Йәшәү менән үлем араһы - ике минут

.

Йәшәү менән үлем араһы - ике минутЙәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут

Беҙҙе юлдар саҡыра

-Ҡайҙа, ни өсөн бараһың?
-Эй ҡурҡмайһың да инде!!!
- Яңы ғына барып ҡайтҡайның түгелме?

Бына ошондай һорау яуҙырыусылар, ҡыҙыҡһыныусылар күп булды махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам алып барырға
ниәтләгәнемде белгәс. Минең ғүмерем өсөн борсолоп, ҡурҡып торған яҡташтарыма иң тәүҙә рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә ашығам. Махсус хәрби операция башланыу менән, яҡташ егеттәребеҙ тураһында “Сәләм” каналында “Ил һағында” исемле тапшырыуым эфирға сығып тора. Аллаға шөкөр, халыҡ уны яратып ҡарай. Иманым камил, йылдар үтер, донъялар тынысланыр, егеттәребеҙ ҙә ғаиләләренә, ата- әсәләренә, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыр. Бар йөрәк йылыһы, күңел нуры һалып эшләнгән был тапшырыу тарихта матур иҫтәлек булып ҡалыр. Теүәл бер йыл элек эшләнгән тапшырыуымдың төп геройы - Байғужа ауылы егете, махсус хәрби операция ветераны Йәмил Яҡупов шылтыратты. “Ҡайҙа юғалдың?” тигән һорауыма яҡташым хеҙмәттәштәре — Шайморатов батальоны яугирҙарына ярҙам итер өсөн өс ай буйына алһыҙ-ялһыҙ, аяҡҡулдарын туңдырып Себер тарафтарында эшләп ҡайтыуын, улар һораған әйберҙәрҙе һатып алыуы тураһында белдерҙе.

- Хәнә апай, Донецк яҡтарына барып ҡайтырға теләгегеҙ юҡмы? Ошо арала юлға сығам.

Мин ни, һайт тигәнгә тайт! Бик тырыш, етеҙ егет бер нисә көн эсендә район буйлап үҙ машинаһында йөрөп, халыҡ әҙерләгән әйберҙәрҙе йыйып та сыҡты. Иҫке Ишембай халҡы - күстәнәстәр, ҡоро душ, петровскиҙар - маскировка селтәрҙәре, ишемдәр генератор ебәрҙе, этҡолдар, смаҡайҙар, уразбайҙар, аҙнайҙар ҙа үҙ ярҙамдарын ихласлап тәҡдим итте. “Изгелек бүләк итәбеҙ” исемле ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Әлмира Шәрәфетдиноваға, бар район халҡына ҙур рәхмәтлебеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек теләйбеҙ, райондаштар, яҡташтар! Билдәләнгән көндө үҙенә алмаш водитель табып, Ишембай телевидениеһы янына Йәмил килеп тә туҡтаны. Хеҙмәттәштәрем изге, хәүефһеҙ юлдар теләп оҙатып ҡалды. Яҡташтарыбыҙға телевидение һәм “Торатау” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә гуманитар ярҙам туплап ебәрҙе. Был юлы күркәләнеп сығып киттем, ергә лә  теймәй табан тип, түгел, ут эсенә күрәләтә сығып китеп барам бит әле, эшемдә генә ултырһам, тигән уйҙар ҙа килеп ҡуйҙы юҡ юҡта. Әммә ләкин яу эсендә ҡурҡыу белмәй көн һайын үлем менән көрәшкән яҡташтарым менән осрашыу, улар булған урындарҙы күреү тойғоһо ҡурҡыуҙы ла еңде. Юлсыларымдың һәйбәт кәйефтәре миңә лә күсте.

Һәйбәт юлсы юлды еңеләйтә

Донецкийға тиклем ара ике меңдән ашыу саҡрым икән! Һүҙ артынан һүҙ сығып, әле бер, әле икенсе яҡташыма һүҙ ҡушам. Йәмилде яҡшы беләм, ә янымда йылмайып ҡына ултырған бик тыйнаҡ егет миңә бөтөнләй ят булып сыҡты.

- Мине беләһеңдер инде, туғаным, - тип һүҙ башлаған булдым.

Юл оҙон, һөйләшмәйенсә барып булмай. 

- Һеҙҙе белмәгән кеше бармы инде, апай, тапшырыуҙарығыҙҙы ҡарап барам. Бына Йәмилде лә телевизорҙан күреп беләм, - тигәс, күңелгә рәхәт булып китте.
Юлда йыш туҡтарға тырышмайбыҙ. Тамаҡ үҙенең барлығын һиҙҙерә башлаһа, туҡтап, кафела ашап-эсеп кенә алабыҙ ҙа, юлды артабан дауам итәбеҙ.

- Мин Алмаз Мусин булам, - тип таныштырҙы үҙен бик мөләйем, зәңгәр күҙле егет.

Һүҙҙәр берегеп, юлсым асылып китте. Утыҙ йәшкә лә етмәгән егеттең яҙмышы тулы бер тарих булып сыҡты. Ҡарлар ауылында тыуып үҫкән баланы бәләкәйҙән өләсәһе ҡарап үҫтерә. Биксән ауылында туғыҙынсы класты тамамлай. Ун өс йәшлек бала трактор, машина йөрөтә. Үҙ көнөн үҙе күрергә, үҙ тамағын үҙе туйҙырырға тейеш була. Атаәсәһе иҫән булыуға ҡарамаҫтан, тиҫтерҙәре күргән яҡындары наҙын да күрмәй ул. Ғүмеренең аҙағынаса ейәнен үҙ балаһылай күреп үҫтергән өләсәһенә үтә лә
рәхмәтле Алмаз. Ун һигеҙен яңы тултырған йәш егет, бер тинһеҙ Себер яҡтарына сығып китә, тормош һурпаһын иртә татый. «Тәүге тапҡыр эш хаҡын алған сағым
үҙе бер тарих», ти ул. Йәштән тәмәке тартып, хәмер эскән егет үҙендә көс табып, насар ғәҙәттәрҙән арына, иман юлына баҫа. Ураҙа тота, Ҡөрьән уҡый. Хәҙерге ваҡытта яратҡан ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Алмаздың һөйләгән һүҙҙәрен тын да алмай тыңлап килә торғас, бер генә һорау бирергә баҙнат иттем.

– Ауырлыҡтарҙы үҙ иңеңдә күтәрергә, еңеп сығырға ҡайҙан шул тиклем ихтыяр көсө таптың?

Юлсым йылмайып ҡына былай тине:

- Эй, апай, донъяла бер генә йәшәйбеҙ бит!

Йәмилде алмаштырып, руль артына ултырған егеткә тағы ла бер ҡарап ҡуйҙым. Бер ваҡытта ла үҙең һайлаған юлдан тайпылма. Афарин, тип әйтергә теләгәйнем, артыҡ булыр тип, өндәшмәнем. Әммә халҡымдың шулай аҡыллы, дәртле, дарманлы улдары булыуына тағы ла бер тапҡыр һоҡланып, хоҙайыма ошондай юлсылар менән осраштырғанына мең тапҡыр рәхмәттәремде әйттем.

Шул өйөргә беҙ ҙә эләгер инек

Юлдар, юлдар. Уның осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Матур, төҙөк ауылдарҙы, ҡалаларҙы үтәбеҙ. Донъяның, тәбиғәттең йәшеллеккә төрөнә башлаған сағы бит. Оҙаҡламай снарядтар шартлаған, көнө-төнө дрондар оса торған ергә барып етеү генә кәйефте ҡырһа, бик аҙға ғына булһа ла яҡташ яугирҙарыбыҙҙы күреү, улар менән күрешеү теләге барыһынан да көслө ине. Ныҡ тикшереү аҫтында постар аша үтәбеҙ. Ә юлда янған машиналар, ауып ятҡан йөк машиналары... Колонна, колонна менән теҙелеп юғары тиҙлектә үткән хәрби машиналарҙың күплеге йөрәккә шом һала. Ә уларҙың иге лә, сиге лә юҡ. Көндө төнгә ялғап барғас ни, Донецк ҡалаһына ла тиҙ барып еттек. Йәмил әленән-әле Шайморатов батальонындағы яуҙаштарына шылтыратып ала. Дебальцево ҡалаһын үтеп, осрашыу урынын да тәғәйенләп ҡуйғас, күңел тамам тынысланды. Көлөшөп тә, йырлашып та алабыҙ. Көтмәгәндә ҡаршыбыҙға бер машина килеп сығып, туҡтамай ғына, ҡулдарын болғап, нимәлер ҡысҡырып үттеләр. Улар артынан хәрбиҙәр тейәлгән машина килеп туҡтап, беҙгә тиҙ генә боролорға ҡушты. Баҡһаң, бер-ике саҡрым алда ғына, беҙ бараһы урында дрондар машиналарҙы шартлатҡан икән. Күпте күргән, күпте кисергән, ҡурҡыу белмәгән Йәмил көлөмһөрәп, ике генә минут алданыраҡ барһаҡ, беҙ ҙә шул “өйөрмәгә” эләгер инек, тине. Шунда ғына алда беҙҙе үлем һағалап көтөп торғанын аңланыҡ. Әммә үҙ ҡулдарыбыҙ менән гуманитар ярҙамды тапшыра алмауыбыҙға йөрәгебеҙ нығыраҡ әрнене. Яныбыҙға өр-яңы машина килеп туҡтап, унан ниндәйҙер кешеләр төшкәс, тағы ла аптыраштыҡ. Улар беҙҙе үҙ арттарынан эйәртеп алып китеп, бер гаражға әйберҙәребеҙҙе бушатып, бикләп ҡуйҙы. “Ҡайғырмағыҙ, юлда ҡурҡыныс бөткәс тә, егеттәр күстәнәстәрегеҙҙе килеп алырҙар” тигәс кенә эскә йылы йүгерҙе.

Яҡташ яугир менән осраштыҡ

Ҡараңғыла 250 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мариуполь ҡалаһына юл тотабыҙ. Юлдашым Алмаздың ҡайныһы Запорожье яҡтарында хеҙмәт итә икән. Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында тыуып үҫеп, Әптек ауылында йәшәүсе Илнур Сәғиҙуллин 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизациялана. Запорожье өлкәһендә водитель булып хеҙмәт итә. Рәсәйҙән килтерелгән дрондарҙы хәрби частарға тарата. Ул беҙҙең менән күрешер өсөн 150 саҡрым юл үтеп килеп еткән. Осрашыу билдәле сәбәптәр арҡаһында бик тиҙ үтте. Алла бирһә, еңеү менән ҡайтҡас, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ тип вәғәҙә бирҙе батыр яҡташыбыҙ. Гуманитар ярҙамды алып үтә лә шатланды, район халҡына рәхмәттәрен еткерҙе. Яңы ғына отпускыға ҡайтып киткәйнем, тине ул. Ә беҙ яҡташыбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, тағы ла бер күрешеребеҙгә ышанып, хушлаштыҡ. Илнур Сәғиҙуллин бик аҙ һүҙле, оялсан ғына булып сыҡты. Беҙгә ышанығыҙ, еңербеҙ, тине ул.

Юл төшкәндә Волгоградта “Ватан-әсә саҡыра!” һәйкәлен күреп сығыу бәхете тейеүе менән Йәмилгә рәхмәтлебеҙ. Донъялағы иң бейек статуяларҙың береһе янында булдыҡ. Ҡаланың таҙалығы, матурлығы беҙҙе таң ҡалдырҙы. Тыуған илебеҙҙең бөйөк булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Өс көн эсендә дүрт меңдән артыҡ саҡрым юл үтеп, таң менән тыуған ҡалабыҙға ҡайтып төштөк. Яҡташтарым, “Торатау” гәзитен яратып уҡып барған дуҫтарым менән ысын күңелдән кисерештәрем менән уртаҡлашҡым килде. Тағы ла бер изге эш ҡылынды.

Кеше ғүмере ҡыл һымаҡ, бик ҡыҫҡа, уйламаған ваҡытта өҙөлөргә генә тора. Шулай ҙа яҡшылыҡ ҡылыу - үҙе мөғжизә икән! Был сәфәрем минең иҫемдә шулай һаҡланасаҡ. Тормош ҡәҙерен белеп, берберебеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, шатланып, йәшәйек әле!

Фотолар шәхси архивтан.

Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Йәшәү менән үлем араһы - ике минут
Автор:Хәнә МӘҠСҮТОВА.
Читайте нас