Яуҙағы егеттәргә аҙ ғына булһа ла ярҙам күрһәтеү маҡсатынан Ҡанаҡай ауылы халҡы үҙ тырышлығын күрһәтә. Ошо йыл башынан 150-гә яҡын йәшерен селтәрҙәр үрелде, 150-нән ашыу мендәр, ойоҡбаштар, кейем, йоҡаҡ һәм йылы итектәр, тәм-том, дарыуҙар - барыһын һынап бөтөргөһөҙ.
Йыл дауамында яугир егеттәр өсөн ауылдаштарҙан аҡсалата ярҙам да килеп тора. Шул йыйылған аҡсаға селтәрҙәр үреү өсөн таҫмалар, секталар һәм иң кәрәкле әйберҙәр һатып алына.
Аллаға шөкөр, ай һайын гуманитар ярҙам ебәрелеп тора. Әле лә, 29 октябрь, Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда әҙерләнгән гуманитар ярҙам яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәргә юл алды. Йыл башынан селтәрҙәр үрергә йөрөгән апай-инәйҙәребеҙ, иң изге теләктәрен теләп, оҙатып ҡалды.
Барыбыҙҙың да теләк бер - яу ҡырында үҙҙәрен аямай көрәшеп йөрөгән яугирҙарға иҫәнлек һәм имен-һау тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.