

Этҡол егете Рәмил Рәхмәтуллин, 2022 йылда илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та алғы һыҙыҡҡа барырға ниәт итә. МХО-ға контракт төҙөү өсөн, ул интернетта төрлө хәрби частарҙы өйрәнә башлай. Һөҙөмтәлә 2023 йылда “Ветерандар” айырым диверсия штурм бригадаһы шәхси хәрби компанияһын (ЧВК ОДШБр “Ветераны”) һайлай. Артёмовск (Бахмут) йүнәлешендә штурмлаусы булып хеҙмәт итә. Контракт ваҡыты үткәс, кесе сержант “Рәхмәт” тыуған яғына ҡайта. Ауылда атаһына ярҙам итә, хужалыҡ алып бара, мал үрсетә.
Рәмилде ата-әсәһе бала саҡтан бөтә эшкә өйрәтеп, лайыҡлы тәрбиә биргән. Атаһы Ғайса Вәлиулла улы колхозда ветеринар булып эшләгән. Әсәһе Альмира Хәйбулла ҡыҙы ғүмер буйы мәктәптә рус теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, әсәһе 2017 йылда вафат була.
- Рәсәй һәм Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең батырҙары менән дан тотто. Беҙ уларҙың өлгөһөндә, илһөйәрлек рухында тәрбиәләнеп үҫтек, - тип һүҙ башланы Рәмил. - Дүрт йыл элек мобилизация башланғанда уҡ мин үҙемдең хәрби бурысымды мотлаҡ алғы һыҙыҡта үтәйәсәгемде белә инем. Шулай булды ла. Унан ҡайтҡас та хеҙмәттәштәрем менән аралашып торҙом. Тыныс тормошта бер аҙ йәшәп алғас, бына тағы иптәштәрем янына – Донецк Халыҡ Республикаһына юл тотам. “Рәхмәт” белдереүенсә, махсус хәрби операцияла туғандарҙың, дуҫтарҙың, хаттар яҙған балаларҙың һәм гуманитар ылау ойошторған яҡташтарҙың мораль һәм матди ярҙамы мөһим.
- Алғы һыҙыҡта, әлбиттә, аҙым һайын хәүеф янай. Ләкин иң ҡурҡынысы – билдәһеҙлек. Йәки, ике-өс минуттан нимә булыр, тигән уй... – тип иҫкә төшөрә Рәмил. – Мин хеҙмәт иткән саҡта дрондар һөжүме һирәгерәк була ине. Йышыраҡ артиллерия көстәре ҡулланылды. Хәҙер, әлбиттә, хәрби алыш тактикаһы үҙгәрҙе. Бөтә ерҙә – пилотһыҙ осоусы аппараттар.
29 май кисендә юлда булған Рәмилдән ҡыуаныслы хәбәр килде. Ҡара диңгеҙ флоты командующийы уның бер туған һеңлеһенең улы Әнүәр Рәхмәтуллинды махсус хәрби операциялағы батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләгән. Ағаһының ҡушаматын алған егет хәрби йөкләмә үтәгәндә яңғыҙы дронға ҡаршы сығып, хеҙмәттәштәрен үлемдән ҡотҡара. Үҙенә һөжүм иткән дрондан һуңғы минутта ситкә һикереп өлгөрә, йәрәхәт ала.
Батыр яҡташыбыҙ – 23 йәшлек Әнүәр махсус хәрби операцияла бер йыл хеҙмәт итә. Унда барыу теләге әллә ҡасандан булһа ла, Рәмил ағаһы фатиха бирмәйенсә контракт төҙөмәй. Вахта ысулы менән эшләп йөрөгән егет телефондан һөйләшкән һайын ошо хаҡта иҫкә төшөрөп тора. Ниһайәт, Рәмил үҙ фатихаһын бирә. Шулай итеп, тағы бер “Рәхмәт” ҡушаматлы яугир Ватан һағына баҫа.
Кесе “Рәхмәт” хеҙмәт итеү осоронда күп кенә яралыларҙы ҡотҡарыуҙа, сүслеоптик селтәре дрондарын атып төшөрөүҙә ҡыйыулыҡ күрһәтеп өлгөрә.
Ошо йәкшәмбе Рәмил Рәхмәтуллин Донецк Халыҡ Республикаһына барып етте.
- Амвросиевка автовокзалынан хәрби пикап менән ҡаршы алдылар. Командирҙар, хәрби дуҫтар мине яңынан күреп ныҡ ҡыуанды, - тигән яңылығы менән уртаҡлашты өлкән “Рәхмәт”. – Мине штабҡа индереп, компьютерҙан мәғлүмәттәр базаһын ҡаранылар. Хәрби форма, эске кейем, йоҡлау өсөн тоҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бирҙеләр. Бында барыһы ла үҙгәргән, уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән. Ашхана ағастан төҙөлгән һәм йылытылған. Мин үҙемде тыуған йортомда кеүек тоям.
Рәмил Рәхмәтуллин редакцияла булған саҡта йәштәргә ошондай һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалдырҙы:
- Илебеҙ һәм халҡыбыҙ тарихын ныҡлы өйрәнеү һәм үҙләштереү мөһим. Ысын дошманды таный белергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙе күп илдәр тартып алмаҡсы була. Онотмағыҙ, ул беҙҙең ата-бабалар ҡаны менән яуланып алынған. Уҡығыҙ, тырышығыҙ, илһөйәр һәм эшһөйәр булығыҙ, олоно – оло, кесене кесе итә белегеҙ. Иң мөһиме, һәр саҡ Ватан менән бергә булығыҙ.
Өлкән «Рәхмәт» тыныс тормошта башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү хыялы менән янып йәшәне. Ат йәнле яҡташыбыҙ ошо йүнәлештә күп эштәр ҙә башҡарып өлгөрҙө. Еңеү менән ҡайтҡас, уның крәҫтиән-фермер хужалығын алып барасағына шигебеҙ юҡ. Ә әлегә Рәмил һәм Әнүәр Рәхмәтуллиндарға уңыштар һәм именлек теләп ҡалабыҙ.
Фотолар шәхси архивтан.