Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
21 Ноябрь 2025, 14:30

Селтәрҙе лә дөрөҫ итеп үрә белеү мәһим

Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында БР «Махсус хәрби операция ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы илһөйәр рухтағы сара үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған
«Махсус хәрби операция ветерандары
балаларға илһөйәрлек тураһында» социаль проекты сиктәрендә Александр
Дё, Йәмил Яҡупов гимназистарға
үҙҙәренең яу юлдары, хәрби хеҙмәттәре тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар уҡыусыларға илһөйәрлек һәм
гражданлыҡ яуаплылығының ни тиклем
мөһим булыуын аңлатты, һәр кем Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алыуын
әйтте.

- Беҙ һыуыҡ блиндаждарҙа нәҡ һеҙҙең
ҡулдарығыҙ менән эшләп ебәргән
шәмдәр менән йылындыҡ. Бер шәмдең
йылылығы бер квадрат метрға етә ине.
Шуға күрә лә яугирҙарға ярҙам итеүҙе
һис тә туҡтатырға ярамай. Алғы һыҙыҡҡа
ярҙам итеп, һеҙ үҙегеҙҙең матур, тыныс
киләсәгегеҙҙе булдырыуға ҙур өлөш
индерәһегеҙ, - тине махсус хәрби операция ветераны Йәмил Яҡупов.

Ҡалабыҙҙың «Благодарим» инициатив төркөмөн етәкләүсе Альмира
Шәрәфетдинова уҡыусыларға дөрөҫ
итеп блиндаж шәмдәрен әҙерләү һәм
маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса
оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

- Өскә алты размерлы маскировка
селтәре бер «Нива»ны, ике селтәр -
«УАЗик»ты, дүрт селтәр - танкты, ә алты
селтәр «Урал» машинаһын дрондарҙан
ҡаплай. Иң мөһиме - уларҙы дөрөҫ
итеп эшләргә кәрәк. Әгәр ҙә селтәрҙе
дөрөҫ үрмәйбеҙ икән, улар йыртылып, эшлектән сығасаҡ. Беҙҙең
төркөмдә дрондарға ҡаршы юрғандар,
тепловизорға ҡаршы шторалар ҙа
эшләйҙәр. Атай-әсәйҙәрегеҙ менән был
изге эшкә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ, - тип
белдерҙе уҡыусыларға Альмира Рәфҡәт
ҡыҙы.

«Махсус хәрби операция ветерандары балаларға илһөйәрлек тураһында»
социаль проекты үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ
тойғоларын тәрбиәләүгә, уларҙы
әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә
йүнәлтелгән. Уның миҫалында - Ишембай районының геройҙары - махсус
хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар тора.

- «Беҙҙең проект Ә. Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт гимназия-интернаты,
ҡаланың 1-се гимназияһы, 16-сы, 2-се
мәктәптәр уҡыусылары һәм «Петровск»
ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү
үҙәге тәрбиәләнеүселәре араһында
уңышлы тормошҡа ашырыла. Балалар өсөн беҙ класс сәғәттәре, оҫталыҡ
дәрестәре, гуманитар ярҙам йыйыу
акциялары, төрлө ижади конкурстар
һәм махсус хәрби операцияла һәләк
булған яугирҙарҙың ата-әсәләре менән
осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Үҫеп килеүсе быуында Ватанға ҡарата илһөйәрлек һәм
яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары
өсөн ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙе
маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, - тип белдерҙе
социаль проекттың етәксеһе Александр
Дё.

Гимназия уҡыусылары селтәр үреү
серҙәрен тиҙ үҙләштерҙе һәм класс
сәғәте, хеҙмәт дәрестәре ваҡытында
ғына түгел, ә тәнәфес ваҡытында ла был
эште дауам итергә вәғәҙә бирҙе.

Автор: Миля Мазитова
Читайте нас