Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Ноябрь 2025, 14:00

Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда

Этҡол ауылында махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам ойоштороу эше әүҙем бара. Әлеге көндә уңған, бар эшкә лә өлгөр апайҙарыбыҙ маскировка селтәрҙәренең ҡышҡы миҙгелгә тап килгәнен үреү эшенә тотондолар, шулай уҡ үлән сәйҙәре егеттәргә күстәнәскә әҙер. Был сәйҙәр фронтта "Башҡорт сәйҙәре" тигән исем дә алған икән.

Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда

Үрге Этҡол мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы етәкселегендә майшәмдәрҙе ҡойоу эшен әүҙем алып бара. Ә Яҡупов Мөдәрис ағай госпиталдар өсөн ортопедик мендәрҙәр тегеп килтерҙе. Эльвира Сөләймәнова сохари киптереп, кәбеҫтә тоҙлау эшенә тотондо. Майшәмдәр өсөн парафинды, маскировка селтәрҙәре өсөн үреү материалдарын ауылдаштарыбыҙ тарафынан йыйылған аҡсаға алынды.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигән халыҡ мәҡәле бөгөнгө көнгә тап килеп, ауылдаштарымдың берҙәм булыуын сағылдыра.

Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Берҙәм халыҡ йәшәй Этҡолда
Автор: Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас