Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Октябрь 2025, 15:00

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Резеда Ғәлимованы районда белмәгән кеше һирәктер. “Исламия” никах кейемдәре салоны хужаһы, күп балалы әсә махсус хәрби операция башланғандан алып, тәүгеләрҙән булып, яҡташ яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам ойоштора.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Тормош иптәше Салауат менән йыш ҡына үҙҙәре лә яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырып ҡайталар. Ошо көндәрҙә уңған ханым “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр төркөмө ағзалары менән яҡташ егеттәребеҙгә махсус хәрби формалар, йылы эске кейемдәр тегеү эшен ойоштороп ебәргән. Эшҡыуар Ирина Акшенцева “Феникс” кафеһы бинаһында буш бүлмә биргән. Ҡыҙҙар тиҙ арала күмәртәләп туҡымалар һатып алып, теген машинкалары йыйып, эшкә тотонған.

Беҙ цехҡа килгәндә береһенән-береһе һылыу, егәрле ханымдарҙың эштәре гөрләй ине. Ҡулдарына хатта күҙ эйәрмәй. Береһе тауарҙы үлсәп бесеп тора, икенсеһе тегә, кемелер замоктар ҡуя. Араларында тегенсе, ашнаҡсы, косметолог, тырнаҡ мастеры булып эшләүсе ҡыҙҙар ҙа бар. Барыһының да яҡыны, танышы әлеге көндә ил сиген һаҡлап махсус хәрби операцияла изге бурысын үтәй.

- Тормош иптәшем менән гуманитар ярҙам йыш ташығас, егеттәргә нимә кәрәк икәнен яҡшы беләбеҙ. Флис кейем хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Башта формаларҙы Мәләүез ҡалаһы ирекмәндәренән ала инек, һуңынан улар беҙгә үҙебеҙҙә цех асып ебәреү идеяһын бирҙе. Туҡыма өсөн аҡсаны дуҫтарым, туғандарым, ҡала һәм ауыл халҡы менән бергәләп йыйҙыҡ. Өфөнән барып, күмәртәләп туҡыма һатып алдыҡ. Һәр береһе өйөнән теген машиналары килтерҙе, - тип таныштырҙы Резеда Ғәлимова

бишенсегә әсәй булырға йыйына. Әммә был уның йәмәғәт эштәре менән булышыуына бер ҙә ҡамасауламай. Ҡыҙҙар көнөнә төрлө размерҙағы 15-20 берәмек өҫ кейеме тегә. Тиҙҙән дронға ҡаршы юрғандар, йылы салбарҙар һәм башҡа күп төрлө йылы кейемдәр әҙерләй башлаясаҡтар. Эшсе ҡулдар, теген машиналары күберәк булһа, беҙ егеттәргә йылы кейемдәрҙе әҙерләүҙе күпкә арттырыр инек, ти улар.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, цехта яңы ғына теген машинаһы артына ултырыусылар ҙа бар. Һөнәре буйынса ашнаҡсы булып эшләгән Тимашевка ауылында йәшәүсе Гүзәлиә Хәмиҙуллина быға тиклем һалдаттарға туҡмас киҫкән. Кейемдәр тегергә бында ҡыҙҙар өйрәткән. Хаҡлы ялдағы Роза Вәлитова йәш сағында Ишембай трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләгән.

- Ҡул онотмаған. Теккем килеп кенә тора. Саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы, ҡыҙҙарға ярҙамға ашығам. Егеттәребеҙгә йылы, уңайлы булһын, тип тырышабыҙ, - ти инәй.

Земфира Ханова иһә Мәләүез ҡалаһындағы ирекмәндәргә барып хәрбиҙәргә махсус формалар тегеү серҙәренә төшөнөп ҡайтҡан. Хәҙер үҙе лә ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәрестәре бирә. Айгөл Иҫәнаманованың тормош иптәше күптән махсус хәрби операцияла. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала әсәһе көн һайын бер сәғәт ваҡыт табып килергә тырыша. Тағы ла бер яҡташыбыҙ менән таныштыҡ. Исфар Бикмөхәмәтов ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнай, ҡулынан килгәнсә ҡатынҡыҙҙарға ярҙам итә, цехҡа ул үҙ ҡулдары менән эшләп оҙон өҫтәлдәр килтереп ҡуйған. Эштән бушаған ваҡытта Маҡар урта мәктәбе директоры Гөлнара
Хисмәтуллина биргән “Нива” машинаһын ремонтлай.

- Машина оҙаҡ ваҡыт урамда эшләмәй торған. Байтаҡ ҡына запчастары ла иҫкергән. Дуҫтар төрлө яҡлап ярҙам итә, кәрәк әйберҙе килтереп тора. Әле двигателен йыям, машинаға икенсе һулыш индерәм. Тиҙҙән уны төҙөкләндереп, Петровск ауылынан яҡташыбыҙ, “Тихий” ҡушаматлы яугирға шәхсән үҙем
илтеп тапшырасаҡмын, - ти егет.

«Тыл - еңеүҙең яртыһы”, тигән төшөнсә бөгөн тағы ла көнүҙәк булып тора. Беҙҙең арала ошондай ихлас, ярҙамсыл, уңған, тырыш, егәрле райондаштарыбыҙ
булғанда беҙ дөйөм көс менән ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә аласаҡбыҙ.


Автор фотолары.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Автор: Миля Мазитова
Читайте нас