Фәниә Дәүләтбай ҡыҙы Мәһәҙиева Ҡолғона ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә, ата-әсәһенә бәләкәй туғандарын ҡарашырға ярҙам итә. Мәктәпте тамамлағас, һөнәри техник училищеға уҡырға инә. Тормошҡа сыҡҡандан һуң ете баланы яңғыҙ ҡарап үҫтереп, һәр береһен тырышып аяҡҡа баҫтыра. Әсә кеше өсөн балаларының тормошта үҙ урынын табыуы, иҫән-һау булыуы – иң оло бәхет. Балаларын бағып, өйҙә генә ултырмай апай, башҡалар мәнфәғәтенә лә эшләп өлгөрә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡолғона мәктәбе интернатында төнгө смена тәрбиәсеһе булып эшләй.
Фәниә апайҙың ҡулына күҙ эйәрмәй, маскировка селтәрҙәрен шәп үрә, тигән хәбәр беҙгә лә килеп етте.
- Яңыраҡ, һаулығым ҡаҡшап, дауаханала ятырға тура килде. Барыһы ла яҡшы булһа, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙам итәсәкмен, тип әйтеү итеп әйттем. Шөкөр, эшләргә иҫәнлек, көс етә. Март айында ағинәйҙәр, ауыл мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре менән концерт ҡуйып, йыйылған аҡсаға кәрәкле тауарҙар һатып алдыҡ, - тип уртаҡлашты ул. – Бына ирекмәндәр менән етенсе селтәрҙе әҙерләнек инде. Әлбиттә, быға тиклем дә ярҙам итмәнем түгел. Ләкин әлеге мәлдә, сирҙән һуң аяҡҡа баҫҡас, был эшкә ныҡлы тотондом. Йәйен ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ял иткән саҡта маскировка селтәрҙәрен яңғыҙ ҙа үрҙем. Бишенсе маскировка селтәрен тотош үҙем генә әҙерләнем. Әлеге мәлдә лә төрлө акцияларҙа ҡатнашып, гуманитар ярҙамды ойоштороуҙы әүҙем алып барабыҙ.
Күҙ ҡараһылай күреп тәрбиәләп үҫтергән Вәли, Зәлифә, Динара, Ибраһим, Гөлнәзирә, Әминә һәм Йәмилә исемле балалары уға ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иткән. Бәхетле өләсәй уларҙы байрамдарҙа, каникулдарҙа көтөп алып, тәмле ризыҡтары менән һыйлай, йыйылған хәбәрҙәрен йотлоғоп тыңлай, бергә көлә, ҡыуана. Ошо ҡыуаныс йөҙөңдән китмәһен, Фәниә апай.
Фото Фәниә Мәһәҙиева архивынан.