Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Ғинуар , 13:00

Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында

Ауылдың йәме булған бәләкәй генә Алаҡай клубының ишеге көн дә асыҡ. Халыҡ бында юлды һыуытмай. Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары мәҙәни сараларҙан тыш, көн һайын йыйылып, яугир яҡташтарға гуманитар ярҙам әҙерләй, һалма ҡырҡа, йөн ойоҡбаштар бәйләй. Беҙ килгәндә унлаған ҡатын-ҡыҙ ең һыҙғанып, маскировка селтәре үрә ине. Был уларҙың махсус хәрби операция башланғандан алып үргән 102-се селтәре!

Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында

- 2025 йылда һалдаттарға 24 баш кейеме тегеп ебәрҙек. Оҙонлоғо 6 метр булған 50-нән ашыу селтәр үрҙек, туҡмас киҫтек, блиндаж шәмдәре эшләнек. Йәй буйы төрлө дарыу үләндәрен йыйып киптереп ебәрҙек. Яңы йыл байрамдарында ла эште туҡтатманыҡ. Ауылыбыҙҙың егәрле апайҙары, инәйҙәре йөн ойоҡбаштар бәйләп килтерҙе. Бергәләп аҡса йыйып, кәрәкле материалдар яҙҙыртып алып торабыҙ. Ир-егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, бергәләп ихласлап ярҙам итәбеҙ. Яҡташтарҙан рәхмәт хаттары ла килеп тора. Уның һайын дәртәләнеп эшләйбеҙ, - тип белдерҙе Алаҡай клубы мөдире Гөлнур Кәримова.

Илгә килгән ауыр хәлгә бер кем дә битараф түгел бында. Махсус хәрби операция еле һәр ғаиләгә ҡағылған. Кемдеңдер тормош иптәше, кемдеңдер туғаны әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта йөрөй. Уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн, һәр кем ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Ауылдың умартасылары Иршат Ғәйнуллин, Булат Тимеров, Альберт Исламғолов һәм башҡалар феләкләп бал килтергән.

- Хаҡлы ялда булһам да, бер саранан да ситтә ҡалмайым. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко әйтеү менән, клубҡа йүгереп килеп етәм. Улым Альберт та йыл һайын яҡташ яугирҙарға тип бал тапшыра. Быйыл күп итеп прополис килтерҙе. Унан Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы егеттәрҙең яраларын тиҙ бөтәштерә торған файҙалы май эшләргә өйрәтте. Һалдаттарҙың быуындарына, аяҡтарына бик файҙалы ул. Ғөмүмән, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ай һайын пенсия аҡсаһын бүлеп, кәрәк-яраҡҡа, тип ебәреп торабыҙ. Шулайтып бергә булғанда ғына беҙ еңеүҙе тиҙерәк яҡынайта алабыҙ, - ти Флүрә Исламғолова.

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция ваҡытының оҙонлоғо Бөйөк Ватан һуғышыныҡы менән тиңләште. Оло быуын вәкилдәре Еңеүҙе берҙәмлек һәм күмәк көс менән яҡынайтып булғанын яҡшы белә. Ғүмеренең күп йылдарын балалар уҡытыуға бағышлаған ветеран уҡытыусы Мәғүзә Хәбибуллина тарихтан миҫал килтерҙе.

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү өсөн беҙҙең атайҙар, олатайҙар, бабайҙар яу яландарында башын һалған. Ул йылдарҙа тылдағы халыҡтың да ярҙамы тиңһеҙ булған. Башҡортостан халҡы һуғышҡа 87 миллион 250 мең һум аҡса йыйып ебәргән. Бөгөнгө көндә лә илебеҙ шул хәлде кисерә. Шуға күрә лә ауылыбыҙ халҡы менән ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙ, оло быуын, башҡаса һуғыш күрмәҫбеҙ, тип уйлағайныҡ, әммә махсус хәрби операция афәте үҙебеҙгә лә, ғаиләләребеҙгә лә килеп ҡағылды. Илебеҙҙең Ҡораллы көстәрендә барыһының да туғаны, танышы хеҙмәт итә. Мәҫәлән, минең Наҡиә апайымдың ейәне Марат батырҙарса һәләк булып ҡалды. Шулай уҡ туғаным Ришат беренсе көндән үк алғы һыҙыҡта йөрөй. Уландарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, доғалар ҡылабыҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Шунда ғына еңеү һис шикһеҙ киләсәк, - тип белдерҙе Мәғүзә Әүхәҙи ҡыҙы.

Ҡышҡыһын хужалыҡта эш әҙерәк булғанлыҡтан, был осорҙа бигерәк тә әүҙемләшкән алаҡайҙар. Ауылдың берҙән-бер социаль үҙәге булып торған йылы, яҡты клубта бер-берең менән аралашыу, эс-серҙәреңде уртаҡлашыу өсөн бик теләп йөрөй улар. Клубтан иртәнән ҡараңғы кискә тиклем ҡайтмай тиерлек эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә айырыуса рәхмәтле ауыл халҡы.

- Ҡыҙҙарыбыҙ барыһы ла уңған. Береһе лә инәлтеп тормай, тиҙ генә йыйыла һала. Беҙҙең ошонда 0,25 ставкаға ғына эшләгән Нурзия Ишбулатоваға ла ҙур рәхмәтлемен.
Эш хаҡым бәләкәй, тип тормай, башҡаларҙың йыйылғанын да көтмәй, ең һыҙғанып, бер үҙе селтәрҙәр үрә башлай. Ғөмүмән, Алаҡайҙа ауылдың киләсәге, илдең именлеге өсөн янып йәшәгән, айыҡ һәм сәләмәт тормош яҡлы булған, берҙәм һәм уңған халыҡ йәшәй. Айыҡ йәшәүҙе тормош девизы итеп алып, быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсына тағы ла ҡушылдылар. Сөнки бында эскелек менән мауығыусылар юҡ, иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, - тип белдерҙе Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы. - Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора. Ауылды йәмләп, күркәм йорттар ҡалҡа, бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә. Былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында 200 мең һум сертификат оттоҡ. Ул аҡсаға клуб эргәһендәге балалар өсөн майҙансыҡты кәртәләп ҡуйҙыҡ. Майҙансыҡтың эсендә ауылдашыбыҙ Рафаэль Вәлиуллин үҙ ҡулдары менән беседка эшләп ултыртты. Бөгөнгө көндә ул махсус хәрби операцияла йөрөй. Быйыл ошо майҙансыҡҡа резина япма түшәү өсөн Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға ғариза бирҙек. Алаҡайҙа ғына түгел, Скворчиха, Кинйәкәй ауылдарында ла ирекмәндәр төркөмө эшләй. Халыҡ ел, буран, тип тормай, клубҡа йыйыла, егеттәргә ярҙам итә. Ярҙамды һәр ваҡыт тотош ауыл биләмәһе халҡы менән йыябыҙ. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Алла бирһә, күмәк көс менән барыһын да күтәреп сығырбыҙ.

Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы ошондай яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре тик һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре генә уята.


Автор һәм Алаҡай ауыл клубы архивы фотолары.

Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Көслө рухлы халыҡ йәшәй бында
Автор: Миля Мазитова
Читайте нас