Ил иңенә төшкән ауыр ваҡыттарҙа халыҡтың берҙәм булыуы ҡыуандыра. Әлеге көндә Этҡол дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы Баһауетдинова етәкселегендә майшәмдәр ҡойоу эшен дауам итә. Бер аҙна эсендә йөҙҙән ашыу окоптар өсөн майшәмдәр эшләнелде. Шулай уҡ мәктәп ашханасылары кипкән икмәк (сухари) киптереүҙә ярҙам итергә булдылар.
Этҡол моделле ауыл китапханаһының “Әхирәттәр” клубы ағзалары үлән сәйҙәрен фильтр пакеттарға тултырыуҙы ойошторҙо. Һәр эште лә күтәреп алған ярҙамсыбыҙ Иманғолова Рәйлә апай үҙе үҫтергән бөтнөк, ментол, мелисса үләндәрен, урман – туғайҙарҙан йыйылған ҡарағат, ҡурай еләге япрағы, мәтрүшкә, йүкә сәскәһен киптереп килтерҙе.Тыуған яҡтың йылыһын, тәмен биреп торған ошо ҡатнашмаға ҡара сәй ҡушып, апайҙар 500 фильтр пакетты тултырып та ҡуйҙылар. Этҡол мәҙәниәт йортонда ла маскировкалау селтәрҙәрен үреү эше әүҙем бара. Майшәм ҡойоу өсөн парафин, сәй өсөн фильтр – пакеттар, маскировкалау селтәрҙәрен үреү өсөн материалдар ауыл халҡынан йыйылған матди ярҙам аҡсаһына алынды.
Гуманитар ярҙам йыйыу бер ҡасан да туҡтағаны юҡ! Халыҡ бик ихлас. Кемдер ҡайнатмаһы менән бүлешһә, кемдер ҡышҡылыҡҡа эшләгән салат – лечолары менән,үҙҙәре бәйләгән ойоҡбаш, термо эске кейемдәр һәм башҡа әйберҙәрен ихлас күңелдән йыйыу урынына килтереп китте. Сауаптары насип булһын! Үткән аҙнала бер гуманитар ылау ебәрһәк, был аҙна ла тағын бер ылау егеттәребеҙгә кәрәк -яраҡтар әҙерләп ятабыҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, берҙәмлектә беҙҙең көс! Ә яугирҙарыбыҙ еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын!