Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Декабрь 2025, 14:00

Алғы һыҙатта иң яуаплы белгес

Ошо көндәрҙә Кинйәбулат урта мәктәбендә илһөйәрлек, тел һәм тарих темаһына арналған саралар ойошторолдо. Унда белем биреү учреждениеһы етәкселеге, хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашты. Шундай тулҡынландырғыс сараларҙың береһе булып махсус хәрби операция яугиры менән осрашыу торҙо.

Алғы һыҙатта иң яуаплы белгес
Алғы һыҙатта иң яуаплы белгес

Һөйөнсө, ауылға “Еңеү” ҡайтты

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып хеҙмәт иткән батыр яҡташыбыҙ менән осрашыу балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды. Кинйәбулат ауылынан “Еңеү” ҡушаматлы яугир – һөнәре буйынса инженер-радиоэлектронсы, Совет осоронда Вильнюс ҡалаһында юғары хәрби училищены тамамлаған. Отставкалағы офицер махсус хәрби операцияға тиклем Кавказдағы хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Ул, тәжрибәле хәрби кеше булараҡ, Украиналағы хәлдәрҙе 2014 йылдан күҙәтеп бара. Ишембай ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариатында иҫәптә тора. Шуға ла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан һиҙемләп, өлөшләтә мобилизацияға физик һәм эмоциональ яҡтан әҙер була. Әлеге мәлдә “Еңеү” махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан, оҙаҡламай кире алғы һыҙатҡа юлланасаҡ. Кинйәбулат мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яугир аша ебәрер өсөн гуманитар ярҙам әҙерләгән.

“Бер төптән булған өсөн күрә алмайҙар”

Яҡташыбыҙ уҡыусыларға бөгөн барған ваҡиғаларҙың тәрән тамырын тарихи күҙлектән ентекле аңлатып үтте. Был хәлгә Рәсәйгә ҡаршы илдәрҙең оҙаҡ әҙерләнеүен, төрлө хәйләкәр алымдар ҡулланыуын, йәш быуындың аңына тәьҫир итергә маташыуҙарын, зарарлы идеология урынлаштырыуға ынтылыуҙарын белдерҙе.

- Рәсәй халҡы берҙәм булған өсөн уны күрә алмайҙар, - ти Кинйәбулат егете. - Советтар Союзы осоронда армия ла, фән һәм сәнәғәт тә алға киткәйне. 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң дошман Рәсәйҙең бөлгөнлөккә төшөүен көттө, улар беҙҙең тәбиғи ресурстарға хужа булырға теләне. Әммә уларҙың хәйләкәр планы килеп сыҡманы. Ул һаман төрлөсә һөжүмен дауам итә.

Илебеҙгә һөжүм күп йөҙлө

“Еңеү” ҡушаматлы яугир Покровка йүнәлешендә артиллерия дивизионында бәйләнеш начальнигы булып хеҙмәт итә. Уның бурысы штурм ваҡытында пилотһыҙ
осоу аппараттарының эшмәкәрлеген, интернет бәйләнешен тәьмин итеү. Өс йыл эсендә алыш алымдары ла үҙгәрҙе, хәҙер алғы һыҙатта дронһыҙ булыу күҙһеҙ
ҡалыу тигән һүҙ.


- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, дошмандың тағы бер алымы – мутлашыусыларҙың эше. Мутлашыусылыҡ уларҙа хөкүмәт кимәлендә ҡуйылған. Рәсәй халҡынан урланған аҡса ҡаршы яҡ яугирҙарын ҡорал, техника, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә, - тип иҫкәртте уҡыусыларҙы “Еңеү”. – Шуның өсөн дә олатайөләсәйҙәрегеҙҙе, башҡа оло туғандарығыҙҙы хәстәрләп тороғоҙ.

Бер «ҡошсоҡ», ике «ҡошсоҡ»...

“Еңеү” алғы һыҙаттағы алыш, дрондар – алғы һыҙыҡта уларҙы “ҡошсоҡтар” тип тә атайҙар, тураһында ла һөйләне. Егерме йыл элек беҙ уларҙы тик фантастик фильмдарҙа ғына күрә торғайныҡ, ә бөгөн улар - ысынбарлыҡ. Шул саҡта яҡташымдың, был һуғышҡа алдан әҙерләнгәндәр, тигән һүҙҙәренең айышына саҡ төшөнгәндәй булам...

- Дрондарҙың ниндәйе генә юҡ: һауа, һыу аҫты, ер өҫтө пилотһыҙ осоу аппараттары. Улар штурмсыларҙы оҙатып йөрөй, яугирҙарға йүнәлеш күрһәтә, оборонаны тәьмин итә. Артабан һөжүм итергәме, әллә артҡа сигенергәме – барыһын да белдертеп торалар. Разведка дроны 24 сәғәт һауала тора, зарядкаһы бөтһә, уны икенсеһе алмаштыра, - тип һүҙен дауам итте бәйләнеш начальнигы. – Бер урынға кәрәкле ҡоралды алып барып еткереү өсөн арыу ғына ваҡыт сарыф ителә. Әлеге лә баяғы дрондар һөжүме көтөлә. Быға яҡшы һауа торошо ла булышлыҡ итә. Көн матур тора икән, осоусо аппараттың һөжүмен көт. Ҡар, ямғыр, томан булһа, хәрби “ҡошсоҡтар” үҙ йүнәлешен юғалта, ялған эҙҙән китә.

Кинйәбулат егете белдереүенсә, дрондарға ҡаршы тағы радиоэлектрон көрәш системаһы (РЭБ) ҡулланыла. Ул алғы һыҙатҡа алып барып еткерелә торған техникаға тоташтырыла, төрлө яҡтан һөжүм иткән “ҡошсоҡтар” үҙҙәре эҙәрлекләгән объектҡа килеп етә алмай. Алғы һыҙатта 2022 йылдан алып хеҙмәт иткән “Еңеү” ҡушаматлы яҡташыбыҙ батырлыҡтары өсөн Шайморатов, Жуков һәм башҡа миҙалдар менән баһаланған. Биш бала атаһы, олатай булған яҡташыбыҙҙың тыуған яғына Еңеү менән ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!


Автор фотоһы.

Автор: Асия МОРАТОВА.
Читайте нас