Сухари (кипкән икмәк) элек-электән һалдаттар өсөн ялан һәм окоп шарттарында уңайлы аҙыҡ булған. Әле лә Маҡар ҡатын-ҡыҙҙар советы шул традицияларҙы тергеҙеп, "кипкән икмәк" акцияһын иғлан итте. Әҙерләнгән аҙыҡтар 5 литрлы пластик һауыттарға тултырылып оҙатыласаҡ.
Өмәлә туранан-тура ҡатнаша алмағандар аҡсалата ярҙам итте. Һәр эшкә күмәкләп, дәррәү тотона ибрайҙар! Афариндар!