Махсус хәрби операция башланыу менән Аҙнай ауылы халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙы әүҙем ойоштороп ебәрә. Миңһылыу Сәйфулла ҡыҙы ла илленән ашыу мендәр эшләй. Бының менән генә туҡталмай, тағы ла алтмышлап мендәр тышы, яугирҙарға утыҙлап ултырма әҙерләй. Артабан ул иллегә яҡын “һөйәк” мендәрҙәр, тағы ла өҫтәмә рәүештә ете ултырма тышы тегә. Егермеләп ойоҡбаш, ун бишләп бирсәткә бәйләй, юрған әҙерләй. Бынан тыш, гуманитар ылау менән памперстар, бер тапҡыр ҡуллана торған йүргәктәр ҙә ебәрә.
- Яугирҙарға нисек тә ярҙам итеү теләгем ҙур. Уларға еңел булһын өсөн барыһын да эшләге килә. Шуға ла ҡулдан килгәнсә, нимә булдыра алам, тегергә тырашам.
Уҙған йыл ауылда үткән Яңы йыл байрамында һалдаттарға биш бармаҡлы бирсәткә бәйләп алып барғайным. Өйгә ҡайтып килгәндә өләсәйемдең өс бармаҡлы бирсәткә бәйләгәне хәтергә төштө. Уның нисек эшләүен күҙ алдыма килтереп, яңынан бәйләнем. Ошо осорҙа Сәүиә апай шылтыратып, ойоҡбаштар, бирсәткәләр кәрәклеге хаҡында әйтте. Әлбиттә, бәйләйем, тип яуап бирҙем. Етеҙ генә һигеҙ пар бирсәткә, дүрт пар ойоҡбаш бәйләп, эстәренә кәнфиттәр тултырып ылау менән оҙаттыҡ, - тип һөйләй Миңһылыу апай.
Миңһылыу Арыҫланованан тегеүгә, бәйләүгә оҫталығы ҡайҙан килгәнен һорашам.
- Беренсе класҡа уҡырға төшмәгәйнем дә әле. Өләсәйем бирсәткә бәйләһенме, ойоҡ эрләһенме, гелән уның янында уралдым. Бәйләм эштәренә һин әле бәләкәй, тип мине әрләп тә ташлай торғайны. Мәктәптә уҡый башлағас, һеңлемә бәләкәй ойоҡбаш бәйләнем. Кейәүгә сыҡҡас, улыма жилеттар, ойоҡбаштар бәйләргә оҫтарып алдым. Ейәнсәрем тыуғас, уға ла барыһын да бәйләп кейҙерҙем, - тип иҫенә төшөрә Миңһылыу апай.
90-сы йылдарҙа Миңһылыу Арыҫланова теген машинаһында ползункиҙар, мендәр, юрған тыштары тегә башлай. Оҫтабикә, бынан тыш, шәлдәр, һыу үткәрмәй торған табанлы тәпешкәләр ҙә бәйләй. Улар бик сағыу, матур килеп сыға.
Бынан тыш, Миңһылыу апай Аҙнайға ҡайтып, башҡа ауыл халҡы менән бергә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн мендәрҙәр тултырышырға ла өлгөрә. Әлбиттә, ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған яҡташтарыбыҙҙың эштәре ғорурландыра ла, башҡаларға өлгө лә булып тора.
- Күңелемдең, ҡулдарымдың йылыһы һалдаттарыбыҙға яуҙа ярҙам итер. Беҙ Еңеүгә ышанабыҙ. Өйгә иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, - ти оҫтабикә.
Ҡул эштәре күп ваҡытын алыуға ҡарамаҫтан, Миңһылыу Сәйфулла ҡыҙы өсөн иң мөһиме - эшенең һөҙөмтәһен, бәйләгән әйберҙәренә яҡындарының шатланыуын күреү. Быларҙың барыһы ла уға яңынан-яңы әйберҙәр бәйләргә бөтмәҫ көс бирә.
Автор фотолары.