Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Августа , 04:41

Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында

Бөтә ил өсөн еңел булмаған һәм үтә яуаплы осорҙа йәш быуындың аңында төшөнсәләр буталмаһын, улар сәйәси тоҙаҡ ҡорған агрессорҙар, виртуаль мутлашыусылар ҡорбанына әйләнмәһен, тарихи яҡтан белемле генә түгел, ә иленә, халҡына тоғро булып үҫһен өсөн, беҙ, журналистар, махсус хәрби операция яугирҙарының хеҙмәтен һәм батырлыҡтарын йыш яҡтыртып торабыҙ. Уларҙың тормошҡа аҡты ҡаранан айырған аңлы ҡарашы, фашизмға ҡаршы көрәштәге ҡыйыулығы һәм илһөйәрлеге йәштәр һәм шулай уҡ 1970-се йылдар аҙағы – 1980-се йылдарҙа тыуып, 1990-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу осоронда, көнбайышҡа эйәреп «һүҙ азатлығы» тип күкрәк ҡаҡҡан заманда, патриотик тәрбиәнән ситләтелгән быуын өсөн дә ҙур фәһем алырлыҡ.

Бөркөт көсө – үҙ ҡанатындаБөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында

Виртуаль танышыуҙан ысын осрашыуға тиклем

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронттан ҡош телендәй остоҡ ҡына хәбәрҙе лә оҙаҡ көтөп алып, телдән-телгә һөйләп йөрөтөп, бөтә ауыл менән ҡыуанһалар, бөгөн, мәғлүмәттәр интернет селтәрендә тиҙ еткерелгән осорҙа, замана геройҙары менән яҡындан танышыу мөмкинлегебеҙ ҙур. «Солтан» ҡушаматлы яугир яҡташыбыҙ менән тәүге танышыу ҙа тап шулай булды – «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимов исемендәге 3-сө батальондың медицина взводы санитары Радик Динәхмәтов («Әсән») 2024 йылда «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында Алик Ямалов тураһында һөйләп үткәйне .

- 2023 йылдың сентябрендә мине санитар-водитель итеп билдәләнеләр. Үҙемдең хәрби йөкләмә буйынса тәүге тапҡыр сығыуымды бер ҡасан да онотмаясаҡмын, аңын юғалтҡан «Физрук» ҡушаматлы яугирҙы госпиталгә ашығыс алып барып еткерергә кәрәк ине, - тип белдерҙе билдәле йырсы Радик Динәхмәтов. – Аңлашылып тора, ғүмер буйы ҡулында флейта тотҡан кешенең юлһыҙ урындан автомобиль менән идара итеү тәжрибәһе юҡ. Шулай ҙа, яралының һыҙланыуҙары көсәймәһен өсөн, соҡор-саҡырҙан ипле барырға тырыштым. Был ваҡытта «Солтан», үҙенең һөнәри тәжрибәһенән сығып, яугирҙы команан сығарырға тырыша ине. Ул минең яй барғаныма асыулана, ваҡытты юғалтыу сәбәпле, һалдаттың йөрәге туҡтауы ихтимал, тип аңлата. Шул саҡта хеҙмәттәшем берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итте – рулгә үҙе ултырҙы. Мин уға аптырау ғына түгел, хатта һоҡланып та ҡуйҙым, сөнки ҙур етеҙлек менән яугирҙы зыянһыҙ алып барып еткерҙе. Шул саҡта тап командирҙың ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге «Физрук»ты ҡотҡарҙы ла. Һәм ундай бәхетле осраҡтар беҙҙең практикала йыш була. «Физрук» менән булған хәлдән һуң, мин дә фронт юлдарында автомобиль менән идара итеүҙә ярайһы ҙур тәжрибә алдым.

Шулай итеп йырсы яугирҙың республика журналисына биргән интервьюһынан «Солтан»дың үтә ҡыйыу, етди, талапсан, тәрән зиһенле, кәрәк саҡта ҡаты кеше булыуы тураһында ла белдек. Берәй ҡасан беҙгә лә уның менән осрашырға яҙһын, тип юраныҡ.

Көндәр, айҙар үтә торҙо, ошо ваҡыт эсендә «Торатау» гәзитендә «Утёс», «Счастливый», «Иман», «Бур», «Кузя», «Шатун», «Линар», «Бесс», «Дикий», «Шаман», «Вагап», «Композитор», «Гамлет», «Сәләм», «Сом», «Фил», «Муха», «Батя», «Победа», «Рәхмәт» һәм башҡа яугирҙар тураһында күләмле мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Редакцияла хәрбиҙәрҙең әсәләре, ҡатындары менән осрашыуҙар ойошторолдо, уларҙың күптәре менән туғандарса мөнәсәбәт ҡоролдо.

Яҙын районда: «Ҡолғона ауыл Советы хакимәте башлығы вазифаһына яңы кеше тәғәйенләнде һәм ул – махсус хәрби операция ветераны», - тигән хәбәр тиҙ таралды. Уның «Солтан» ҡушаматлы яугир икәнлеген белгәс, яҡындан танышыу теләге яңынан үҙен белдерҙе. Тик ошо мәлдә: «Яңы вазифаға ингән кешене борсомай тороу яҡшыраҡ, былай ҙа мәшәҡәттәре күптер. Тыныс тормошҡа яраҡлашырға, урындағы халыҡ менән уртаҡ тел табырға, уларҙың проблемаларын өйрәнергә, көн дә тиерлек ҡалаға йөрөргә кәрәк...», - тип уйлап, был теләк кисектерелеп торолдо.

«Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына», тигәндәй, Алик Ямалов менән танышыу көтөлмәгәндә тиҙ арала килеп сыҡты. Редакцияла элекке Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең кадрҙар һәм хәрби эш начальнигы урынбаҫары, отставкалағы майор, хәҙер Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов менән эш буйынса һөйләшеп ултырған саҡ ине. Руслан Хәбир улы алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу тураһында һөйләй, яңыраҡ ул урындағы ижади коллективтар менән Ҡолғона ауыл Советы ауылдарына хәйриә концерты менән барып ҡайтҡан икән. Яңы башлыҡ Алик Хөрмәт улы был сарала шулай уҡ әүҙемлек күрһәткән. Уның исемен ишетеү менән, «Солтан» тураһында яҙырға ине, тип әйтеп тә өлгәрмәнем, әңгәмәсем шунда уҡ Алик Ямаловҡа шылтыратты. Әмәлгә ҡалғандай, ул да Ишембайға килгән булып сыҡты, ун минут үттемеюҡмы, яҡташ яугир редакцияла ҡаршымда ултыра ине.

Тәрбиә ғаиләнән һәм белем йортонан килә

Алик ҡалын урман, ҡая-тау ҡуйынында урынлашҡан Иҫке Һәйет ауылында Асия һәм Хөрмәт Ямаловтар ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс белем алғас, 5-се класҡа Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килә. Дөрөҫөрәге уны бында әсәһе, затлы маркалы ҡул сәғәте алып бирермен, тип өгөтләп алып килә. Төпкөлдә тәбиғәт ҡосағында үҫкән малай ауылын, тыуған йортон, бәләкәй һеңлеһен бик һағынһа ла, гимназияның ҙур тормош юлына ишек асасағын аңлап, уҡыуға мөкиббән бирелә. Хәйер, илдә көрсөк осоронда был уҡыу йорто район, республика балалары өсөн генә түгел, ә Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Пермь өлкәләренең башҡорт ауылдарында тыуып, ошонда тәрбиәләнгән ҡыҙҙарегеттәр өсөн дә оло тормошҡа трамплин булып торҙо.

Интернатта режим армиялағы һымаҡ ҡаты: иртәнге сәғәт етелә тышта – физик зарядка, ятаҡ тирәләй йүгереү, фәҡәт билдәләнгән сәғәттәрҙә генә туҡланыу, төп корпуста киске сәғәт һигеҙгә тиклем дәрес әҙерләү, тирә-яҡ территорияны йыйыштырыу. Спорт, хеҙмәт тәрбиәһе бындағыларҙы ныҡлы сыныҡтыра.

Артабан 11-се класты тамамлаған гимназист Стәрлетамаҡ медицина колледжында фельдшер һөнәрен үҙләштереп, 2009 йылда юғары кимәлдәге дауалау эше белгеслеге буйынса ҡулына диплом ала. Егеттең әсәһе иҫкә төшөрөүенсә, улы Алик бәләкәйҙән кеше йәнле була. Интернатта йәшәгәндә төшкө ашҡа бирелгән алма, әфлисундарҙы үҙе ашамай, ә өйгә күстәнәс итеп алып ҡайтырға бер тоҡсайға йыйып бара. Һәр саҡ үҙен түгел, ә кешене ҡайғыртып йәшәне, тип белдерә Асия апай. Фалиж һуҡҡан күрше инәйҙе лә оҙаҡ йылдар ҡарап, аяҡҡа баҫтырып ебәрә. Ковид осоронда ла яҡташтарына уның ярҙамы ҙур була.

- Атайым Солтан менән көнө буйы урманда, яланда бесәндә йөрөп кисен генә әйләнеп ҡайталар. Ҡорот һурып, шишмә һыуын эсеп, күгәүен-серәкәйҙән таланып ҡайтһа ла, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәне, ныҡ сабыр булды. Эште лә емереп эшләне. Бәләкәйҙән атҡа менеп, күбә тарттырҙы. Үҙебеҙҙең эш бөткәс, ауылдаштарға ярҙам итергә ашыҡты, - тип һөйләгәйне бер осрашҡанда егеттең атаһы Хөрмәт Ямалов.

Аликтың ике яҡ нәҫелендә лә ир-егеттәр армия хеҙмәтен намыҫлы үтәгән. Медицина колледжын тамамлап, үҙ ауылындағы ФАП-та фельдшер булып эшләгән белгес хеҙмәтен Ырымбур өлкәһе Тоцк ябыҡ хәрби ҡаласығында 21-се мотоуҡсылар бригадаһында өлкән атыусы булып башлай. Бер айҙан уны отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ямаловтың ярты йыл хеҙмәте – Тоцкиҙа, ҡалған яртыһы Һамар өлкәһе Рощинск ҡасабаһында үтә. Армия хеҙмәтен ул сержант дәрәжәһендә тамамлай. Шешәнәк һыуында ҡойоноп, тау-таш араһында йүгереп йөрөп сынығып үҫкән Иҫке Һәйет ауылы егете армия хеҙмәтен яратып башҡара, үҙен күк киңлеген иңләгән бөркөт ише хис итә, көсөн һынарға иркенлек тоя.

Бөркөт һауала һынала

2014 йылда Киевта дәүләтте көсләп баҫып алыуҙан теүәл һигеҙ йыл үткәс, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Украина территорияһында махсус хәрби операцияһы башланыу көнөн – 2022 йылдың 24 феврален кем генә иҫләмәй икән.

Был көндә Алик атай йортонда була, махсус хәрби операция башланыуы тураһындағы яңылыҡты радионан ишетә. Аналитик һығымталар эшләүгә әүәҫ егет был хәлде алдан күҙаллай һәм көтөп йөрөгән була.

- Рәсәй Президенты сығышын тыңлағас та уҡ, бөгөнмө-иртәгәме мин шунда барасаҡмын, тип уйланым. Әсәй ҙә, был ниәтемде һиҙгәндәй, мине киҫәтеп тыйып
ҡуйҙы. Сығып та китерһең, холҡоңдо беләм һинең, тине, - тип иҫкә төшөрә «Солтан».

Әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем егет Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй. Артабан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә – ерләү хеҙмәте буйынса салон аса. Бында ул һәр эште урынына еткереп эшләргә өйрәнә. Мәйетте йыуып тәрбиәләп, өйөнә алып барып, туғандары хушлашҡандан һуң ер ҡуйынына тапшыра... Эш тип кенә кешеләрҙең ҡайғыһына битараф була алмай.

Медицина белемен үҙләштергән, ярайһы ҙур ғына тәжрибә туплаған ғына түгел, ә кешеләргә һәр саҡ ярҙам итергә, әҙәп һаҡларға өйрәткән олатаһы Солтандың тәрбиәһен алған Алик, әгәр миңә Аллаһы Тәғәлә шундай мөмкинлек биргән икән, ни өсөн мин егеттәргә ярҙам итергә тейеш түгелмен, тип уйлап ҡәтғи ҡарарға килә. Ул 2023 йылдың май айында ураҙа тотҡандан һуң махсус хәрби операция хеҙмәтенә контракт төҙөй.

Яҡташыбыҙ Алик Ямалов хәрби күнекмәләрҙе тәүҙә – Шишмә районының Алкино-2 элекке хәрби ҡаласығында, артабан ҡасандыр үҙе хеҙмәт иткән Рощинскийҙа үтә. Бында яңынан килеүенә ҡыуана егет – таныш биналар, коридорҙар, карауаттар. 2023 йылдың июнь-июль айҙары шулай хәрби күнекмәләр, әҙерлек менән үтеп китә. Ниһайәт, 8 августа улар алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Тәүҙә егеттәр урманда ята, бындағы мөхиткә яраҡлашып, хәрби хеҙмәт һәм медицина буйынса күнекмәләрҙе ҡабатлайҙар. Уларҙы алғы һыҙатҡа шунда уҡ индермәйҙәр, ә ротация менән бер аҙ кереп йөрөргә мөмкинлек бирәләр. Ә ноябрь аҙағынан гел унда ғына булалар.

МХО-лағы хеҙмәтен Алик Луганск Халыҡ Республикаһының Креманная ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге 3-сө батальондың медицина взводы командиры булып башлай, шулай уҡ уға Красный Лиман ҡалаһына яҡын булған Торск ҡалҡыулығы йүнәлешендә хеҙмәт итергә тура килә.

- Үҫкән саҡта Солтан олатайым тәрбиәһе миңә нығыраҡ йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Бала саҡтан уға эйәреп йөрөп, ситтән эшләгән эштәрен күҙәтеп, һығымталар яһап, уға оҡшарға тырыштым. Ул мине кешегә кешесә мөнәсәбәттә булырға өйрәтте, - тип уртаҡлаша кесе Ямалов. – Олатайым бәләкәйҙән миңә: «Улым, табип буласаҡһың, офицер буласаҡһың. Һине ҙур кеше итеп тоям», - тип әйтә торғайны. Яҙмышыма программа һалыумы, әллә уның һиҙемләү һәләте шулай көслө булдымы – яҡын кешемдең әйткәндәре дөрөҫкә сыҡты. Махсус хәрби операция зонаһына килгәс, олатайымдың исемен үҙемә ҡушамат итеп алдым.

Яугирҙың олатаһы, Солтан Ямалов, ғүмер буйы урман сәнәғәте хужалығында мастер булып эшләй, ауылдың абруйлы кешеһе була. Бөйөк Ватан һуғышы
башланғанда уға 12 йәш була. Илгә килгән афәттең, атайһыҙ ҡалыуҙың михнәттәрен иртә татыған үҫмер тылда еңеү хаҡына тир түгеп эшләй, тормош һынауҙарынан сынығып егет ҡорона инә.

Яугир ҡарт олатаһы эҙҙәренән

- Алғы һыҙыҡҡа ингәс, иң тәүге тойғоң ниндәй булды? Ҡурҡыныс инеме? – тип һораным әңгәмәсемдән.

Ҡайһы бер яугирҙар: «Эйе, әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыныс булды», - тип яуап бирә. Һәм бындай яуапты беҙ ғәҙәти күңел торошо итеп ҡабул итәбеҙ, сөнки кешеләрҙең кисерештәре төрлөсә була, бер кем дә был донъяға тимер нервылар менән тыумаған. - Юҡ, - тип өҙөп кенә әйтте «Солтан». – Был минең стихиям.

Ошо тапҡырҙан һалдат Ямаловтың һуңғы һүҙҙәрен аңлар һәм уның ысынлап та шулай икәнлегенә ышаныр өсөн миңә оҙаҡ ҡына ваҡыт талап ителәсәк әле.

Ғәжәп, тормошта күп ваҡиғалар ҡабатланыусан, бигерәк тә уларҙың тарихи булғандары. Философтар, эзотериктар был күренеште, тарихи ваҡиғалар спираль буйынса хәрәкәтләнә, тип аңлата. Йәнәһе лә, шул уҡ ваҡиға яңы тарихи уратымда һәм икенсе шарттарҙа ҡабатлана. Кемгә нисектер, ләкин Алик махсус хәрби операция зонаһында Солтандың атаһы Сәләхетдиндың эҙҙәренән йөрөй.

Аликтың ҡартолатаһы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа алына, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында шайморатовсылар сафында хеҙмәт итә. Ҡыҙғаныс, Сәләхетдин һалдат һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, 1942 йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғала. Яҡындары фронттан «Ворошиловград өсөн алышта хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙ ала. Уға ни бары 36 йәш булған. Алик та 36 йәшендә хәрби контракт төҙөп, алғы һыҙатта хеҙмәт итә башлай.

«Солтан»дың Зәйтүнә өләсәһе яғынан ҡартолатаһы Рәсүл Йосопов та атлы кавалерияла хеҙмәт иткән. Был ике яугир тураһында ла, сабып барған килеш ат аҫтынан сығып эйәргә ултырғандар, тип һөйләйҙәр.

- Бер нәмәгә ҡарамайынса, алғы һыҙыҡҡа штурмлаусылар менән бергә йөрөнөк. Сөнки беҙҙең төп бурыс – яралыларға ярҙам күрһәтеү. Уларҙы кире 10-15 километр тирәһе күтәреп сығарабыҙ. Кеше ғүмерен ҡурсалағанда, яуҙашыңдың иҫән ҡалыуы өсөн, йәнеңде бирерҙәй булып, бар көсөңдө һалғанда үҙеңдекен
ҡайғыртмайһың... Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында, тип кенә уйлайһың, - ти ул бер аҙ моңһоулана биреп.

«Солтан» менән һәүетемсә һөйләшкәндә тағы бер хәлгә берсә аптырап, берсә һоҡланып өнһөҙ ҡалдым. Әңгәмәсемде маҡтағандан түгел, ләкин ундай кешене
мин тәүге тапҡыр осратам. Аликтың яу яланында, кемдеке булыуға ҡарамаҫтан, мәйеттәргә хөрмәт менән ҡарауы. Дошман мәйетен йә уның ҡалдыҡтарын да, кейеккә, ҡош-ҡортҡа аҙыҡ булып ҡалмаһын, тип, тоҡсайға һалып, моргҡа тапшырып йөрөй ул. Күптәр уға, һиңә шул кәрәкме, тип ҡул һелтәп кенә ҡуя. Ләкин Рәсәйҙең һалдатымы, Украинаныңмы – уларҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә яралтҡан.

- Минең өсөн мәйеттәрҙе сығарыу бик мөһим ине. Ниндәй генә хәлдә булмаһындар, уларҙы өйҙәрендә атаәсәләре, ҡатындары, балалары көтә. Мәйеттәрҙең ҡайһылары оҙаҡ ятып ҡортлап китә, ҡоро һөйәккә ҡалғандары бар. Жетондарын, документтарын, берәй ҡайҙа төшөп юғалып ҡуймаһын, тип алып ҡуяһың, - тип күңел һыҙлауы менән уртаҡлаша «Солтан».

«Ниндәй генә хәлдә булмаһындар...ата-әсәләре, ҡатындары, балалары көтә...» Алик һөйләй, тәнемдә ҡош тиреһе ҡалҡа. Нисек кенә иҫкә төшөрмәҫкә тырышһам да, барыбер бер ваҡиға мине моңһоу уйҙар өйрөлмәгенә һөйрәп алып инеп китте. Илһам Иҫәнғолов йәки «Гамлет»... Интернет селтәрендә йөрөгән видеола гитарала уйнап: «Ээх, төштәрҙә гел керә әсәй, бер телем икмәк һәм киҫәк май», - тип йырлаған моңһоу ҡарашлы егет ул. Рәсимә апай, уның әсәһе, ике йыл эҙләне ғәзизен. «Кемдәргә генә сыҡманы ла, кемдәр менән генә һөйләшмәне», - тип әйтеү генә аҙ. Илһамды ике йыл эҙләгән ваҡыт эсендә ил буйлап күпме әсәгә улдарының мәйеттәрен, һөлдәләрен табышып бирҙе. Ә «Гамлет»тың үле кәүҙәһен көслө шартлау ваҡытында тупраҡ өйөмө ҡаплаған булған. Шунда ғына, кейек, ҡош-ҡорт тештырнағына эләкмәйенсә, һаҡланып ятҡан ул.

Бына ошондай хәлдәр тураһында уйланған саҡта Алик Ямалов кеүек кешеләрҙең оло йөрәген тояһың да инде. Яу яланында миһырбанлыҡ та ҙур мәғәнәгә эйә шул.

Миһырбанлыҡ тигәндән, «Солтан» тәүге тапҡыр отпускыға ҡайтырға сыҡҡанда холҡоноң ошо яғын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ул 2023 йылдың 15 декабрендә
тыуған яғына ҡайтырға сығырға тейеш була, иптәштәренән Пасека тигән ерҙә айырылып тороп ҡала. БМП алғы һыҙатҡа эвакуацияға ингән була. Ул оҙаҡ ҡына кире сыҡмай тора. Күңеленә тынғы тапмаған Алик комбат менән бәйләнешкә инә. «Булды! Бар, отпускыға ҡайт!», - ти теге. Тик Ямалов уны тыңламай тороп ҡала. Бер аҙҙан БМП 19-сы танк полкының күп яраланған егеттәрен тейәп сығып етә. Медицина взводы командиры аяҡтары-ҡулдары өҙөлгән егеттәргә
AС «КамАЗ»ында системалар ҡуйырға, башҡа ярҙам күрһәтергә тотона. Артабан яралыларҙы алып китеп барғанда өҫтәренә «кассета»лар яуа башлай.

«Үлемебеҙ ошолор инде», - тип уйлаһа ла, Алик башҡалар алдында борсолоуын йөҙөнә сығармай. Батҡаҡлы насар юлдан саҡ сығып ҡотолалар.

Тейешле ярҙам күрһәтеп, үҙ бурысын намыҫлы үтәгән яугир саң-туҙанға, ҡанға буялған кейемендә таңғы биштә тыуған яғына ҡайтырға сыға.

Штурмлаусылар менән алғы һыҙыҡҡа йөрөгән, шул уҡ ваҡытта хәрби бәрелештәрҙә лә ҡатнашҡан медицина взводы командиры Алик Ямалов 2024 йылдың мартынан Серебрянское лесничество зонаһында эвакуация менән идара итә башлай. Атап әйткәндә, бөтә полктың эвакуация хеҙмәтен етәкләй.

«Солтан» һәр саҡ яралы яугирҙарға ярҙам күрһәткәс, уларҙы фәрештәләй ҡурсалап торғас, үҙе бер ҙә йәрәхәт алмаған, тип уйларға ярамай. Дошман – аяуһыҙ, яуыз, яһил, уларға яу ҡырында кем булыуы барыбер. Медицина отрядтарын, эвакуация экипаждарын ут аҫтында тотоп, мәйеттәрҙе, яралыларҙы алып сығырға
мөмкинлек бирмәйҙәр.

2024 йылдың март айында штурм ваҡытында алғы һыҙыҡтағы бер яугир бәйләнешкә сыҡмай. Алик уның артынан барырға ҡарар итә, ә дошман – 600-
700 метр алыҫлыҡта ғына. Ул үтеп барған саҡта дошман атыу көсө 1300 метр алыҫлыҡ булған тауышһыҙ «полька» (Польша Украинаның хәрби көстәренә ярҙамға ебәрә) минометынан ут аса башлай.

Атылған минаның тауышы килеп төшкәндә генә ишетелә. «Полька» минаһы «Солтан» эргәһенә килеп төшә, күҫәк һымаҡ килтереп һуҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Ныҡ шаңҡыһа ла, барыһы ла яҡшы, тип уйлай. Тора, йүгерә. Дрондарҙы ҡулланылышҡа индергән саҡ була. Артабан Алик блиндаж һымағыраҡ урынды табып, эскә инеп йәшенеп тора. Автоматта – бер генә «рожок», ә дрон бызылдап яугирҙы эҙләй. Артабан «ҡошсоҡ» ҡорбанын күреп ҡалып, ут бәрә башлай, егеттең каскаһы, бронежилеты тетелеп бөтә. Уң яҡ ҡолағынан ҡан аға башлай. Аяғынан йылы тулҡын йүгерә, аҫҡа ҡараһа, итеге ҡан менән тулып килә. Аяҡ кейемен сисеп ташлай. Артынан башҡа егеттәр килеп етһә лә, «Солтан» эвакуациянан баш тарта. Ҡолағына мамыҡ тығып, аяғын бәйләй. Кире сыға башлаһалар, теге
яҡтан минометтан тағы ут асалар. Аликтың башына тупраҡ менән уҡмашып ҡатҡан таш килеп төшә, эләктергесенән бушатылған каскаһы ситкә осоп китә. Шулай, бер көн эсендә әжәл тырнағынан өс тапҡыр ҡотола яугир.

«Ҡошсоҡтар» һөжүменә ҡаршы

Махсус хәрби операция башланғандан алып өс йыл эсендә алыш алымдары ла үҙгәрҙе, хәҙер алғы һыҙатта дронһыҙ булыу күҙһеҙ ҡалыу тигән һүҙ.
Дрондар тураһында һүҙ сыҡһа, күҙ алдында Голливудта егерме йыл элек төшөрөлгөн фантастик блокбастерҙарҙан сюжеттар барлыҡҡа килә. Ә бөгөн улар –
яу яланы күгенең хужаһы.

2025 йылдың декабрендә отпускыға ҡайтҡан инженер-радиоэлектронсы, Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, офицер – «Еңеү» ҡушаматлы яҡташыбыҙ
менән осрашып оҙаҡ ҡына һөйләшеп торғайныҡ. Ул махсус хәрби операцияла штурм ваҡытында пилотһыҙ осоу аппараттарының эшмәкәрлеген, интернет бәйләнешен тәьмин иткән.

- Дрондарҙың ниндәйе генә юҡ: һауа, һыу аҫты, ер өҫтө пилотһыҙ осоу аппараттары. Улар штурмлаусыларҙы оҙатып йөрөй, яугирҙарға йүнәлеш күрһәтә, оборонаны тәьмин итә. Артабан һөжүм итергәме, әллә артҡа сигенергәме – барыһын да белдереп торалар. Разведка дроны 24 сәғәт һауала тора, зарядкаһы
бөтһә, уны икенсеһе алыштыра. Күптәр, ни өсөн алыштар оҙаҡ бара, тип һорай. Сөнки бер урынға кәрәкле ҡоралды алып барып еткереү өсөн арыу ғына ваҡыт сарыф ителә. Әлеге лә баяғы дрондар һөжүме көтөлә. Быға яҡшы һауа торошо ла булышлыҡ итә. Көн матур тора икән, осоусы аппараттың һөжүмен көт. Ҡар, ямғыр, томан булһа, хәрби «ҡошсоҡтар» үҙ йүнәлешен юғалта, ялған эҙҙән китә, - тип һөйләгәйне шул саҡта ағай.

Алик Ямалов хеҙмәт иткән осорҙа алышта тап дрондар ныҡлы файҙаланыла башлай. Олатаһы, атаһы менән һунарға йөрөгәндә мылтыҡ тоҫҡап, кейек, ҡош-ҡорт атып алған тауҙар улы был «ҡошсоҡтар»ҙы күп тапҡырҙар бәреп төшөрә. Бер мәл ул лазаретта ятҡан яралыларҙы дрон һөжүменән ҡотҡара.

- Лазаретта 15 тирәһе кеше ята ине. Эске һиҙемләү булдымы икән, атҡан тауышҡа йүгереп сыҡтым да автоматтан ике тапҡыр ғына аттым, дрон килеп тә төштө. Тоҫҡап та торманым тиерлек, - тип иҫкә төшөрә «Солтан». – Дрон-камикадзеға «KRA KEN город УР» тип яҙылғайны. Нацистарҙың свастикаһы ла төшөрөлгән. «Ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ» тигән мыҫҡыллы яҙыуы ла бар ине. Был дрон шартлауын шартламай, ә ныҡ итеп яндыра. Янып киткән булһа, лазаретһыҙ ҡалған булыр инек.

Физик яҡтан ныҡлы сыныҡҡан, йылдам, сая егет 2025 йылдың 25 авгусында 6-сы айырым пилотһыҙ системалар батальонынында һөжүм төркөмөнөң начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Киләсәккә маҡсат бар!

Әйтергә кәрәк, 2024 йылда яҡташыбыҙ Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ һәм иҡтисад факультетына ситтән тороп уҡырға ингән була. 2025 йылда пилотһыҙ системалар батальонында эшләгән осорҙа Ҡолғона ауыл Советына депутаттар һайлауына ҡайта. Депутат итеп һайланғандан һуң, яугир кире алғы һыҙыҡҡа юллана.

Алик Хөрмәт улы 2026 йылдың февраль айынан Ҡолғона ауыл Советы хакимите башлығы вазифаһын етәкләй. Ошо ваҡыт эсендә биләмәлә күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, мәҙәни һәм йәштәргә профилактик саралар, төрлө халыҡ өмәләре ойошторолдо. Бигерәк тә махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләләренә ҙур ярҙам күрһәтелде. Әле йәйге осорҙа юлдарҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Һәр сараның уртаһында ҡайнап, ең һыҙғанып эшләй булдыҡлы
етәксе.

Шуны билдәләп үтеү мөһим, 2025 йылдың февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Башҡортостан геройҙары» программаһы сиктәрендә «Халыҡты һәм хеҙмәт коллективтарын психологик консультациялау» программаһы старт алды. Уның маҡсаты – махсус хәрби операция яугирҙарынан идарасылар әҙерләү. Яңыраҡ яҡташыбыҙ Алик Ямалов та ошо программа буйынса уҡып сығып, ҡайтанан һөнәри әҙерлек тураһында диплом алды.

«Солтан»дан интервью алғанда, уның психологҡа уҡығанын белгәс тә, башыма: «Был утты, һыуҙы һәм еҙ торбаларҙы үткән егет МХО яугирҙары өсөн реабилитация үҙәгендә лә эшләй алыр ине», - тигән уй килде. Хатта, тәьҫораттарымды йәшерә алмайынса, был хаҡта үҙенә лә әйтеп ҡуйҙым. Бер урында тапанырға яратмаған, үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға ҡурҡмаған, иң мөһиме, кешеләргә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер егеттең ҡаҙаныштары тураһында күп ишетербеҙ әле.

Махсус хәрби операция яугиры Алик Хөрмәт улы Ямалов алғы һыҙыҡтағы батырлыҡтары өсөн Генерал Шайморатов, Жуков миҙалдары, «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт осоронда Иҫке Һәйет ауылы бөркөтө әжәл тырнағынан 3000-гә яҡын яугирҙың ғүмерен аралай.

Мәҡәләне яҙған осорҙа «Солтан»дың һөйләгәндәрен, кинотаҫманы әйләндергәндәй, баштан күп тапҡырҙар үткәрҙем, яу яланынан сюжеттарҙы яңынан-яңы күҙ алдына баҫтырҙым һәм бер хаҡиҡәтте аңланым. Ысынлап та, был – уның стихияһы. Был уға һынауҙар үтеп, рухи үҫештә юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелер өсөн кәрәк булған.


Фотолар шәхси архивтан.

Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Бөркөт көсө – үҙ ҡанатында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас