Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
9 Февраль , 13:00

Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим

Иҫке Ишембай биҫтәһендә йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙам йыя. Уларҙың ниәте – хәрбиҙәрҙе, яҡташтарыбыҙҙы, йәғни әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булғандарға ярҙам ҡулы һуҙыу.

Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим
Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим

Биҫтә старостаһы Әнисә Назырова етәкселегендә улар ҡышҡы һыуыҡтарҙа яугирҙарыбыҙ өшөмәһен өсөн йылы юрғандар тегәләр, ойоҡбаштар бәйләйҙәр һәм маскировка селтәрҙәре үрәләр.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам акцияһы «Йондоҙ» мәҙәниәт йортонда 2022 йылдан бирле дауам итә. Башта улар яугирҙарға туҡмас киҫә, һуңынан фронтҡа бал, бауырһаҡ, кипкән икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек оҙаталар.

- Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙҙәренең мөмкинлектәренә ҡарап ярҙам итә. Беҙ был изге эште оло йәштәге ирекмәндәр менән иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем башҡарабыҙ. Бында хатта 80 йәштән уҙған инәйҙәр ҙә бар. Әгәр халыҡтың бер өлөшө аҡсалата ярҙам итһә, ҡалғандар юрған һәм яҫтыҡтар тегә, маскировка селтәрҙәре үрә, ойоҡтар бәйләй. Яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһына 112 дана юрған ебәрҙек, әле иһә йөҙҙән ашыу яҫтыҡ тегеп бөтөрҙөк. Улар өсөн синтепонды “Аркада” тегеү фабрикаһы бирҙе. Бағыусыларыбыҙ Ринат Яппаров һәм Ришат Хәлимов бер нисә тапҡыр финанс ярҙамы күрһәтте. Башҡа төркөмдәр менән берләшеп, беҙ шулай уҡ «Нива» автомобиленә аҡса йыйҙыҡ, уны «Бүре» ҡушаматлы яугир аша ебәрҙек. Иҫке Ишембай халҡы 156 маскировка селтәре, госпиталь өсөн кейемдәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, тоҙланған һәм маринадланған ризыҡтар тапшырҙы. Беҙҙең ирекмәндәр араһында Әминә апай ҙа бар, уға 80 йәш тула. Уның башҡармаған эше юҡ. Өс бер туған апалыһеңлеле - Зөбәржәт, Фәрзәнә һәм Фатима апайҙар, шулай уҡ бер туғандар Елена, Любовь һәм Мария йәй буйы маскировка селтәрҙәре үрҙе. Хәлиҙә Сәғиҙуллина өйҙә тегеү менән шөғөлләнә, аҡсалата ла ярҙам итә. Мин шәхсән үҙем 54 юрған һәм күп кенә дарыу һауыттары тектем. Беҙҙең ярҙам кәрәкле генә түгел, ә яугирҙарға рәхмәт белдереү һәм хуплау сағылышы ла. Беҙ һалдаттарға яңғыҙ булмауҙарын, улар менән бергәбеҙ һәм уларҙың хеҙмәтен ҡәҙерләйбеҙ икәнен күрһәтергә тейеш. Еңеү беҙҙеке буласаҡ! – ти Әнисә Сабит ҡыҙы.

Яугирҙарға гуманитар ярҙам бик мөһим. Ебәрелгән аҙыҡтүлек, һыу, кейем, гигиена саралары, дарыуҙар уларҙың көсөн һәм һаулығын һаҡларға булышлыҡ итә. Ошондай ярҙам арҡаһында яугирҙар үҙ бурыстарын һөҙөмтәлерәк үтәй ала. Әхлаҡи яҡтан ла был бик мөһим: яҡташтарҙан ярҙам хәрбиҙәргә уларҙың хеҙмәтен ҡәҙерләүҙәрен, улар тураһында хәтерләүҙәрен аңлата.

Селтәр үреүселәр араһында мөләйем йөҙлө 80 йәшлек Рәмзиә Шәрипова ла бар.

- Үҙем 40 йылға яҡын мәктәптә балаларға белем бирҙем. Махсус хәрби операцияла минең алты туғаным ҡатнашты. Әлеге ваҡытта уларҙың икәүһе иҫән-һау хеҙмәт итеп йөрөй. Беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн үҙҙәрен йәлләмәй алышҡан яҡташтарыбыҙға нисек ярҙам итмәйһең инде. Мәҙәниәт йортона мин ҡыуанып киләм, шатланым ҡайтам. Сөнки беҙ оло эш башҡарабыҙ, тип уйлайым. Беребеҙ ҙә арыныҡ, беҙгә был кәрәкмәй, тип әйтмәй. Махсус хәрби операция тамамланып, барыһы ла иҫән-һау ғына
ҡайтһындар ине, - ти Рәмзиә Нуретдин ҡыҙы.

Хаҡлы ялдағы Рәйсә Ҡәйүмова башҡа ирекмәндәр менән бергә махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

- Тәүге йылдарҙа окоп шәмдәре эшләүҙән, туҡмас киҫеүҙән башланыҡ, әле бына түшәктәр тегәбеҙ. Үҙем генә өйҙә кис ултырып 72 дана ойоҡ бәйләнем. Яралы һалдаттар өсөн медикаменттарға, башҡа кәрәк әйберҙәргә лә аҡса йыйҙыҡ. Был беҙҙең барыбыҙҙың да дөйөм хеҙмәте, - ти ул.

Мәҙәниәт йортоноң “Йондоҙ” ансамбле етәксеһе, ирекмән Зәйтүнә Ғәлләмова ла үҙ фекерен белдерҙе:

- Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙҙең биҫтәлә Әнисә Назырова етәкселегендә әүҙем ирекмәнлек эше алып барыла. Уның арҡаһында күп эштәр башҡарыла, ҙур команда йыйылды. Был еңел түгел, мәҫәлән, юрған тегер өсөн генә күпме туҡыма, синтепон табырға кәрәк. Мәҙәниәт йортона көн һайын 20-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ
йөрөй, уларҙың һәр береһе нисек булдыра ала шулай ярҙам итә. Бында килмәй, әммә өйҙә бәйләгән йәки теккән кешеләр ҙә бар - уларҙың өлөшө лә бик мөһим. Барыһына ла ҙур рәхмәт белдергем килә.

Иҫке Ишембай халҡы хатта бәләкәй генә ярҙамдың да Ватанды һаҡлаусылар өсөн ҙур таяныс булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай.


Автор фотолары.

Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим
Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим
Беҙҙең ярҙам һәм терәк бик мөһим
Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас