Беҙ МХО ветераны, Ишембай егете Евгений Протасовтан махсус хәрби операция водителенең көндәлек
тормошо тураһында һөйләүен үтендек.
- Евгений Александрович, һеҙ нисек алғы һыҙыҡҡа
барырға ҡарар иттегеҙ?
- Ишембайҙа Ленин проспекты буйлап йөрөгәндә
контракт буйынса хеҙмәт тураһында һөйләгән баннер
иғтибарымды йәлеп итә торғайны. Бер ваҡыт, ниңә
миңә лә бармаҫҡа, һаулығым бар, илемде яҡлай алам,
тигән уй килде. Ул ваҡытта 60 йәштән уҙғайным, әммә
ҡабул итеү 65 йәшкә тиклем барыуын белә инем. Комиссияны тапшырҙым, мине Өфөгә ебәрҙеләр.
Хәрби хеҙмәт осоронда Ҡазанда кесе авиабелгестәр
мәктәбендә уҡыуым, аэродромда хеҙмәт итеүем,
аэродром-күсмә агрегатты йөрөтөүем һәм был эшкә
кире ҡайтырға теләүемде хәрби комиссариатта әйттем.
Әммә ул ваҡытта бындай белгестәргә заявкалар юҡ
ине. Шул саҡта автобатҡа ебәреүҙәрен һораным, сөнки
минең бөтә категорияларым да бар. Күп йылдар автоколоннала эшләнем, Себерҙә КамАЗ водителе, хатта
автоинструктор булдым. Һөҙөмтәлә, мине автомобиль
батальонына яҙҙылар. Контрактҡа Өфөлә ҡул ҡуйҙым,
Екатеринбургта беҙҙе хәрби подразделениелар буйынса тараттылар. Мәскәүҙә яңы КамАЗ-дар бирҙеләр,
улар менән беҙ Ростов өлкәһенә юлландыҡ.
- Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең төп бурысы нимәлә?
- Автобаттың төп бурысы - фронтты бөтә кәрәкле
әйберҙәр менән тәьмин итеү. Беҙ боеприпастар, аҙыҡтүлек, һыу, ҡышҡыһын утын да ташый инек. Ғәскәрҙәрҙе
күсереү ваҡытында шәхси составты йөрөттөк,
яралыларҙы сығарҙыҡ.
Беҙ үҙ миссиябыҙҙы үтәнек, бер нисә көн ял иткәс
киләһе рейсҡа юлланабыҙ. 10-15 машинанан торған
колонналар менән барабыҙ, артабан беҙҙе тейешле
йүнәлештәр буйынса ебәрәләр.
- Ғүмерегеҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡалғаны булдымы?
- Матди ҡиммәттәр менән булған колонналар
дошмандың тәүге маҡсаттарының береһе булып
торҙо һәм тора. Хәтеремдә, Херсон янындағы Рәсәй
батальонының ҡамауға эләгеүе мөмкин ине, боеприпастары ла бөтөп бара. Мине батальон командиры саҡырып
алды һәм: “Һин иң өлкән, иң тәжрибәле водитель, беҙҙең
мөһим бурысыбыҙ бар, әммә унда төндә барырға кәрәк”,
тине. Мин ризалаштым. Мине ун саҡрым самаһы оҙатып
барҙылар, артабан үҙаллы китергә кәрәк. Ҡараңғылыҡ,
махсус фаралар яҡтыртһа ла, барыбер сәғәтенә 5-10
километр тиҙлек менән генә бараһың. Бер саҡ минең
яғыма “Градтарҙан” ата башланылар. Мин туҡтаным,
урман яғына китеп командованиеға шылтыраттым. Рация аша тиҙҙән танкылар килеп етәсәк, мине бараһы
нөктәгә тиклем оҙатасаҡтар, тип ышандырҙылар. Танктар, ысынлап та, килеп етте, беҙ тәғәйенләнгән урынға
барып еттек, ун тонналы КамАЗды бушаттыҡ. Боеприпастар һәм кәрәкле әйберҙәр алған яугирҙар беҙгә ҙур
рәхмәт белдерҙе. Был заданиены үтәгән өсөн миңә “Бурыс, намыҫ, батырлыҡ” билдәһен тапшырҙылар.
Бер ваҡыт йөк машинамды шартлаттылар. Мин
штабҡа килеп, блиндажға төштөм. Бер нисә минуттан
көслө гөрһөлдәү ишетелде, әммә быға ҙур әһәмиәт
бирмәнем, сөнки унда был ғәҙәти күренеш. Шул саҡ
ҡарауылсы килеп инде һәм: “КамАЗ яна!” тине. Мин кабинанан автомат һәм документтарҙы ғына сығарырға
өлгөрҙөм. Баҡтиһәң, минең машинамды иң хәүефле
дрондарҙың береһе – “Баба-яга” бәреп төшөргән.
Бәхеткә күрә, үҙем машинала булманым.
- Һеҙ илебеҙгә файҙалы булырға теләгәнһегеҙ.
Нисек уйлайһығыҙ, килеп сыҡтымы?
- Контракт тамамланғас, штаб начальнигы тағы ла
ҡалыуымды һораны, әммә миңә ул ваҡытта 66 йәш тула
яҙғайны. Автобатта файҙам булғандыр һәм мөмкин
булғанса еңеүҙе яҡынайтыуҙа булышлыҡ иткәнмендер,
тип ышанам. Әйткәндәй, унда юлдар үҙенсәлекле:
ҡайҙалыр емерелгән, ҡайҙалыр ҡом ғына. Себерҙә
эшләү тәжрибәһе яҡшы ярҙам итте, унда ла КамАЗда
ҡом буйлап йыш йөрөй торғайным. Машинаны ҡарау
буйынса үҙем белгәндәрҙең барыһын да батальондағы
йәш водителдәргә өйрәттем. Илебеҙҙе яҡларға барыу
тураһында ҡарар иткәндә барыһын да дөрөҫ эшләнем,
тип уйлайым.