ҡушаматын командир Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән осорҙан алып ғорурлыҡ менән йөрөтә. БТР тоҫҡаусыһы булған яҡташыбыҙ водитель менән бергә йәшен тиҙлегендәй хәрби сығыштар яһай.

- Беҙ тораҡ пунктҡа тиҙ арала инә инек тә, мин пушканан аныҡ ҡына эш итә һалып, шунда уҡ кире сығып китә торғайныҡ. Егеттәр: «Йәшен кеүек бәреп
инәһең!» - тип әйткәндәрен иҫкә алды хәрби хеҙмәткәр. Бөгөн, йылдар үткәс, «Гроза» тағы ла Ватан һағына баҫа.

Ул Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләрендә хәрби йөкләмәләрҙе үтәүҙә ҡатнаша. Ошо осорҙа күп тапҡыр батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. 2024 йылдың июнендә штурмлау взводы командиры үҙенең шәхси составы менән Сокол тораҡ пункты янында дошмандар менән бәрелешә. Руслан Исхаҡов үҙенең взводы менән уларҙың танкын юҡ итә. Уның командованиеһындағы шәхси состав дошмандың терәк пунктын ала һәм өҫтәмә көстәр килгәнгә тиклем позицияны тотоп тора.

2024 йылдың декабренән 2025 йылдың ноябренә тиклем Руслан Даян улы 25-се Йыйылма мотоуҡсылар батальонында рота командирының хәрби-сәйәси
эше буйынса урынбаҫары була. Был осорҙа Белгород өлкәһендә дәүләт сиген һаҡлауҙа ҡатнаша. 2025 йылдың ноябренән 2026 йылдың ғинуарына тиклем взвод командиры сифатында Донецк Халыҡ Республикаһының Покровск тораҡ пунктын штурмлауҙа ҡатнаша. Үҙенең шәхси составы менән тораҡ секторҙы дошман көстәренән таҙарта.

Ябай ҡиммәттәрҙе яңынан баһалайһың

Махсус хәрби операция кешеләрҙе, уларҙың тормошҡа ҡарашын һәм ябай ҡиммәттәрҙе үҙгәртте. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте, быны хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә аңлай.

- Махсус хәрби операцияға тиклем бөтөнләй башҡаса уйлай инем, - тип уртаҡлаша Руслан. - Хәҙер донъяға ҡарашым тулыһынса үҙгәрҙе, күп нәмәгә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарай башланым. 2024 йылдан алып Красноармейск районының Покровск йүнәлешендә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ әле икенсе тапҡыр отпускыға ҡайтҡан. Ул яраланған ҡулын дауалай. Алда уны һауығыуҙың мөһим этабы көтә — 25 августа Өфөлә хәрбигә операция яһаясаҡтар.

Яугирҙың «ҡошсоҡтар» менән осрашыуы

- Бөтәһе лә ябай фронт шарттарында булды. Тыва Республикаһынан булған хеҙмәттәшем менән егеттәргә тәмәке таратҡанда беҙҙе «ҡошсоҡтар» - дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты күреп ҡалды. Беҙ тиҙ генә яҡындағы өйгә йүгерҙек, бер нисә секундтан дрон-камикадзе осоп килде. Мин бүлмәләр буйлап йөрөп ишектәрҙе яптым һәм дрондың ҡайҙан инәсәген аңларға тырышып, тәҙрәләрҙе тикшереп сыҡтым. Бер мәл пилотһыҙ аппараттың тәҙрә төбөндә икәнен ишеттем. Ул ватыҡ тәҙрә аша эскә осоп инде. Мин бер ҡулым менән ишеккә тотонғанмын, икенсеһенә автомат тотҡанмын. Дронды осоп килгән сағында уҡ атып өлгөрөрмөн, тип уйланым. Яуап бирергә лә өлгөрмәнем - күҙ алдымда ялҡын ҡабынды. Иптәшем миңә шунда уҡ укол яһаны һәм өҫтөмдәге бронежилетты сисеп ташланы, ул яна ине инде.

Төп ҡазаны ҡул үҙенә алды. Бынан тыш, ярсыҡтар бронежилетты тишеп, күкрәк ситлегенә үткәйне. Хәҙер миндә ике ярсыҡ бар: береһе - күкрәктә, икенсеһе умыртҡа һөйәге янында, - тип һөйләй яҡташыбыҙ. - Мин яуҙаш егеткә: «Хәҙер икенсеһе осоп килергә тейеш. Ул яҡынлашыу менән минең команданы тыңла, йүгереп сығабыҙ», - тинем. Дошман дроны тағы шул уҡ тәҙрәнән осоп инде. Беҙ тышҡа сыҡтыҡ һәм яҡындағы өйгә табан йүгерҙек. Унда бер ниндәй ишектәр ҙә, бүлмәләр ҙә булмай сыҡты. «Юҡҡа бында индек, - тинем мин үкенеп.

- Ярай, бәлки, күрмәҫтәр». Ошо ваҡытта дуҫым минең көслө ҡан аҡҡан ҡулымды бәйләй башланы. «Әҙерлән, хәҙер өсөнсөһө осоп киләсәк», - тип иҫкәрттем. Өсөнсө дрон беҙ яңы ғына йүгереп сыҡҡан өйгә табан йүнәлде. Мин: «Көт, нығыраҡ тоҡанып китһен. Күкте төтөн ҡаплағас, йүгерербеҙ. Ышаныслы подвалы булған тағы бер ташландыҡ өйҙө беләм, ул эргәлә генә», - тип бойороҡ бирҙем.

Был өйгә барып еткәс, иптәшем командир менән бәйләнешкә инде лә минең хәлдең насар булыуы тураһында хәбәр итте. Үҙе, минең яраны бәйләр өсөн подвалдан ниндәйҙер сепрәктәр табып, яраларҙы бәйләй башланы. Иртән ҡот осҡос ауыртыуҙан һәм һөйәккә үтерлек һыуыҡтан уяндым. Тәүҙә, хеҙмәттәшем киткәндер инде, тип уйланым. Әммә ул янымды ине. «Һин ниңә китмәнең?» - тинем. Ә ул миңә аптырап ҡараны ла: «Мин төндә яныңа килгәйнем, бөтөнләй тын алмайһың һымаҡ тойолдоң, шуға күрә иртәнсәккә тиклем яныңда ҡалырға булдым», - тип яуап бирҙе.

Ошондай көслө һәм тетрәндергес мәлдәрҙә йәшәү менән үлем араһындағы һыҙыҡтың ни тиклем нәҙек булыуын, кеше тоғролоғоноң роле ҙур икәнен асыҡ аңлайһың.

Покровскиҙан тыл госпиталенә юл

Яугирҙың эвакуация юлы Покровск эргәһендәге алдынғы позицияларҙан башлана. Яраланғандан һуң уны шунда уҡ табиптарға тапшыралар. Унда хәрбиҙең хәле өс аҙна эсендә тотороҡлана һәм бер аҙ көс инә.

Маршруттың сираттағы нөктәһе — биш ҡатлы йорттоң подвалында йыһазландырылған медицина пункты була. Руслан унда дүрт көнгә яҡын тәүлек әйләнәһенә дежур иткән фельдшер күҙәтеүе аҫтында була. Фельдшер уға даими рәүештә уколдар яһай һәм яраларын бәйләй. Хәле яҡшырыу менән уны ваҡытлыса позицияға күсерәләр. Ауыр физик хеҙмәт тыйылғанлыҡтан, яугирға ҡарауыл хеҙмәте йөкмәтелә.

- Бер аҙнаға яҡын ҡорал ҡабул иттем һәм һәләк булғандарҙы тылға ебәреү документтарын рәсмиләштерергә булыштым, - тип иҫкә төшөрә яугир. Унан һуң уны Покровск эргәһендәге ер аҫты госпиталенә ебәрәләр. Бер нисә көндән артабан эвакуациялау өсөн санитар автомобиле килә. Артта тотош ялан медпункттары теҙмәһе ҡала. Һәр этапта ул табиптарҙың ентекле күҙәтеүе аҫтында була. Ошондай этаплы эвакуация системаһы ярҙамында Руслан үҙ полкы урынлашҡан урынға уңышлы барып етә.

Яҡташыбыҙ унда өс аҙна тирәһе була. Яраланғандан һуң күкрәгендә ҡалған ярсыҡтар етди хирургия ҡатнашлығы талап итә, әммә уны ялан шарттарында үткәреү мөмкин булмай. Шул сәбәпле полк командованиеһы яугирҙы операцияға ебәреү тураһында ҡарар сығара.

Тылдағы тәүге пункт Пермь ҡалаһы була. Әммә урындағы медицина учреждениеһы уға ҡатмарлы операция яһай алмай.

- Пермдә кәрәкле операцияны яһарға баҙнат итмәнеләр. Һөҙөмтәлә мине Өфөгә дауаланырға йүнәлттеләр. Өҫтәүенә, ҡулымдағы йәрәхәт күкрәктәге ярсыҡтарға ҡарағанда ла етдиерәк булып сыҡты, - ти ул.

Фронттағы көндәлек: «Атышһыҙ көн» нисек ҡоролған?

Позицияларҙа тынлыҡ урынлашып, әүҙем штурмлау булмағанда ла, яугирҙың фронт һыҙығындағы тормошо бер минутҡа ла туҡтамай. Унда ял төшөнсәһе бик шартлы. Дошмандың дрон операторҙары смена алыштырған ваҡытта ғына хәрбиҙәргә ышыҡ урындарҙан сығыу мөмкинлеге тыуа.

- Беҙҙең ял юҡ. Һәр ваҡыт төндән таңға ҡарай «ҡошсоҡтар» алмашына: төнөн - төнгөләре, ә көндөҙ икенселәре эшләй. Был 15-20 минутлыҡ ваҡыт арауығында тыныс ҡына ары-бире йөрөп алырға була, - тип һөйләй Руслан.

- Покровскиҙа ошондай хәл булды, - тип һүҙен дауам итте яугир.

- Позицияларға сығыр алдынан бер егеттең рюкзағында урын етмәне. Үҙе менән ҙур ғына бер икона һүрәте бар ине, унда ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнгәйне. Ул миңә: «Уны үҙеңдең кәрәк-яраҡтарың араһына һалып ҡуй әле», - тине. Шулай итеп, мин һәр саҡ ошо тәре һүрәте менән йөрөнөм. Бәлки, шуға ла иҫәнһау ҡалғанмындыр. Ул хәҙер минең өйөмдә тора. Тик икенсе хәл дә булды. Беҙ бер нөктәнән икенсеһенә күскән саҡта, яҡшы ғына бысаҡ табып алдым. Ул саҡта: «Ярай алайым, ҡайҙа булһа ла кәрәге тейер» - тип уйланым. Хәҙер иһә уны үле кешенән алған көнөмдө ҡәһәрләйем. Бындай әйберҙәрҙе алыу - яман һынамыш, бынан һуң мотлаҡ ниндәйҙер насарлыҡ буласаҡ. Бына беҙ шул көндө дрон аҫтына эләктек тә инде, ә былай, бәлки, тыныс ҡына барып етер инек. Был ҡазаны ошо табыштан күрәм.

Алғы һыҙыҡтағы яңы күнекмәләр

Яҡындары менән бәйләнеш тураһындағы һорауға Руслан Даян улы: «Бәйләнеш юҡ инде ул», - тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, өйҙәгеләр
менән аралашыу мөмкинлеге штабҡа барғанда ғына тыуа.

- Ҡайһы бер саҡта кәрәкле әйберҙәрҙе алыр өсөн командалыҡ урынлашҡан ергә барырға тура килә. Унда элемтәселәр ултыра, «Старлинк» системаһы бар һәм яҡындарға шылтыратып алырға мөмкинлек тыуа. Покровскиҙың үҙендә иһә интернет селтәре эшләмәй, - тип аңлатты ул.

Яугир ике ай буйы үҙе тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр бирмәгән һәм туғандары уның менән бәйләнеште бөтөнләй юғалтҡан.

- Мин ваҡытлыса урынлашыу пунктына барып еткәс кенә улар минең иҫән икәнемде белделәр. Бер танышым туғандарға фото ебәргән, ләкин башта улар ышанмағандар, - тип иҫкә ала Руслан.

Фронтта өйрәнергә тура килгән оҫталыҡтар тураһында һөйләгәндә яугир хәрби хәрәкәттәрҙең ныҡ үҙгәреүен билдәләне:

- Дрондар бик етеҙ булырға мәжбүр итә. Кавказда хеҙмәт иткәндә һәр ваҡыт БТР эсендә булдым, ике пулемет менән идара иттем. Ә бында иһә һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тура килә. Хатта күрше өйгә лә аҙымлап бармайһың, ә йүгереп үтәһең, - тине Руслан. - Иң мөһиме - мин шартлағыс ҡоролмалар яһарға өйрәндем. Кавказда был күнекмә талап ителмәне, унда беҙ әҙер завод боеприпастарын ҡулландыҡ. Бында иһә ҡулдан эшләп, үҙебеҙгә йыйырға тура килә.

Киләсәккә пландар тураһында

2025 йылда Руслан Даян улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған «Башҡортостан геройҙары» төбәк программаһында ҡатнаша. Алғы һыҙыҡта бәйләнеш булғанда, ир-егет системаға инеп, кәрәкле тестарҙы үтә. Проектты ойоштороусылар, махсус хәрби операция тамамланғас, ҡатнашыусылар эшкә урынлаша аласаҡ, ә теләге булғандар артабан уҡыуҙар үтәсәк, тип аңлата. Яҡташыбыҙ уҡырға барырмы-юҡмы икәнен әлегә аныҡ ҡына әйтә алмай.

- Мин малсылыҡ менән шөғөлләнергә уйлайым, - тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты ул.

Күптән түгел Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Руслан Исхаҡовҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһында булдырылған был награда хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән шәхси батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә. Яҡташыбыҙ был наградаға, һис шикһеҙ, тулыһынса лайыҡ. Генерал Шайморатов миҙалы уның хеҙмәт исемлегендәге 18-се награда булды.

Яугир менән әңгәмә беҙгә тыныс күктең ҡәҙерен белергә кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Алғы һыҙыҡта «Гроза» кеүек яугирҙар торғанда ышаныслы ҡалҡаныбыҙ бар, тип әйтергә була.


Фотолар шәхси архивтан.

«Гроза» - штурмлау взводы командиры
«Гроза» - штурмлау взводы командиры
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас