Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Февраль , 10:00

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Махсус хәрби операция ауыл халҡын берләштерҙе. Һәр беребеҙҙең теләге бер - тиҙерәк тыныслыҡ булдырып яугирҙарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ә әлегә һәр кем ҡулынан килгәнсә хәрбиҙәргә ярҙам итергә тырыша.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Үрге Әрмет ауылында ла махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү берҙәм бара. Берәүҙәр аҡса күсерә, икенселәр йылы ойоҡбаш, бирсәткеләр бәйлап килтерәләр. Йыйылған аҡсаға кәрәкле дарыуҙар һатып алабыҙ. Әлеге көндә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән окоп шәмдәре эшләйбеҙ. Апайҙар был эшкә ихлас йөрөйҙәр.
Йыйылған аҡсаның бер өлешенә парафин, банкалар һатып алабыҙ, өйҙән дә алып киләбеҙ.

Окоп шәмдәре эшләү ҡарап торғанда ғына еңел кеүек. Банкалар таҙа булырға, картондарҙы үлсәп ҡуйырға кәрәк. Парафиндың да якшыһын, "П2" тигән маркалаһын алабыҙ.

Күңелдәре матур, яҡшылыҡ, изгелек эшләргә эҙер торған ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен! Был шәмдәр тиҙҙән райондан ебәрелгән гуманитар йөк менән яугирҙарыбыҙға оҙатыласаҡ.

Шәмдәр яугирҙарға өй йылыһын биреп янһындар һәм уларҙың тыуған яҡҡа ҡайтыу минуттарын тизләтһендәр ине.

Автор фотолары.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Автор: Рима ШАФИЕВА.
Читайте нас