Был ылауҙа 6 маскировка селтәре, 11 дронға ҡаршы селтәр, 160-тан ашыу окоп шәмдәре, 700-ҙән ашыу үлән сәйе пакеттары бар.
Был әйберҙәрҙе эшләү өсөн материал ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға алынды. Шулай уҡ егеттәребеҙгә йылы кейемдәр, салат-ҡайнатмалар, киптерелгән икмәк, тоҙланған кәбеҫтә, кәнфит-еченьеларҙы ауылдаштарыбыҙ күстәнәс итеп ебәрҙе.
Тағы ла бер тапҡыр "Ил төкөрһә - күл була", тип ауылдаштарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ.