Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Ноябрь 2025, 19:00

Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә

Ҡолғона ауылы халҡы махсус хәрби операция башланыу менән яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙға ярҙам итә. Көн һайын, сәғәт һайын Бөтә Рәсәй буйынса халыҡ дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереү өсөн берләшә. Һәм был матди ярҙам ғына түгел, ә әхлаҡи ярҙам, уларҙың яңғыҙ түгеллеген аңлау.

Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә

Антидрон шторҙар, окоп шәмдәре, тушенкалар, икмәк киптереү, өй лапшаһы әҙерләү – хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә һиҙелерлек файҙа килтерә.

Маскировка селтәрҙәрен бәйләү, кәрәкле әйберҙәр менән посылкалар йыйыу, госпиталь өсөн мендәрҙәр, одеялдар әҙерләү – был битараф булмаған граждандар башҡарған эштәрҙең бик бәләкәй өлөшө генә. Шуны аңлау мөһим: һәр беребеҙҙең бәләкәй генә өлөшө лә кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара, хәрби хеҙмәттең ауырлығын еңеләйтә ала.

Ҡолғона ауылы халҡының әүҙем позицияһы һәм фронтҡа ярҙам итергә әҙерлеге өсөн айырыуса"Поддержим СВОих Кулгунино" төркөмө етәксеһе Гөлфиә Хөснулла ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ауыр һынауҙар ваҡытында беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club118987140

Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Ҡолғоналар берҙәмлек күрһәтә
Автор: Ҡолғона ауыл китапханаһы
Читайте нас