

Сараға ауылдаштар, яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, уҡытыусылар, балалар йыйылды. Һәр беребеҙ геройҙарҙы ҡаршылап, уларға үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе белдерҙек. Яугирҙар сәхнәгә күтәрелгәндә, зал баҫып алҡышланы. Уларҙың күҙҙәрендә – батырлыҡ, һүҙҙәрендә – тыныслыҡ өсөн көрәш. Яугирҙар тылдағы ярҙамдың мөһимлеген билдәләне, хаттарҙың, посылкаларҙың нисек рухландырыуын һөйләне. Уларға бик күп һорауҙар бирелде – яуаптар ихлас, тәрән булды.
Сараның биҙәлеше, программа, йылы мөхит – барыһы ла юғары дәрәжәлә үтте.
Уҡытыусы-ветеран Земфира Ғибаҙуллина бөгөнгө геройҙарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән сағыштырҙы. Улар ҙа шундай уҡ батыр, тип белдерҙе. Уҡытыусы-ветеран Рәүф Ғибаҙуллин атайҙарса кәңәштәрен биреп, яугирҙарға ныҡлыҡ, дуҫтарса терәк, алда барғанда юлдаштарын онотмауҙарын теләне.
Сараның музыкаль өлөшөндә Әминә Төхвәтуллина, хор коллективы, мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны.
Осрашыу аҙағында яугирҙарға теләктәр әйтелде. Иң мөһиме – иҫәнлек-һаулыҡ, еңеү менән яҡындар янына, ауылыбыҙға тиҙерәк ҡайтыуҙары.
Биксән мәктәбенән бөтәһе 16 уҡыусы бөгөн Ватанды һаҡлай. Улар – беҙҙең балалар, уҡыусылар, геройҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш уҡыусыбыҙ яу яланында батырҙарса һәләк булды. Уларҙың исемдәре – мәктәп тарихында, ауыл хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. 11 яугир әле алғы һыҙыҡта. Улар илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, балаларыбыҙҙы һаҡлай.
Беҙ бергә – беҙ еңәбеҙ!
Фотолар авторҙың архивынан.